

Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ - Рәсәй мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө менән ысын күңелдән ҡотлайым.
Мәҙәниәт хеҙмәткәре көнө йәмғиәтебеҙ өсөн мөһим һөнәрҙәрҙең береһенә хөрмәт билдәһе булып тора. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре иңендә кешеләрҙең ялын ойоштороу, изге йолалар һәм ғөрөф-ғәҙәттәргә хөрмәт тәрбиәләү буйынса ҙур яуаплылыҡ ята. Районыбыҙ мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре кешеләргә имен тормош ҡына түгел, шулай уҡ күп яҡлы шәхси үҫеш тә кәрәк булыуын аңлап хеҙмәт итә. Йәмғиәткә бөгөн социаль яҡтан әүҙем, рухҡа бай, хеҙмәткә һәм тормошҡа ижади ҡараған кешеләр талап ителә.
Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, бәхет һәм именлек, ижади илһам, район халҡы мәнфәғәтендәге эшегеҙҙә уңыштар теләйем.
Әлфир Фәрхәт улы Сабиров, муниципаль район хакимиәте башлығы.