Даирә
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
1 Февраль 2023, 11:58

Ҡырмыҫҡалы “Ананас”ы яҙға өлгөрәсәк

1990-сы йылдарҙы һүрәтләгән ҡыҫҡа метражлы комедияны нәҡ Ҡырмыҫҡалы ерендә төшөрөргә ҡарар иткәндәр. Был нәфис фильмды төшөрөүҙә районыбыҙҙа йәшәүсе бик күп талантлы кешеләр ҡатнашты.

Ҡырмыҫҡалы “Ананас”ы яҙға өлгөрәсәк
Ҡырмыҫҡалы “Ананас”ы яҙға өлгөрәсәк

Ҡырмыҫҡалы “Ананас”ы яҙға өлгөрәсәк

1990-сы йылдарҙы һүрәтләгән ҡыҫҡа метражлы комедияны нәҡ Ҡырмыҫҡалы ерендә төшөрөргә ҡарар иткәндәр. Был нәфис фильмды төшөрөүҙә районыбыҙҙа йәшәүсе бик күп талантлы кешеләр ҡатнашты.

Автор билдәләүенсә, комедияла барған ваҡиғалар 1999 йылда бара. Яңы йыл ҡаршы алған төндә балаларға беҙҙең яҡ халҡы өсөн бик үк таныш булмаған экзотик емеш – ананас бүләк итәләр. Был емеште тәүге тапҡыр күргән балалар тиҙерәк тәмләп ҡарарға ашығалар. Уларҙың ананас менән бәйле ҡыҙыҡлы хәлен тиҙҙән ҡарай аласаҡһығыҙ.
- Был фильмды төшөрөү идеяһы ысын тормоштан алынған, тик сценарийҙы тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ булһын өсөн әҙерәк үҙгәрттек. Минең олатайым менән өләсәйем Ҡырмыҫҡалыла йәшәнеләр. Бала саҡта беҙ уларға йыш килә инек. Бер тапҡыр Яңы йылды ҡаршылаған саҡта әсәйем ананас алып ҡайтты. Беҙҙең өсөн ят булған емеште ныҡ итеп ашап ҡарағыбыҙ килде, әммә уны нисек ашарға белмәнек. Шулай итеп, уны тәмләп тә ҡарамайынса йоҡлап киткәнбеҙ. Иртән тороуыбыҙға ананасты ашап ҡуйғандар ине. Ныҡ ҡына кәйефебеҙ төштө, илап та алдыҡ хатта. Был фильм – бала саҡты һағынып хәтерләү. Беҙ барыбыҙ ҙа бала саҡ хәтирәләре менән йәшәйбеҙ, - ти фильм авторы Дилара Ғәлиева.  
Дилара Ғәлиева – математик. Ул Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантын отоп, күптәнге хыялын тормошҡа ашырырыу маҡсатында бала сағы тураһында фильм төшөрөргә ниәтләй. Уға был ниәтен тормошҡа ашырырға Н.Михалков исемендәге академияны тамамлаусы Анастасия Асҡарова ярҙам итә.  
Фильмдағы төп ролдәрҙе М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия театры артистары уйнай. Район Мәҙәниәт һарайының “Сатҡылар” халыҡ театры үҙешмәкәр артистары ла ҙур теләк менән күмәк сценала төштө.  
”Ананас” киноһында төшкән бер нисә яҡташыбыҙ менән һөйләштек.

- Тәүге тапҡыр киноға төштөм. Ошоға тиклем район мәҙәниәт һарайында Салауат Әйүпов етәкләгән “Дәрт” ансамблендә йырлап йөрөнөм. Һөнәрем буйынса төҙөүсемен, вахта менән эшләп алам, слесарь-сантехникмын да. Әлеге көндә таксила эшләйем. Киноға төшөргә килегеҙ, тигән саҡырыуҙы ҡыуанып ҡабул иттем. Көн дә киноға төшөргә тәҡдим итеп тормайҙар бит әле. Иң тәүҙә беҙгә ул йылдарҙа кейгән кейемдәр табырға кәрәк ине. Күмәкләшеп кейем эҙләргә тотондоҡ. Кемдер ауылдағы ата-әсәһенә һораны, ҡайһылары таныштарына мөрәжәғәт итте, мәҙәниәт йортонан белеште. Шулай итеп эҙләй торғас, кейемле лә булдыҡ. Киноға төшкән саҡта әллә күпме дубль эшләргә тура килде. Бер аҙ арытты һәм өшөттө инде, шулай ҙа күңелле булды, - тип һөйләне Ҡырмыҫҡалынан Рафаэль Ҡудашев.

- Был минең икенсе тапҡыр киноға төшөүем. Тәүге тапҡыр Ҡырмыҫҡалыла төшөрөлгән “Белем” тигән ҡыҫҡа метражлы фильмда төп ролдәрҙең береһен уйнағайным. “Ананас”ҡа саҡырыу алғас та, ҙур теләк менән ризалаштым. Өйҙәге элекке кейемдәрҙе, студент саҡтағы дипломатты, “Прощай, молодость” тип йөрөткән аяҡ кейемдәрен эҙләп алырға тура килде. Күп йылдар буйы халыҡ театрында уйнап йөрөгән кеше булараҡ, миңә киноға төшөүе ауыр булманы. Күпкә еңелерәк тә тойолдо әле. Яңылышһаң, бында тағы әллә күпме дубль төшөрәләр, ә спектакль ҡуйғанда яңылышырға ярамай. 90-сы йылдар кейемдәрен кейеп алғас, бер аҙға булһа ла үҙебеҙҙең йәшерәк саҡҡа ҡайтып килгәндәй булдым, хәтирәләргә бирелдем. Аҙаҡтан бөтә ижади төркөмгә ананас бүләк иттеләр, - тигән тәьҫораттары менән бүлеште Ҡарлымандан Фәйрүзә Ҡотлобаева.

Ижади команда оло ярҙам күрһәткәндәре өсөн район хакимиәтенә һәм шәхсән район хакимиәте башлығы Әлфир Сабировҡа ҙур рәхмәт белдерә. Фильмдың премьераһы яҙ көнө Өфөлә һәм Ҡырмыҫҡалыла күрһәтеләсәк.

Розалия БИКТИМЕРОВА.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: