Даирә
+29 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
3 Февраль 2023, 21:50

Хыянат хаҡы хикәйә

Алһыуланып ҡына таң атып килә. Ҡала халҡының йоҡонан уяна башлаған мәле. Бит-яңағын мыйыҡ-һаҡал баҫҡан, күптән йыуылмаған кейеме бөтәрләнеп бөткән ир йораты тәнтерәкләп Ҡариҙел ярына сыҡты. Шунда тумалап ятҡан яртылаш серек бүрәнәгә ҡунаҡланы. Сатнап ауыртҡан башы ватылып килгәндәй.  

Хыянат хаҡы                      хикәйә
Хыянат хаҡы хикәйә
Кисә әшнәләре менән фанфуриктарҙы бигерәк самаһыҙ “төшөрөп” ташланылар шул. Хужалыҡ кәрәк-ярағы менән сауҙа иткән һәр киоскта һатыла улар. Хаҡы ҡәҙимге иҫерткес эсемлектәргә ҡарағанда әллә күпмегә арзаныраҡ – ун-ун биш һум ғына. Дарыуханаларҙа ла бар, әммә улары ҡыйбатыраҡ. Бәләкәй быяла шешәләрҙәге алама спирттың эсеүгә тәғәйенләнмәгәнен яҡшы белә Фәнил, әммә унан баш тарта алмай. Ни өсөн тигәндә, һуңғы йылдарҙа “һалмайынса” йәшәй алмай. Ә арыуыраҡ эсемлеккә аҡса табырлыҡ әмәле юҡ. Бер ҡайҙа ла эшләмәгәс, ҡайҙан булһын инде?! Аҡса күктән яумай ҙаһа!

Фатирынан һатырҙай бөтә әйберҙе урлап алып сығып, “осороп” бөттө. Инде ни эшләргә? Ҡайҙан, нисек, нимә табып баш төҙәтергә? Талғын ғына аҡҡан йылға һыуына ҡарап, тәрән уйға сумды ир. Нисек ошо берәҙәк байғош хәленә ҡалдым һуң әле, тип әрнеп-әрнеп үткән ғүмерен байҡаны.

...Ырымбур өлкәһенә яҡыныраҡ төбәк­тәге бәләкәй генә ауылда үҫте ул. Ғаиләлә алты бала тәрбиәләнделәр. Атайҙары иртә вафат булды. Әммә эшкә ифрат уңған әсәйҙәре өс улына һәм өс ҡыҙына ел-ям­ғыр тейҙермәҫкә тырышты. Алдынғы һа­уынсы булды. Ғәзиздәренең һәр ҡай­һыһына юғары белем бирергә ынтылды. Ауылда урта мәктәп юҡлыҡтан, өлкәнерәк­тәрен, шул иҫәптән Фәнилен дә, Өфөләге 1-се мәктәп-интернатҡа килтереп урынлаштырҙы.

Уҡыуға үтә һәләтле ине ул. Бигерәк тә математика менән физиканы еңел үҙләштерҙе. Шуға ла үҙен уҡытыусылар яратты. Мыҡты кәүҙәле, ҡап-ҡара сәстәре бөҙрәләнеп торған, муйылдай күҙҙәре нур балҡытҡан, теремек һәм тилбер ауыл малайы төрлө райондан йыйылған тиҫтерҙәре менән дә тиҙ уртаҡ тел тапты. Мәктәп-интернатты тамамлағас, имтихандарҙы еңел тапшырып, бер урынға ун ике абитуриент дәғүә иткән конкурсты үтеп, Башҡорт дәүләт университетының физика факультетына уҡырға инде. Яҡшы өлгәште. Юғары уҡыу йорто педагогтары, ғалимдары Фәнилгә ҙур өмөт бағланы, киләсәге яҡты булырына ышанды.

Студент йылдарында егет үтә һөйкөмлө һәм ипле ҡыҙға ғашиҡ булды. Бар булмышы, гүйә, тик наҙҙан туҡылған төҫлө ине һылыуҙың. Исеме лә ниндәй бит әле: Йәмилә – торғаны йәм иле! Университеттың филология факультетында уҡып йөрөй. Йәштәр аралаша башланы. Икеһе лә 1-се мәктәп-интернатты тамамлағас, уртаҡ дуҫ-таныштары байтаҡ, әңгәмәләшерлек темалары ла бихисап. Гел етәкләшеп йөрөнөләр. Хайран ҡалмалы һоҡланғыс пар ине улар!

...Физика һәм филология факультет­тарының дөйөм ятаҡтары йәнәш урын­лашҡан. Фәнилдең мөхәббәттән башы күккә тейерҙәй булып йөрөгән сағы. Уның өсөн бүлмәләштәре лә ихлас ҡыуаныша. Көҙҙөң матур бер көнөндә сюрприз да әҙерләнеләр: Йәмилә менән Фәнилдең тыуған көндәре ай башында булғас, икеһен бер юлы ҡотлау ниәтендә физиктарҙың ятағында мул табын әҙерләнеләр. Йәштәргә ҡупшы фарфор ҡурсаҡтар бүләк иттеләр. Фәнилгә тәғәйенләнгәне – гармунсы егет, Йәмиләнеке – сибәр ҡыҙ.

Күңелле байрам иттеләр. Һуңынан егет ҡыҙҙы ятағының ишек төбөнә тиклем оҙатып ҡуйҙы.
– Икегеҙ ҙә бигерәк ипле, әҙәплеһегеҙ, – тип маҡтаны йәштәрҙе вахтер. – Тәүфиҡ артынан бәхет эйәрә, тиҙәр – бәхетле булырһығыҙ.

Вәзихә исемле был йыуантыҡ ҡатын дөйөм ятаҡта көн иткән барса йәш-елкенсәкте генә түгел, уларға килеп йөрөгәндәрҙе лә белә. Һәр кемгә ҡарата үҙенсә баһаһы ла бар. Балаларылай күрә шул ул студенттарҙы. Шуға ла йәштәрҙең үҙ-үҙен нисек тотоуына, холоҡ-фиғеленә битараф ҡала алмай. Кәрәк тапһа, бәғзеһенә өгөт-нәсихәт тә уҡып ҡуя. “Һеҙ бит – киләсәктә ил яҙмышын хәл итәсәк белгестәр, – ти ул, ғәҙәттә. – Яуаплылыҡ, үҙ баһаңды белеү кеүек сифаттарҙы әле үк ҡанығыҙға һеңдерергә бурыслыһығыҙ”.

Йәмилә менән хушлашыуына ун-ун биш минут та үтмәне, Фәнил тағы филологтар ятағына килеп етте.
– Бына, бүләгеңде онотҡанһың, – тип һөйгәненә теге ҡурсаҡты тотторҙо.

– Иртәгә алып килһәң дә ярар ине, – тигән булды ҡыҙ.

– Дөрөҫөн әйткәндә, һине һағынып та өлгөрҙөм, – тип әйтеп һалды егет, тулҡынланыуын йәшерә алмайынса. – Ғөмүмән, үҙеңде күрмәйенсә йәшәй алмайым, шул тиклем яратам һине, йәнем!

Йәмилә лә шундайыраҡ хис-тойғо кисерә ине. Ошо кистә ғашиҡтар бер йылдан өйләнешергә ҡарар итте.
Йәйге каникул еткәс, ата-инәһенең ризалығын алыу өсөн, Йәмиләнең тыуған ауылына юл тоттолар. Күккә олғашҡан тауҙар, таҙа һыулы йылға-күлдәр, ап-аҡ ҡайындар араһында урынлашҡан был төбәктә Фәнилдең йәне кинәнде. Һөйгәненең ата-инәһе менән танышҡас, ғашиҡ егеттең күңеле уғата әҫәрләнде: ғәйәт ихлас, йылы ҡаршыланы буласаҡ кейәүҙәрен Вәхит бабай менән Мәфтүхә әбей.

Йәмиләнең ата-инәһе лә – ҡасандыр яратышып ҡауышҡан, ғүмер буйы бер-береһен ихтирам итеп, ҡурсалап йәшәгән кешеләр. Биш бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ике улдары Бөйөк Ватан һуғышына тиклем донъяға килгән. Ғаилә башлығы һуғыштан иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡас, тағы бер улдары һәм ике ҡыҙҙары тыуған. Фәнилдең һөйгәне – ауылда ғына түгел, тотош районда абруйлы Ураҙбаевтарҙың кинйә ҡыҙы. Ата-инәһе, ағайҙары, апаһы һәм барлыҡ туған-тыумасаһы уның өсөн өҙөлөп тора, “Йәмиләкәй” тип кенә өндәшә. Кәләшенең зауыҡлы итеп йыйыштырылған тыуған йорто, ғаилә ағзаларының ихласлығы – һәммәһе лә Фәнилгә ысын мәғәнәһендә бәхет усағылай тойолдо.

Йәштәр өйләнешкәс, ғүмер буйы етәксе вазифалар биләгән, тәү ҡарашҡа ҡырыҫыраҡ тойолған Вәхит бабай ҙа, ирен көтөп, балалар тәрбиәләп, йортон сынъяһау итеп тотҡан Мәфтүхә әбей ҙә Фәнилде, яратып, “улым”, “улыбыҙ” тип йөрөтә башланы.

– Һөйөп үҫтергән кинйәбикәбеҙҙе алдың, рәнйетәһе булма! – тип киҫәтте шулай ҙа кейәүен ҡайныһы туйҙың иртәгәһенә үк. – Һүҙемде йыҡһаң, Хоҙай ярлыҡамаҫ.

Егет ҡаушап ҡалмай, ышаныс менән яуапланы:
– Күҙ ҡараһылай ҡәҙерле кешемде ҡыйырһыта буламмы һуң?!

Фәнилдең әсәһе һәм барса туғандары ла Йәмиләне тәү күреүҙән үк яратты. Шулай йәштәр матур тормош ҡороп ебәрҙе.
Университет етәкселеге уларға филологтарҙың дөйөм ятағынан айырым бүлмә бирҙе. Йәмилә уны бөхтә итеп йыйыштырып ҡуйҙы. Фәнил китаптар, һауыт-һаба ҡуйыу өсөн таҡтанан, быяланан кәштәләр әтмәләне. Ире шул эште атҡарғанда дуҫтары бүләк иткән фарфор уйынсыҡтарҙың береһенең – гармунсы егеттең – иҙәнгә төшөп селпәрәмә ватылыуы ғына йәш ҡатындың күңелен бер аҙ шомландырып ҡуйҙы. Уның ҡапыл бойоҡҡанын күреп, ире:
– Борсолма һис юҡҡа, донъяла ундай ғына юғалтыуҙар була инде, – тип йыуата һалды.

Ата-әсәһенең иркә ҡыҙы булыуына ҡарамаҫтан, Йәмилә иҫ китмәле уңған ине. Ҡулынан килмәгән эш юҡ! Бүлмәләренә сүп тә ҡундырмай, иренең кейем-һалымы һәр саҡ таҙа, үтекле, бешергән аш-һыуы гел телде йоторлоҡ килеп сыға. Йәштәр икеһенең дә тыуған ауылына ҡайтып йөрөй. Йәй Йәмилә ҡулына салғы тоторға ла тәүәккәлләй. Юлдаштарҙың ауылында ҡатын-ҡыҙ кипкән бесәнде тырма менән йыйыуҙа ғына ҡатнаша, шуға ла халыҡ алыҫтан килгән һөймәлекле килендең ғәҙәттә көслө зат башҡара торған ауыр эштән дә ҡурҡмауына шаҡ ҡата. Иренең иһә түбәһе күктә!

Университетты уңышлы тамамлап, икеһе лә диплом алды. Йәмилә Матбуғат йортонда эш башланы. Юлдаш иһә уҡыуын аспирантурала дауам итте. Кистәрен тимер юл вокзалында йөк бушатып, әҙме-күпме аҡса ла эшләне. Буш ваҡыттарында гел бергә булдылар. Ифрат бәхетле ине улар. Пар күгәрсендәрҙәй ғүмер итеүҙәренә ҡарап һоҡланғандар ғына түгел, көнләшкәндәр ҙә табылды...

Олоғайып барған ата-инәһенең хәлен белешеү ниәтендә бер ялда Йәмилә тыуған яғына яңғыҙы ғына юлланды. Юлдаштың кисектергеһеҙ эше бар ине, шуға Өфөлә ҡалды. Кис үк, ниндәйҙер сәбәп табып, йәш ғаилә көн иткән бүлмәгә Зөлфиә исемле ҡыҙ килеп инде. Бер факультетта уҡыһалар ҙа, уны Йәмилә менән әхирәт тип әйтеп булмай. Фәҡәт курсташтар ғына. “Ни эшләп йөрөй икән? Ул да Матбуғат йортонда эшләй буғай. Нижегородкала кемдәлер фатирҙа тора шикелле. Ҡараңғы төшөп килә, ҡайтырға ҡурҡмаймы икән һуң?..” Юлдаштың башынан бер-бер артлы шундай уйҙар үтте.

– Һағышҡа батҡанһың даһа, әйҙә, бер аҙ күңел асайыҡ, – тип сумкаһынан шарап менән кәнфит килтереп сығарҙы Зөлфиә.
Юлдаш тәүҙә юғалыбыраҡ ҡалды. Унан, үҙе лә һиҙмәҫтән:

– Ярай һуң, – тип ысҡындырҙы. Ҡатыраҡ тороп, бороп ҡына сығараһы булған да бит шунда саҡырылмаған әрһеҙ ҡунаҡты...

Хужа Зөлфиәне Йәмиләһе бешергән тәмле былау менән һыйланы. Уныһы Юлдашты шаштырып маҡтаны. Шарап шешәһенең төбө күренеүгә икеһе лә апаруҡ ҡыҙмаса булып алғайны инде. Ҡунаҡ сығып китергә йыйынманы. Мут йылмайып:
– Уф, төн етеп килә икән дә, әллә бөгөн бында ғына ҡунайыммы? – тип әйтеп ҡуйҙы.

– Ҡал һуң, – тип рөхсәт бирҙе Юлдаш.

Үҙенә – иҙәнгә, ҡыҙға карауатҡа урын йәйҙе. Әммә Зөлфиә Юлдаштың эргәһенә ҡунаҡланы... Йома кискә табан килеп ингән ҡунаҡ йәш ғаиләнең бүлмәһенән йәкшәмбе лә сыҡманы. Ә дүшәмбе иртәнсәк, ишекте үҙ асҡысы менән асып, Йәмилә ҡайтып керҙе...

Әлегеләй күҙ алдында: йөҙө ҡағыҙҙай ағарып киткән ҡатыны ишек төбөндә таш һындай ҡатып ҡалған. Исмаһам бер һүҙ өндәшһәсе! Күҙҙәрендә – тәрәнлеген байҡап та булмаҫлыҡ һыҡраныу, һыҙланыу упҡыны...

Юлдаш Зөлфиәнең ни арала сығып тайғанын хәтерләмәй ҙә.
– Йәмиләм, йәнекәйем, зинһар, ғәфү ит мине, үтенәм, – тип һөйгән ҡатыны алдына ялынып-ялбарып теҙләнгәне генә иҫендә.

Ғорур шул Йәмилә. Ғәфү итмәне. Шым ғына йөрөп кейем-һалымын сумаҙанына тултырҙы ла боролоп сығып та китте. Юлдаш буш бүлмәлә шаңҡып ултырып ҡалды. Тинлек аҡсаларын йыйҙы ла, яҡындағы кибеткә барып, бер ярты һатып алып ҡайтты.

– Их, егет, бәхет ҡошоңдо ҡулыңдан ысҡындырҙың бит! – тип әйтеп ҡалды уның артынан Вәзиха әбей.
Йәмилә шул көндә үк эшенән сығып, тыуған яғына ҡайтып китте. Район үҙәгендәге редакцияға урынлашты. Ҡатынын юллап, Юлдаш уның тыуған яғына әллә нисә тапҡыр барып әйләнде. Бәлки ғәфү итер, тип өмөтләнде. Әммә Йәмилә уны күрергә лә, ишетергә лә теләмәне. Һуңғы тапҡыр алыҫ сәфәренән ҡайтышлай тағы “ярты” алды. Үтә шыҡһыҙ, буп-буш бүлмәгә ҡайтып инеү ҡыйын булды уға. Әммә оҙаҡ һағышланырға тура килмәне. Һағалап торғандай, йәлп итеп Зөлфиә килеп керҙе.

– Үртәләнмә инде, бөтөрмә үҙ-үҙеңде, – тип һүҙ башланы ул. – Ҡәҙереңде белһә, Йәмиләң һине ташламаҫ ине әле. Ирҙәр яңғыҙ йәшәй алмай, өйләнешәйек тә ҡуяйыҡ...

– Ярай һуң, – тине тағы ҡыҙмаса булып алған Юлдаш.
Ысынлап та, әҙме-күпме ваҡыт уҙғас, өйләнеште улар. Матбуғат саралары хеҙмәткәрҙәренең дөйөм ятағында Зөлфиәгә бирелгән иркен бүлмәгә күстеләр. Әммә бәхетле булдымы һуң Юлдаш? Икенсе ҡатынын гелән тәүгеһе менән сағыштырҙы.

Ярата алманы ул Зөлфиәне. Шулай ҙа үҙен “Күптәр мөхәббәтһеҙ ҙә бынамын итеп йәшәй бит әле” тип тынысландырҙы.
– Яратмаған һине Йәмиләң. Кире осраҡта, бала табыр ине әле, – тип ҡабат-ҡабат тылҡыны Зөлфиә. Үҙенең Юлдашты ни тиклем ныҡ яратыуын иҫбатларға теләгәндәй, бер-бер артлы ике бала тапты. Дим биҫтәһендә төҙөлгән күп ҡатлы йорттарҙың береһенән өс бүлмәле фатир алдылар. Әммә өйҙәренең йәме-ҡото булманы.

Юлдаш таныштары аша Йәмиләнең хәл-әхүәлен белешеп торҙо. Уның нефть институтын тамамлаған Әҙһәм исемле егет менән тормош ҡороуы, татыу ғүмер итеүҙәре, өс бала үҫтереүҙәре хаҡында хәбәрҙәр булды.

Бер нисә йылдан Зөлфиә ҡапыл тәү ҡарашҡа “туҙға яҙмаған” һүҙ сығарҙы:
– Һинең хыянатсыл йән икәнлегеңде белмәгән кеше юҡ, Мәскәүҙә барып, стерилләнеп ҡайт. Йөрөмтәлләп, ситтә балаң булып ҡуймаһын!

Ул ваҡытта Юлдаш ғилми-тикшеренеү институтында эшләп йөрөй ине. Баш ҡалаға юлы төшкәндә, теләмәһә лә, хәләл ефетенең талабын үтәргә мәжбүр булды. Тап шул имәнесле ваҡиғанан һуң үҙен зәғиф итеп тоя башланы.

Улдары Ғүмәр ата-әсәһе менән үҫте, ҡыҙҙары Зәйтүнгөл иһә күберәк ауылда, Зөлфиәнең хаҡлы ялдағы әсәһендә тәрбиәләнде. Балаларын бик ярата Юлдаш. Әммә, ниңәлер, улы ла, ҡыҙы ла уны үҙһенмәй. Ҡасандыр ире өсөн йән атып торған кеүек тойолған Зөлфиә лә һуңғы осорҙа бөтөнләй һанға һуҡмай, юҡтан ғына ла енләнә лә китә. Ғаиләлә ығы-зығы, иреш-талаш...

СССР тарҡалып, институт ябылғас, Юлдаш “йәшел йылан” менән нығыраҡ дуҫлашты. Холҡо йомшаҡ шул, ҡаршылыҡтарҙы еңеп өйрәнмәгән. Улы – армияға, ҡыҙы кейәүгә сығып киткәс, Зөлфиә үҙенә яңы дуҫ табып алды. Баштараҡ шуның фатирында ҡунғылап йөрөнө. Бер нисә айҙан иһә әзмәүерҙәй Кавказ ирен өйҙәренә үк алып ҡайтты. Юлдаш ҡатынына аптыраулы ҡарашын төбәне:
– Өсәүләшеп йәшәйбеҙме инде?

Бөтөнләй яһилға әүерелгән Зөлфиәнең яуабы әҙер ине инде:
– Хәҙер үк сығып кит! Һин миңә бүтән кәрәкмәйһең!

Улы ла, ҡыҙы ла өйҙә ине. Атаһын яҡлап береһе бер һүҙ әйтмәне. Шул сәғәттән алып Юлдаш көнө-төнө урам гиҙә. Йәшлек мөхәббәтенә ҡылған хыянатының хаҡы үтә ҡиммәткә төштө. Бәхетенән ҡолаҡ ҡаҡты. Үҙ-үҙен юғалтты...

 
Автор: Хөриә АБЫҘГИЛДИНА.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/khyyanat-kha-y/
 
 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: