

Матур тәбиғәт ҡосағында ҙур сәхнә әҙерләнгән ине, унда бер-бер артлы мәртәбәле ҡунаҡтар тамашасыларҙы сәләмләне. Байрамға Ырымбур өлкәһенең, Өфө ҡалаһының, Өфө, Салауат, Шишмә, Иглин, Нуриман, Дәүләкән, Мишкә, Ҡырмыҫҡалы, Ҡариҙел, Кушнаренко, Архангенгел, Асҡын райондарының иң сағыу фольклор һәм ижад төркөмдәре йыйылған ине. Этно-фестивалгә башҡорт сәйен яратыусылар ғына түгел, республикабыҙҙа йәшәүсе халыҡтарҙың милли мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын үҙ итеүселәр ҙә килгән.
Сара төрлө номинациялар буйынса барҙы: " Иң тәмле кәкүк сәйе рецебы", " Кәкүктең иң яҡшы бейеүе", '"Иң матур кәкүк йыры", "Иң сағыу кәкүк костюмы", " Иң яҡшы тотем", " Иң тәмле кәкүк бутҡаһы". Беҙҙең Иҫке Бәпес мәҙәниәт йортоноң "Бөрлөгән" фольклор ансамбле ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә "Кәкүк сәйенә әҙерлек" тип аталған бик матур, йөкмәткеле сығыш әҙерләгән ине. Шаяртыу менән ҡоролған, йыр-бейеү менән үрелеп барған сығышты тамашасылар яратып ҡабул итте. Бигерәк тә Илдар Хәсәновтың оригиналь жанр - ҡош тауыштарын сығарып һайрауы көслө алҡыштарға күмелде.
Шулай уҡ бай итеп әҙерләнгән сәй өҫтәле лә таң ҡалдырҙы жюри ағзаларын. Кесерткән, һуҡыр кесерткән, бөтнөк, мелисса, кәзә һаҡалы, ҡарағат, ҡурай еләге япраҡтары һәм башҡа бик күп шифалы үләндәрҙән ауыҙ итергә мөмкинселек булды.
Ҡунаҡтарҙы шулай уҡ тәмле ҡоймаҡ, бауырһаҡ, эремсек, ҡыҙыл эремсек, сыр, ҡуҙғалаҡ бәлеше һәм башҡа күп төрлө башҡорт милли аҙыҡтары менән һыйланыҡ. Айырыуса бәпембә балы, ҡымыҙ, ҡатыҡ, кәрәҙле бал хуш килде уларға.
Тырышлығыбыҙ бушҡа китмәне: беҙҙең "Бөрлөгән" фольклор төркөмө "Иң яҡшы театр постановкаһы" номинацияһы буйынса Диплом һәм махсус бүләктәр менән бүләкләнде.
Көнө буйы эҫелә булыуға ҡармаҫтан, арымай-талмай дәртле, матур сығыш яһаған, бай өҫтәл әҙерләүгә күп көс һалған апайҙарыбыҙға, автобус водителенә, һәм әлбиттә ошондай матур байрамды ойоштороуға булышлыҡ иткән һәр кемгә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!
Ошондай байрамдар, фестивалдәр булғанда йолаларыбыҙ, ғөрөф- ғәҙәттәребеҙ һаҡланып, киләсәк быуынға тапшырылыр тигән ышаныс-теләктәр менән, көс- дәрт, дарман алып йырлай-йырлай алыҫ араларҙы яҡынайтып ҡайтып еттек.
Сулпан Хәлитова.
Абдулла ауылы.