Даирә
+24 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
2 Март 2023, 12:02

Моңдар иленә сәйәхәт ҡылдыҡ

Иҫке Бәпес ауылы мәктәбенә ҡунаҡҡа Өфө сәнғәт училищеһының “Рәсәй Халыҡ милли уйын ҡоралдары” бүлеге студенттары үҙҙәренең етәкселәре, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты Рөстәм Далха улы Ғүмәров һәм ҡурай уҡытыусыһы, БР мәғарифы отличнигы Дамир Абдулла улы Әбүбәкиров менән ҡунаҡҡа килде.

Моңдар иленә сәйәхәт ҡылдыҡМоңдар иленә сәйәхәт ҡылдыҡ
Моңдар иленә сәйәхәт ҡылдыҡ

Моңдар иленә сәйәхәт ҡылдыҡ

Иҫке Бәпес ауылы мәктәбенә ҡунаҡҡа Өфө сәнғәт училищеһының “Рәсәй Халыҡ милли уйын ҡоралдары” бүлеге студенттары үҙҙәренең етәкселәре, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты Рөстәм Далха улы Ғүмәров һәм ҡурай уҡытыусыһы, БР мәғарифы отличнигы Дамир Абдулла улы Әбүбәкиров менән ҡунаҡҡа килде. Был көндө улар менән бергә беҙ ҙә моңдар иленә сәйәхәт ҡылдыҡ.

Ҡурайсы егеттәр халҡыбыҙҙың милли музыка ҡоралы – ҡурайҙа моңло ла, дәртле лә халыҡ көйҙәрен уйнап ишеттерҙеләр. Думбырала, ҡыл ҡумыҙҙа уйнаусы, күңелдәргә үтенеп инерлек йырҙар бүләк итеүсе ҡыҙҙарҙың һәм ансамблдең сығышын да тамашасылар дәррәү алҡыштарға күмде. Халҡыбыҙҙың үлмәҫ йыр-моңдарын рәхәтләнеп тыңлаусыларҙың хатта күҙҙәренән йәштәр тәгәрәне.

Ошондай йәмле сығыштар менән ҡыуандырыусыларҙың һәм был сараны ойоштороуҙа оло ярҙам күрһәтеүселәрҙең барыһына ла, шәхсән Иҫке Бәпес ауылы мәктәбе директоры Рамазан Раян улы Шаймарҙановҡа барлыҡ тамашасылар исеменән оло рәхмәт әйтке килә.

Имза БИКТИМЕРОВ,

Ҡырмыҫҡалы ауылы.

Моңдар иленә сәйәхәт ҡылдыҡ
Моңдар иленә сәйәхәт ҡылдыҡ
Моңдар иленә сәйәхәт ҡылдыҡ
Моңдар иленә сәйәхәт ҡылдыҡ
Моңдар иленә сәйәхәт ҡылдыҡ
Автор:
Читайте нас