

Сәхнәлә - барыһы ла таныш йөҙҙәр. Табип Айҙара Әхәт ҡыҙы- ауылдашым, ғүмер буйына 1-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан, әлеге көндә Шәриф Бикҡол музейы мөдире Фәйрүзә Ҡотлобаева, Алтынсәс - 30 йыл ғүмерен мәҙәниәт өлкәһенең режиссура бүлегенә бағышлаған режиссер ярҙамсыһы Флүрә Низамова, Валя - район мәғариф бүлеге методисы, әлеге көндә өсөнсө сабыйы менән декрет ялындағы Нәргизә Закирова, Дилемма - Ҡырмыҫҡалы ауылынан өс бала әсәһе Светлана Әхмәҙиева, яңғыҙ ҡатын - Түбәнге Төкөн ауылынан Гөлсиә Бикҡужина, Римма Әхмәтйәнова - мәҡәләм геройы, ҡул эше оҫтаһы Әлфиә Бикташева һәм Гөлфинә - төп ролде башҡарыусы "Сатҡылар" халыҡ театрының режиссеры Нәркәс Хәлитова.
Артистарҙың һәр береһе үҙ ролен күңелдәргә үтеп инерлек итеп, бик оҫта башҡарҙы. Спектаклдә бала табыу йортонда барған ваҡиғалар һүрәтләнә. Ҡаҙаҡ ҡатыны Алтынсәс менән рус ҡатыны Валя тәүге сабыйҙарын табырға килһә, Гөлфинә иһә 12-се сабыйына әсәй булған. Улар бала тапҡандан һуң бер-береһе менән үҙҙәренең шатлыҡтарын уртаҡлашалар, нисек өйләнешеүҙәре, ирҙәренең холоҡтары тураһында һөйләйҙәр. Ләкин ошо палаталағы тәүге тапҡыр әсәй булған 18 йәшлек Дилемманың сабыйын бала табыу йортонда ҡалдырып китергә ҡарар итеүе менән улар һис тә килешергә теләмәй. Дилемманы палаталаштары ла, табип Айҙара Әхәт ҡыҙы ла сабыйын алырға өгөтләп ҡарайҙар, тик бушҡа ғына... Дилемма үҙ ҡарарында ныҡ тора, ирем менән миңә әлегә бала кәрәкмәй, беҙгә уҡып бөтөргә кәрәк, ти ул. Иркә, үҙ һүҙле булып үҫкән ҡыҙ әсәһе Римма Әхмәтйәнова бала табыу йортона килгәс тә, табип алдында уның менән бик дорфа һәм тупаҫ һөйләшә. Быны күреп торған табип Айҙара Әхәтовна Римма Әхмәтәноваға һеҙгә ошолай оҡшаймы? Нисек был хәлгә түҙеп йәшәнегеҙ, тип аптырай.
Дилемманың әсәһе сабыйҙы алырға миңә рөхсәт итәһегеҙме, тип һорағас, ҡырҡа "Юҡ! Һеҙ йәмғиәткә бер имгәк үҫтергәнһегеҙ инде. һеҙгә сабыйҙы ышанып тапшыра алмайбыҙ", тип яуапланы.
Ә был ваҡытта йәш кенә сағында аборт эшләтеп, хәҙер әсә булыу бәхетенән мәхрүм булған яңғыҙ ҡатын табиптан аҫрауға сабый биреүҙәрен илай-илай үтенә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был тиҙ эшләнә торған эш түгел, закон буйынса эш итергә кәрәк, тине табип.
Бик тетрәндергес, заман талаптарына тап килгән премьера тамашасыларҙы илатты ла, көлдөрҙө лә. Хеҙмәттәшем Эльнара Шаймарҙанова менән бер нисә йыл элек был спектаклде баш ҡала драма артистары башҡарыуында ҡарарға тура килгәйне. Уның менән һис тә профессиональ артистарҙан кәм уйнамайҙар, тигән һығымтаға килдек. Һәр ваҡыттағыса тамашасыларҙың аҙ булыуы күңелде ҡырһа ла, спектакль тамамлағандан һуң артистарҙың яҡындарының уларҙы сәскә гөлләмәләренә күмеүе бик йылы күренеш булды.
Йәш режиссер Нәркәс Хәлитованы тәүге премьераһын уңышлы ҡуйыуы менән ихлас ҡотлайбыҙ. Уға һәм коллективҡа киләсәктә ижади уңыштар һәм ҡаҙаныштар теләйбеҙ.
Гөлсәсәк Аласова.
Автор фотолары.