

“Яҡшы булһа ла торған ер, һағындыра тыуған ер”
“Әҙәм балаһын ризыҡ йөрөтә, ейәһе ризығының ҡайҙа сәселгәнен берәү ҙә белмәй” тигән һүҙҙәрҙе оло быуын вәкилдәренән йыш ишетергә тура килә. “Кешене яҙмыш йөрөтә”, “Яҙмыш бәндәне ҡайҙа ғына ташламай” тип тә әйтергә яратабыҙ. Эйе, ғәҙәттә, яҙмыш елдәре төрлөбөҙҙө төрлө яҡтарға ташлай. Кемдәрҙер ғүмер буйы тыуған ерҙәренә ерегеп бер урында ғына донъя көтһә, ҡайһы берҙәр эш эҙләп, йә башҡа сәбәптәр менән Рәсәйҙең төрлө төбәктәренә тарала. Сит илдәргә сығып китеп, ҙур уңыштар ҡаҙанған яҡташтарыбыҙ ҙа байтаҡ. Бөгөнгө мәҡәләбеҙ геройы тап шундайҙарҙан. Иҫке Шәрәй ауылында тыуып үҫкән танылған опера йырсыһы Рәфис Хөснөтдинов сирек быуатҡа яҡын Италияның Венеция ҡалаһында ғүмер итә. Беҙ уның менән ватсап аша бәйләнешкә сыҡтыҡ һәм Рәфис Хәмзә улының сәнғәт донъяһына килгән юлы, Италиялағы тормош-көнкүреше тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ. Әйткәндәй, 25 март – мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнөндә яҡташыбыҙ үҙенең тыуған көнөн, 54 йәшен билдәләй.
- Рәфис Хәмзә улы, йыр-моңға һөйөү һеҙгә ҡайҙан килгән һәм нисек опера йырсыһы булып киттегеҙ?
- Беҙҙең нәҫелдә гармунсылар, йырсылар байтаҡ. Йыр-моңға һөйөү атай-әсәйебеҙҙән килә. Бәләкәй генә саҡтан уҡ ағайымдар менән бергә мунса башына менеп, атайымдың гармунында уйнарға өйрәнә торғайныҡ. Тыуған ауылым мәктәбендә лә йыр-бейеү һәм башҡа сәнғәт менән бәйле бик күп түңәрәктәр уңышлы эшләп килде. Бала саҡта мин ныҡ итеп бейергә яраттым. Бейеү буйынса төрлө конкурстарҙа ҡатнаштым. Ул йылдарҙа яҙмышымды мәҙәниәт өлкәһе менән бәйләргә уйламай ҙа инем. Мәктәпте тамамлағас, иретеп йәбештереүсе һөнәре буйынса белем алдым. Әрме хеҙмәтенән һуң шул һөнәр буйынса Ҡырмыҫҡалыла эшләй башланым, эштән һуң район Мәҙәниәт һарайына йөрөнөм. Бер ваҡыт Мәҙинә апай Усманова конкурсҡа йырсы кәрәк булыуын әйтте һәм ул ваҡытта хормейстер булып эшләүсе Гөлнара Әминева менән бергәләп мине йырлатып ҡаранылар. Тауышымды оҡшаттылар ҙа мине Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге конкурсҡа әҙерләй башланылар. Был конкурста Гран-приға эйә булдым һәм жюри ағзалары мине сәнғәт училищеһына уҡырға саҡырҙы. Имтихандар күптән башланған саҡ ине. Шулай ҙа миңә имтихандарҙың өсөнсө турына килергә рөхсәт бирҙеләр. Башҡорт халыҡ йыры “Азамат”ты башҡарып, училище студенты булып та киттем. Бына шулай, уйламағанда, яҙмыш мине сәнғәт юлына килтерҙе. Училищены ҡыҙыл дипломға тамамлап, Өфө сәнғәт институтына уҡырға индем һәм өсөнсө курста уҡ Опера һәм балет театрында солист булып эш башланым.
- Беҙҙе бигерәк тә һеҙҙең Италияға килеүегеҙ тарихы ҡыҙыҡһындыра
- Ул саҡтарҙа уҡ сит илдәрҙә лә ҙур танылыу алған Илдар һәм Асҡар Абдразаҡовтар, Светлана Арғынбаева менән эш буйынса күп аралашырға тура килде. “Һинең дә тауышыңды Италияла тыңлап ҡараһындар ине”, - тигән кәңәш менән улар миңә бер адрес бирҙеләр. Күп тә үтмәне, миңә Италиянан саҡырыу килеп төштө. Декабрь айы ине ул. Ә был ваҡытта Италияла барыһы ла ял итә, байрамға әҙерләнә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан минең бик йыраҡтан килгәнемде аңланылар һәм махсус комиссия йыйып, тыңланылар. Унда “Рудольф арияһын” һәм “Рус арияһын” башҡарҙым. Оҡшаттылар, буғай. Шулай ҙа, етте тиһәләр ҙә, үҙебеҙҙең башҡорт халыҡ йыры “Сибай”ҙы һуҙып ебәрҙем. Һөйләшеп ултырған ерҙәренән барыһы ла тынып ҡалды, йотлоғоп мине тыңлай башланылар. Аҙаҡ был йыр тураһында миңә күп кенә һорауҙарын яуҙырҙылар. “Был ниндәй операнан?”- тиҙәр. “Үҙебеҙҙең башҡорт халыҡ йыры”, - тип аңлатҡас, итальяндарҙың һуштары китте, йырҙың моңона, мелизмаларына аптыранылар һәм мине шунда уҡ үҙҙәренә уҡырға саҡырҙылар. Шулай итеп, 1999 йылда Италияның Парма ҡалаһындағы Арриго Бойто исемендәге консерваторияға уҡырға керҙем. Ике йылдан Милан ҡалаһында йыр академияһында уҡыуымды дауам иттем. Дүрт йылдан һуң “Ла Скала” дипломына эйә булдым.
- Тәүге ваҡытта итальян теле менән бәйле проблемалар булманымы?
- Юҡ, әллә ни проблемалар булманы, сөнки институтта сит ил телдәренә ҙур иғтибар бүленде, бик күп ариялар итальян телендә башҡарыла торғайны. Шуға мин ул тиклем ҡыйынлыҡ тойманым.
- Уҡып бөткәс тә эш тәҡдим иттеләрме?
- Һәр эшкә тәжрибә талап ителә. Бында тенорҙар етешмәй, шулай уҡ был тауышты ирҙәргә ҡуйыуы ауыр. Италияла уҡыуымды тамамлағас та, “Адеус” йыр ансамблендә эш башланым. Шунан Пьяченца ҡалаһындағы театрға урынлаштым. Венециянан йөрөп эшләүе ҡыйын булғас, Падуя ҡалаһындағы “Верди” театрына эшкә күсергә тура килде. Шул йылдарҙа “Вольф-Феррари” ансамбленә эшкә саҡырҙылар. Әле мин хаҡлы ялдамын. Шулай ҙа эшемде дауам итәм һәм ситтән тороп Ҡазан дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт университетында профессор Винера Ғәниева класында магистратурала уҡып йөрөйөм. Алла бирһә, быйыл диссертация яҡлап, диплом аласаҡмын һәм йәш быуынға белем биреү менән шөғөлләнә башлаясаҡмын.
- Италиялағы тормош-көнкүреш хаҡында ла һөйләп үтһәгеҙ.
- 25 йылға яҡын донъялағы иң матур ҡалаларҙың береһе - Венецияла йәшәп ятам. Белеүегеҙсә, был ҡала һыу өҫтөндә урынлашҡан. Бында урамдарҙа күбеһенсә кәмәлә йөрөргә тура килә, сөнки йортоңдан килеп сығыу менән, һине һыу ҡаршы ала. Сирек быуат эсендә ошонда донъя көткәс, барыһына өйрәнеп тә бөттөм инде. Бындағы тормош миңә бик ныҡ оҡшай. Италияла гел йәй, тирә-яҡта һәр ваҡыт йәшеллек, Адриатик диңгеҙе йәйрәп ята. Шөкөр, башҡа бик күп илдәрҙә сығыш яһарға, донъя гиҙергә тура килде.
- Шулай ҙа, тыуған төйәк һағындыралыр...
- Тыуған яҡтарымды бик ныҡ һағынам, әлбиттә. Мөмкинлек булған һайын ҡайтырға тырышам, тик, ҡыҙғанысҡа, бик йыш ҡайтып булмай. Донъя хәлдәрен үҙегеҙ ҙә белеп тораһығыҙ, юлдарҙа йөрөү ҡатмарланып китте. “Яҡшы булһа ла торған ер, һағындыра тыуған ер”, - тигәндәй, тәпәй баҫҡан йәнтөйәк һәр саҡ күңелдә йәшәй һәм гелән үҙенә тартып тора. Бер ниндәй океан-диңгеҙ ҙә үҙебеҙҙең яҡтарҙағы йылға-күлдәрҙе алыштыра алмай. Тыуған илемдән йыраҡта йәшәһәм дә, яҡташтарым, ауылдаштарым, туғандарым менән даими рәүештә социаль селтәрҙәр аша аралашабыҙ. Шуға күрә тыуған яҡтарымдағы барлыҡ яңылыҡтарҙы белеп торам тиергә лә була.
- Белеүемсә, улығыҙ ҙа йыр-моңға ғашиҡ...
- Эйе, улым да йыр-моңдо ярата, бик матур йырлай, әммә сәнғәт юлы менән китмәне. Башҡорт дәүләт университетын тамамлап, әле шул һөнәре буйынса эшләп йөрөй һәм ситтән торп аспирантурала уҡып йөрөй.
- Ҡыҙыҡлы әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Рәфис Хәмзә улы! Тыуған яҡ сәләмдәрен ҡабул итеп алығыҙ. Ижади уңыштар һеҙгә!
- Минең менән ҡыҙыҡһыныуығыҙ өсөн үҙегеҙгә рәхмәт. Барлыҡ яҡташтарыма Италиянан күптән-күп сәләмдәр ебәрәм, именлек-һаулыҡ теләйем!
Розалия БИКТИМЕРОВА