

Ауылыбыҙ активисткаһы, уҡытыусы Гүзәл Сыңғыҙоваға барып, беҙҙе байрамһыҙ ҡалдырма инде, тип әйтеүебеҙ булды, ҡуш ҡуллап ризалашты. Ауылыбыҙҙың оло апай-ағайҙары ла гармун, мандолиналарын тотоп репетицияға ашыҡты. Кемдер йырланы, кемдер бейене, ҡыҙыҡлы скетч күрһәтергә теләктәрен белдереүселәр ҙә булды. Бигерәк тә бергәләп йырлаған йыр күңелгә ятты.
Беҙҙе байрамһыҙ ҡалдырмаған Гүзәл Вәхит ҡыҙына һәм байрам менән ҡотларға килгән ауыл хакимиәте башлығы Фидан Сәлих улына ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Беҙ оло кешеләргә күп тә кәрәкмәй бит инде. Концерт ҡуйып, бейеп-йырлап, күңелдәребеҙ булып сәй эсеп ҡайттыҡ. Һәм, әлбиттә, уйыбыҙ артабан да туҡтап ҡалмаҫҡа ине. Бәлки, киләсәктә үҙебеҙҙең хорҙы ла булдырырбыҙ, тигән ниәт менән таралыштыҡ.
Фәрзәнә Ғәҙелшина.
Мөкәй ауылы.