

25 март – Рәсәй мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө
Халыҡ рухы һағында тора
Прибельский мәҙәниәт усағы оҫта йырсылары, фольклор коллективтары, бейеүселәре менән районыбыҙҙы данлай. Ә уларға эшен үтә яратҡан, талантлы, бай фантазиялы ижади шәхес, мөләйем ҡатын, баш мәҙәни ойоштороусы Фәнзиә Өмәтҡолова етәкселек итә. Нәҡ Фәнзиә Фәнүз ҡыҙы мәҙәни сараларҙың ойоштороусыһы һәм илһамландырыусыһы булып тора. Уның дөйөм эш стажы 31 йыл булһа, 20 йылдан ашыуы - мәҙәниәт өлкәһендә. Ул ошо мәҙәниәт усағында етәксе булыуҙан тыш, бындағы уңышлы эшләп килгән “Йыуаса” башҡорт фольклор ансамбле етәксеһе һәм “Аҡ тирмә” башҡорт халыҡ театры режиссеры ла. Фәнзиә Фәнүз ҡыҙы йөкмәтелгән бурыстарын бар күңелен һәм һәләтен һалып башҡара. Уның етәкселегендә күпме йыр әҙерләнгән дә, күпме театр сәхнәгә ҡуйылған!
- Ауылыбыҙҙың һәүәҫкәрҙәрен һәм мәктәп уҡыусыларын ижади берекмәләргә, ансамблдәргә, түңәрәктәргә йәлеп итеп, халыҡтың ялын ойоштороу эшебеҙҙең төп йүнәлеше булып тора. Беҙҙә күп төрлө, шулар араһынан 26 формирование ныҡлап эшләп килә. Мәҫәлән, улар араһында “Йыуаса” башҡорт фольклор, “Шатлыҡ” татар вокал, “Хорошие девчата” рус вокал, “Журавушки” ветерандар, “Фантазия” өлгөлө заманса эстрада бейеүҙәре ансамблдәрен белмәгән кеше һирәктер. Беҙҙең коллективтарыбыҙ район, республика сәхнәләрендә генә түгел, төбәк-ара конкурстарҙа ла сығыш яһауға өлгәшәләр”, - тип һөйләне ул.
Фәнзиә Фәнүз ҡыҙы етәкселегендәге ансамбль үҙҙәренең сығыштары менән халҡыбыҙҙың йырҙары, халыҡ ижады, музыка донъяһы менән таныштыра. “Коллективта ун бишләп кеше эшләй, шулай уҡ өс китапханасы. Сараларға тамашасылар ихлас йөрөйҙәр, 100-150-ләп булып китә. Ата-әсәләр, олатай-өләсәйҙәр балаларының сығыш яһағандарын ҡарарға килә. Улар бик талапсан. Ниндәй генә сара үтһә лә, билдәләнгән ваҡытта башлайбыҙ. Мәҙәни сараларҙан тыш, әлеге көндәрҙә хәрбиҙәр өсөн маскировкалау селтәрҙәре үреүҙе, шәмдәр яһауҙы һәм башҡа эштәрҙе ойоштороп торабыҙ”, - тип һөйләп үтте.
Шулай ҙа Фәнзиә Өмәтҡолованы мәҙәниәткә яҙмыш урауыраҡ юлдар аша килтерә. Прибельский мәктәбен тамамлаған ҡыҙ тормошон гөрләп эшләгән һөт-консерва комбинаты менән бәйләү өсөн Мәләүез һөт сәнәғәте техникумына уҡырға инә. Артабан комбинатта ун йыллап ҡуйыртылған һөт сығарыуҙа үҙ өлөшөн индерә.
Ошо арала һөнәре буйынса ситтән тороп Мәскәү университетында юғары белем ала. Шулай ҙа күңел төпкөлөндә йыр-моңға һөйөү тынғылыҡ бирмәй. Мәҙәниәт өлкәһендә иң тәүҙә тыуған ауылы Һарт-Шишмәлә клуб мөдире булып ун йыл эшләһә, артабан уны Прибельский мәҙәниәт усағына саҡырып алалар. “Кескенәнән Ғафури районынан килен булып төшкән моңло тауышлы әсәйемдең башҡорт халыҡ йырҙарын тыңлап үҫкәнгәлер, был йырҙар бик яҡын ине. Үҙем бында эшләй башлағас, күңел ҡушыуы буйынса “Йыуаса” башҡорт халыҡ фольклор ансамблен ойоштороп ебәрҙем”, - тип хәтергә ала ул. Мәҙәниәт донъяһына инеп киткәс, был өлкәлә эшләү өсөн курстар үтеп, төрлө таныҡлыҡтарға эйә була. Хәҙер инде күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте, халыҡ ижадын үҫтереүгә тос өлөш индергәне өсөн Маҡтау ҡағыҙҙарына, Рәхмәт хаттарына лайыҡ тырыш хеҙмәткәр.
Абруйлы мәҙәниәт хеҙмәткәре ире Фәнзил Йәүҙәт улы менән матур итеп донъя көтәләр, ике ҡыҙ үҫтерәләр. Йортонда уңған хужабикә, иренә һөйөклө ҡатын, тәрбиәгә алған ике ҡыҙға әсә лә ул. Киң күңелле ҡатын нәҫел тейешле әбейен тәрбиәгә лә алған. Шулай уҡ хужалыҡтарында күпләп мал-тыуар аҫрайҙар. Тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ эштәр, төрлө мәшәҡәттәр булһа ла, тормошонда борсолоуҙар осраһа ла, мәҙәниәт усағы етәксеһе эшенә бар нимәне “ҡалдырып” килә. Мәҙәниәт уның өсөн йәшәү рәүеше. Һәр кем менән уртаҡ тел таба, эште ойоштора, етәкселек итә, сәхнәләргә йылмайып сыға... Әүҙем ҡатын конкурстарҙан да ситтә ҡалмай, мәҫәлән, яңыраҡ ҡына “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” республика бәйгеһендә үҙен һынап ҡараны һәм Дипломға эйә булды.
Фәнзиә Өмәтҡолова халыҡтың ялын файҙалы һәм күңелле уҙғарыу маҡсатында төрлө байрам кисәләре һәм мәҙәни саралар ғына уҙғарып ҡалмай, үҙенең күңел ҡушыуы буйынса боронғо башҡорт һәм рус ихаталарын булдыра. Уларҙа үҙе халыҡтан йыйып алған йорт кәрәк-яраҡтары урын алған. Шулай уҡ балаҫ баҫыу, таҫтымал һуғыу ҡоролмаларын алып ҡуя – улар менән өлкәндәр ҙә, балалар ҙа шөғөлләнә. Әйткәндәй, йәш быуынды әхлаҡи, рухи яҡтан тәрбиәләүҙә, улар ошо төбәк халыҡтарының ғөрөф-ғәҙәттәрен, мәҙәниәтен белеп үҫһендәр өсөн дә тырыша.
Кешеләрҙе эштән һуң ял иттереү, хаҡлы ялдағыларҙы аралаштырыу, йәш быуынды тәрбиәләү, ғөмүмән, халыҡты рухи яҡтан байытыу хеҙмәте менән шөғөлләнгән Фәнзиә Өмәтҡолованы һәм барлыҡ мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ һәм эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Автор фотоһы.