Даирә
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
4 Февраль 2023, 19:18

Ауыл ҡыҙыҡайы Хикәйә

Айнурға егерме ике йәш, ул ауылдағы беренсе егет булып иҫәпләнә. Дуҫлашып йөрөгән ҡыҙы Гөлдәр ҙә иң сибәре, күп егеттәрҙең башын әйләндереп тә өлгөрҙө инде, әммә ул Айнурҙы һайланы. Кис ауыл буйлап үткәндә эскәмйәлә ултырған әбей-һәбей был егет менән ҡыҙға һоҡланып ҡала: “Ҡалай пар килгәндәр әле, оҙаҡламай өйләнешерҙәр инде...”  

Ауыл ҡыҙыҡайы                        Хикәйә
Ауыл ҡыҙыҡайы Хикәйә

Егет әле ауылда тракторсы булып эшләй, ләкин ауыл хужалығы институтына ситтән тороп уҡырға ла инде, юғары белемле механик булырға әҙерләнә. Ә Гөлдәрҙең ауылда йәшәһе килмәй. Туйҙан һуң ул йәш ирен ҡалаға алып китергә хыяллана.
– Унда, исмаһам, тормош! Бында бигерәк төпкөл бит... – ти ул.
Айнур уның был һүҙҙәрен ҡабул итмәй:
– Бында ла матур һәм етеш йәшәргә мөмкин, тәбиғәт беҙҙә нисек матур... – ти егет.
Ул ысын ауыл егете, йәне-тәне менән ергә бирелгән, ҡалала иһә үҙен сит мөхиттә итеп һиҙә, нимәгә тотонорға белмәй. Ул кәләшен ауылда ҡалырға күндерермен әле тип уйлап йөрөй.
Бер көндө Айнур эштән иҫерек ҡайтты. Эсергә әүәҫ түгел былай, һирәк булғылай ундай хәл, ләкин ул көндө колхоз рәйесенең тыуған көнө булып сыҡты, башҡалар байрам иткәндә бер үҙең ситтә ултырыуы уңайһыҙ бит инде. Урамда уға ауыл “алкашы” Ғәйнулла осраны, уларҙың ергә һеңә яҙып бөткән бәләкәй йорттарында ҡатыны менән икәүләп көн дә иҫерек булғанын барыһы ла белә. Ғәйнулла Айнурҙы өйгә саҡырҙы. Беҙҙә булғаның да юҡ, йәнәһе. Ысынлап та егеттең бында һис ҡасан ингәне юҡ. Ул ҡыҙыҡ өсөн ҡарап сығырға булды.
Бер ингәс ни, шунда уҡ сығып китеү мөмкин түгел. Ҡыҫҡаһы, улар байтаҡ “тейәп” ташлағандар һәм Айнур үҙҙәренең өйөндә генә иҫенә килде. Күҙҙәрен саҡ асһа, эргәһендә Ғәйнулланың ҡыҙы Фирүзә ултыра. Теһеге, оялып ҡына, ултырғыстың ситенә ҡунаҡлаған һәм ҡурҡҡан ҡараштары менән уянып килгән Айнурға текләгән.
– Ә һин бында ҡайҙан килеп сыҡтың? – ти Айнур, ауыртҡан башын тотоп.
– Һин уны кисә үҙең етәкләп ҡайттың бит, – тине әсәһе Мәғәфүрә апай. – Өйләнәм тинең, кәләш итергә йәрәшеп ҡайттым тинең. Бер нәмә лә хәтерләмәйһеңме ни?
Айнур кисә булғандарҙы иҫләргә тырышты. Ғәйнулла ҡатыны менән икәүләп ҡыҙҙарын маҡтанылар: “Гөлдәр һиңә тиң түгел, ауылда ла ҡалмаҫҡа өгөтләй икән. Ә беҙҙең Фирүзә эшкә лә уңған, бик тыңлаусан да, һиңә бына тигән ҡатын буласаҡ...” Айнур, ныҡ ҡына төшөрөп алғас ни, барыһына ла риза булып ултырҙы. Тимәк, ҡыҙҙарын эйәртеп ҡайтарғандар.
Егет аптырап был ҡыҙға ҡараны. Бер ҡасан да уның менән аралашҡандары юҡ. Фирүзәгә саҡ ун һигеҙ тулған әле. Фермала һауынсы булып эшләй, бер кем менән дә һөйләшеп тормай ҙа шикелле, шым ғына эшкә килә, ҡайтып киткәнен дә һиҙмәйҙәр. Ата-әсәһе кейәүгә сығырға ҡушҡас та ул бер ҡаршылыҡһыҙ Айнур менән сығып киткән.
– Эскелек йүнлегә алып килмәй тип нисә тапҡыр әйткәнем булды һиңә, улым, – ти Мәғәфүрә һәм ҡыҙҡайға өндәшә. – Фирүзә, һиңә ҡайтырға ваҡыт, шаярттыҡ-булды. Улай итеп кәләш йәрәшмәйҙәр бит инде, аңлап тораһың...
Шул саҡ ҡыҙыҡай ҡысҡырып илап ебәрҙе:
– Ҡыумағыҙ инде мине, зинһар. Аҙ ғына йәшәргә рөхсәт итегеҙ инде. Улар менән йәшәй алмайым башҡа!.. Ауылдан сығып китер инем, тик минең бөтә эш хаҡымды тартып алалар, юлға ла аҡса ҡалмай... Саҡ ҡына йәшәйем әле, һеҙ ҡурҡмағыҙ – мин өйөгөҙҙә бөтәһен дә эшләйәсәкмен, ярҙам итәсәкмен...
Мәғәфүрә аптырап улына ҡараны. Ә Айнур, йомарт кеше булараҡ, ҡул һелтәп кенә ҡуйҙы:
– Йәшәһен әйҙә. Үҙем ғәйепле, шулай эсмәҫкә кәрәк ине. Ана тегендә буш бүлмә бар бит, урын күп.
Фирүзә, ысынлап та, бик уңған ҡыҙ булып сыҡты. Мәғәфүрә нимәнелер эшләргә уйлап ҡына йөрөгәндә тегеһе уны башҡарып та ҡуя. Иртән сығып һыйырҙы һауырға ла өлгөрә. Ашарға бешерергә генә әллә ни оҫталығы юҡ икән, сөнки йортта эскесе әсәй бешеренмәй тиерлек, шуға ҡыҙын да өйрәтмәгән. Ул Мәғәфүрә апайҙың өйрәтеүен үтенә һәм бер нисә көндән бәлеш бешереп тә ҡуя.
Бер көн уларға Гөлдәр килеп инә һәм Фирүзәгә аптырап ҡарай:
– Ә ул ни эшләп йөрөй бында?
Айнур, көлә-көлә, нисек Ғәйнуллаларҙа “ҡунаҡ булғанын” һөйләп бирә. Тәбиғи, барыһын да һөйләп бөтмәй. Гөлдәр, киреһенсә, ҡаштарын йыйыра.
– Мине бөтә ауылға мәсхәрә итергә итәһеңме? Хәҙер үк ҡайтып китһен! – ти ул тешен ҡыҫып ҡына.
– Юҡ, Гөлдәркәйем, улай ярамай. Мин ҡал тип ышандырҙым бит. Әллә көнләшәһеңме?
– Мин көнләшәмме? Ул миңә көндәш була ала тиһеңме һин? Йәшәһен әйҙә, үҙегеҙ бик теләгәс ни...
Шулай итеп, баҫалҡы һәм эшсән Фирүзә был йортта тороп ҡалды. Ә бер саҡ уның иҫерек ата-әсәһе аҡса һорап килгәс, Айнур уларҙы уларҙы урамға ҡыуып сығарҙы һәм башҡа бында күренмәҫкә ҡушты.
– Һеҙ әле ир менән ҡатын түгел, Фирүзә аҡса менән ярҙам итһен, беҙҙең ашарға ла юҡ, ас ултырабыҙ, – тип ҡысҡырҙы Ғәйнулла ҡапҡа төбөнән арыраҡ киткәс.
– Фирүзәнән аҡса һорап ҡына ҡарағыҙ, муйыныңды борормон! – тип яуапланы Айнур.
Фирүзә аҙме-күпме аҡса йыйып алыуы, тиҙҙән китергә йыйыныуы тураһында һүҙ ҡуҙғатһа, хужалыҡта уңған ярҙамсыһы булыуға күнегеп өлгөргән Мәғәфүрә апай гел ҡаршы төшә:
– Йәшәй бир әле, ҡыҙым, һине берәү ҙә ҡыумай. Ата-әсәйең дә ҡамасаулап йөрөй алмай, Айнур уларҙы урынына ултыртты инде.
Уға ла был йортта барыһы ла өйрәнгәйне инде. Фирүзәнең ҡараштары был һуңғы ике-өс айҙа алсаҡлана төштө, уның хатта, элек булмағанса, ҡысҡырып көлгәнен дә ишетә башланылар.
Ә Гөлдәр туйҙы ашыҡтырыуын дауам итте. Айнур ҙа өйләнергә ваҡыт еткәнен аңлай аңлауын, тик әсәһенә ҡараһа – уныһы өндәшмәй. Буласаҡ киленен әллә ни өнәп етмәй, күрәһең. Шулай ҙа, йолаға ярашлы, кәләш йәрәшеү өсөн ике яҡты ла йыйып ҡунаҡ саҡырырға булдылар. Артабан йәштәр ЗАГС-ҡа барырға һөйләште.
Мәжлескә бөтә ауыл йәштәре йыйылды. Айнурға тағы байтаҡ ҡына эсеп ташларға тура килде, Гөлдәре лә туҡтауһыҙ һыйлай бит. Әәткәндәй, уныһы ла төшөрөргә күп һорап тормай икән. “Бөгөн – беҙҙең көн, ни эшләһәк тә килешә”, – тип көлә үҙе. Өҫтәлдең арғы башында ултырған Мәғәфүрә апай ғына улы менән буласаҡ килененә ҡәнәғәтһеҙ төҫ менән ҡарап ҡуйғылай. Уның эргәһендә ултырған Фирүзә араҡыны тотоп та ҡараманы.
Кискә йәштәр урамға сыҡты. Кемдер йылға буйына төшөргә тәҡдим итте. Фирүзә лә уларға эйәрҙе.
– Әллә ул һине күҙәтеп кенә йөрөй инде? – тип һуҡранды Гөлдәр.
– Ул миңә хәҙер һеңлекәш һымаҡ бит, килһен әйҙә, ул һиңә ҡамасауламай ҙа инде, Гөлдәркәйем.
Йылға ярындағы бер ағас ырғамаҡтан балалар электән һыуға һикереп уйнай торғайны. Күптәр ҡурҡа, ә Айнур һымаҡ ҡыйыуҙар ғына һис икеләнәп тормай һикерә ине. Әле лә дуҫтарының береһе иҫкә төшөрҙө:
– Айнур, хәтерләйһеңме, ошо ырғамаҡтан нисек кенә һикерә инең йылғаға? Хәҙер булһа, булдыра алмаҫ инең...
– Юҡ, хәҙер ҡурҡыта инде ул... – тип ҡуйҙы Айнур.
– Минең Айнурым бөтәһен дә булдыра! – тип ҡаршы төштө Гөлдәр. – Мин әйтһәм, һикерәсәк. Шулаймы, Айнур?
Айнур, икеләнә биреберәк, кәләшенә ҡараны. Шул саҡ арттараҡ торған Фирүзәнең тауышын ишеттеләр:
– Айнур, кәрәкмәй, һин әле эскәнһең бит...
Гөлдәрҙең йән асыуы сыҡты:
– Һин мине тыңлайһыңмы, әллә мынау ҡарасҡынымы? Мин һинең кәләшең, яратһаң, бер нәмәнән дә ҡурҡмаҫ инең!
– Әй, ни булһа ла булыр... – егет, кейемен һалды ла, тиҙ генә ағасҡа менеп китте. Гөлдәр һауалы ғына итеп Фирүзәгә ҡарап ҡуйҙы, тегеһенең ҡобараһы осҡайны.
Иҫерек кеше иҫерек инде ул – Айнурҙың һикереүе ул теләгәнсә килеп сыҡманы, кәүҙәһе һыуға яйһыҙыраҡ килеп бәрелде, арҡаһы ныҡ ауыртыуҙан тәне ҡурышты һәм егет таш кеүек һыу төбөнә китте.
Көтөлмәгән хәлдән бөтәһе лә шаңҡып ҡалғайны. Тик Фирүзә генә, уйлап та тормай, һыуға ырғыны. Был ҡаҡса ғына ҡыҙсыҡта ҡайҙан ул хәтле көс табылғандыр – ҙур кәүҙәле Айнурҙы һыу төбәнән тартып сығарҙы ла ярға табан һөйрәй башланы. Үҙе саҡ йөҙә, сәсәй ҙә башланы. Ярай әле, иҫенә килеп өлгөргән егеттәр ярҙамға ташланды, Фирүзә үҙе лә яр ситенә етә яҙғайны инде.
Һушына ҡайтҡан Айнурға дуҫтары әле уның булған хәлде һөйләп биргәс, ул ситтә ҡурҡып ҡына ҡарап торған Гөлдәргә өндәшә:
– Ә һин, ҡәҙерлем, ниңә ярҙамға ташланманың, һиңә барыбер инеме ни?
– Минме? – ти тегеһе. – Мин йүнләп йөҙә лә белмәйем бит, һөйрәп сығара алмаҫ инем...
– Ә бына ул уйлап та тормаған һәм булдырған! – егет эргәлә саҡ тын алып ултырған Фирүзәне ҡосаҡлай. – Минең яҙмышым – ул! Мин уға өйләнәм!
– Айнур, һин әле иҫеңә килеп бөтмәгәнһең, шуға нимә һөйләгәнеңде аңламайһың! – ти Гөлдәр.
– Юҡ, киреһенсә, быға саҡлы аңламай инем, хәҙер күҙҙәрем асылды...
Айнур менән Фирүзәнең туйында бөтә ауыл байрам итте. Барыһы ла Фирүзәнең буй-ҡиәфәтенә һоҡланып туйманы: бик тә сибәр ҡыҙыҡай икән дәһә! Быға саҡлы гел иҫке-моҫҡола йөрөгәнгәме икән, уның матурлығын шәйләмәгәндәр... Әллә үҙен бәхетле итеп тойоуы йөҙөнә сыҡҡан ҡатын-ҡыҙ шулай сибәрләнеп китәме икән...
Кейәү ҙә, кәләш тә әленән-әле бер-береһенә һоҡланыулы ҡарашын ташлауҙан туҡтаманы, ҡулдары ысҡындырылманы ла. Тик икеһе лә араҡыға бөтөнләй ҡағылманы.
... Был ваҡиғаларҙан һуң байтаҡ ғүмер уҙҙы инде. Колхоздар ҙа күптән юҡ, ләкин Айнур менән Фирүзә кеүек уңғандар һәр саҡ етеш йәшәй, сөнки эштән ҡурҡыу юҡ, араҡыны һанға һуҡмайҙар. Улар өс бала тәрбиәләп үҫтерҙе, әле икеһе лә хаҡлы ялда.

Рәшит Кәлимуллин.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас в
 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: