

Китап байрамында Прибельский китапханаһы “Рәсәйҙең әкиәт картаһы” тигән әҙәби-туристик проектында әкиәттәр һәм эпик йырҙар геройҙарының тыуған һәм йәшәгән урындары менән таныштырҙы. Бында, әлбиттә, иң төп иғтибар 165 йыллыҡ тарихы булған С.Т. Аксаковтың “Ал сәскә” әкиәтенә бирелде.
Үҙәк китапхана ойошторған Рәсәй Геройы М.Шайморатовҡа арналған “Ул үлемһеҙ дан өсөн тыуған” китап-иллюстрация күргәҙмәһендә документаль китаптар, 112-се Башҡорт каваллерия дивизияһы һәм данлыҡлы яҡташыбыҙ тураһында белешмә баҫмалар тәҡдим ителде. Шулай уҡ районда тыуып үҫкән билдәле шәхестәр тураһында “Ҡырмыҫҡалы – тыуған төйәгем” китап күргәҙмәһе байрам түрен биләне.
Өс көн буйына Ҡырмыҫҡалы библиобусы – мобиль мәғлүмәт-китапхана үҙәгенең эше хаҡында видеоролик, төрлө оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелде.
Алһыу НАСИРОВА.
Үҙәк китапхана белгесе.