+24 °С
Ямғыр


Хөрмәтле хеҙмәттәштәр! Һеҙҙе ысын күңелдән һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлайым.
Был көндө беҙ районыбыҙҙың һәм республиканың бай мәҙәни мираҫын һаҡлау һәм дауам итеү кеүек мөһим бурыстар башҡарыусы мәҙәниәт йорто белгестәренә һәм үҙешмәкәр сәнғәт коллективтарына хөрмәт күрһәтәбеҙ. Һеҙҙең бай тәжрибәгеҙҙе юғары баһалайбыҙ, көс-дәртегеҙгә, киләсәккә ышаныс менән ҡарауығыҙға, кешеләргә байрам бүләк итә торған һәләтегеҙгә һоҡланабыҙ.
Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, бәхет-ҡыуаныстар һәм артабанғы эшегеҙҙә уңыштар теләйем.
Виктория Риф ҡыҙы Мөхәмәҙиева,
район мәҙәниәт бүлеге начальнигы.