Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Ғинуар 2023, 20:20

АҠҠОШ ҠАРҒЫШЫ (хикәйә) Гүзәл Иҫәнгилдина

Атаһы ла, әсәһе лә йәнһеҙ булып йылғаға һуҙылып төшкән ҡоштар янында кескәй бәпкәләр сипылдығы сыҡты. Яҡлауһыҙ ҡалған кескәйҙәргә шунда уҡ йылға өҫтөндәге көслөрәк йәнлектәр ташланды. Сабый ҡоштарҙың өнһөҙ илауы, ярҙам һорап ялбарыуы күккә барып олғашты.Йәндәре күккә атылған аҡҡоштарҙың күҙ йәштәре йәш ҡатынға төшмәй ҡалмаған икән...  

АҠҠОШ ҠАРҒЫШЫ (хикәйә)   Гүзәл Иҫәнгилдина
АҠҠОШ ҠАРҒЫШЫ (хикәйә) Гүзәл Иҫәнгилдина

Баймаҡ ҡалаһын уртаға ярып, таҫмалай аҡҡан Таналыҡ йылғаһында бәпкә сығарырға ултырған аҡҡошто барыбыҙ ҙа ниндәйҙер аңлатып бөтөрә алмаҫлыҡ илаһи хистәр менән күҙәтәбеҙ. Ә инде ата аҡҡоштоң эт өргән һәм башҡа хәүефле тауыштарға йыртҡыстай ташланырға әҙер тороуы күҙҙәргә йәштәр йүгертә. Ғаиләһе, балалары өсөн йәнен бирергә әҙер ҡоштар...

Аҡҡоштар элек-электән беҙҙең ерҙәрҙе төйәк итә. Ошонан бер нисә йыл элек уларҙың ҡапыл әҙәйеп, беҙҙең йылға-күлдәрҙе урап үтеүен тәбиғәт менән йәндәш булған кешеләр шунда уҡ һиҙҙе. Мөхәббәт тоғролоғона тере һәйкәл булған аҡҡоштарҙы юҡһыныу күңелдәрҙе өтөп-өтөп алғайны.

Иҫләйем, шул мәлдә телефоным яңғырап китте. Таныш бер апайҙың борсоулы тауышы яңғырап китте. “Ҡала ситендәге быуаға төшкән аҡҡоштарҙы кис етеү менән бер ҡатын атып йөрөй ти. Үҙе комуфляж форма кейеп алған, ҡулындағы ҡоралына ирҙәр ҙә аптырай икән. Шул хәлде тикшереп яҙа алмайһығыҙмы? Унан алдағы йылдарҙа ла беҙҙең аҡҡоштарҙы шул ҡатын атып өркөтөп бөткән ти бит!”

Илай яҙып һөйләгән апайҙы тынысландыра ла алманым. “Ул аҡҡошто ни өсөн атырға була?! Хәҙер бит аслыҡ заманы түгел! Юйылмаҫ гонаһ алалар бит. Етмәһә – ҡатын, әсә кешелер әле!”

Ул ваҡытта аҡҡоштарҙың йәнен ҡыйып йөрөүсе тураһында бер ниндәй мәғлүмәт таба алманым. Ҡайҙан килгән ул? Үҙен һунарсы тип иҫәпләп йөрөгән ҡаты бәғерле кеше ысын ҡатын-ҡыҙ затынанмы? Кемдер нимәлер ишеткән, әммә тулы мәғлүмәт табып булманы.

Был хәл күңелде өйкәп йөрөнә лә, онотола башланы. Аҡҡоштар яңынан беҙгә килә башланы. Тик улар Таналыҡ өҫтөнән иркен йөҙөп йөрөгәндә генә йөрәк семеткеләп ҡуя. Матурлыҡты күрә белмәгән, йәнле донъяны һәләк итергә яратҡан ҡара уйлы кешеләр килеп сыҡмаһын тип. Шулай ҙа һәр үтеп барыусының баҫып ултырған инә аҡҡошто, уны яҡлашырға әҙер торған ата аҡҡошто ихлас йылмайып күҙәтеүен ҡарап, күңел тынысланып китә.

Уйламағанда “һунарсы” ҡатын тураһында ишеттем. Юҡ, хәҙер ул аҡҡоштарҙы атып йөрөмәй. Дөрөҫөрәге, бындай ҡара эште башҡарырға хәле юҡ. Уның яҙмышы тетрәндерҙе лә, ауыр уйҙарға ла һалды, һәр атҡан таңға шөкөр итеп, тик яҡшы уйҙар менән йәшәргә кәрәк икәнлеге хаҡында сираттағы һабағын да бирҙе...

...Ҡыҙыҡай матур ғаиләлә, икенсе бала булып донъяға килә. Ағаһы унан ун йәшкә тиерлек өлкән була. Ата-әсәһе тағы бәпес ауазын ишетеүгә өмөтөн өҙөп бөткәндә тыуа ул. Мөғжизә итеп ҡабул ителгән сабыйҙы барыһы ла ярата, иркәләтә. Ике яҡтан да өләсәй-ҡартатайҙарға һыйынып, яҡлаулы-ҡурсаулы бала булып үҫә ҡыҙыҡай. Атаһы карьера баҫҡысынан ҡапыл үрләп китә. Ғаилә кемделер һоҡландырып, бәғзеләрҙе көндәштереп өс ҡатлы ҙур йортҡа күсә. Шәхси водитель, ялсылар, сит илдәрҙә генә ял итеү, бармаҡ менән төртөп күрһәткән бар нәмәнең алдына килеүе – ҡыҙҙың бала сағы шулай үтә. Ағаһы күптән инде атаһы асып биргән фирманың генераль директоры булып эшләй, өйләнеп үҙе бәпес үҫтерә. Ғаилә ял, байрам көндәрендә бергә йыйыла, сәйәхәт итә.

Үҫмер осорона еткән ҡыҙ зауыҡлы, замокка тартым йорттарында ниҙер үҙгәргәнен тоя. Атаһы йыш ҡына ҡалалағы фатирҙарында йоҡларға ҡала, әсәһе илауҙан шешенеп бөткән... Хәҙер ғаилә ял ғына түгел, ял көндәрендә лә бергә йыйылмай. Ҡыҙға иғтибар биргән кеше лә юҡ. Тәүҙә уға был хәл бик оҡшай. Сөнки төнгө клубтарҙы үҙ итә башлаған үҫмергә иркенлек кәрәк, ата-әсәһе лә күҙәтмәй. Хатта таңға тиклем ҡайтмаған сағында ла бер кем шылтыратмай. Шулай ҙа әсәһенең көн һайын тиерлек илауы, уның йыш ҡына шарап тотоп ултырыуы, кискә ҡарай иҫерек булыуы ҡыҙаҡайҙы борсой башлай. Ул ипләп кенә өйҙәге хеҙмәткәрҙәрең хәбәрен тыңлай башлай. Сөнки уларҙың барыһын да белеүе билдәле бит инде. Ҡыҙ атаһының яңы ун һигеҙе тулған ҡыҙ менән йәшәүен белеп ҡала. Әсәһенән был хаҡта һорағас: “Буш һүҙ! Атайың эштә! Беҙ яҡшы йәшәһен өсөн ялһыҙ эшләй!”-тип ҡысҡыра башлай. Шулай ҙа ҡыҙ барыһын да – атаһының ни өсөн хәҙер уның уҡыуы тураһында һорашмауын, хатта уның менән бик һирәк һөйләшеүен дә, өйгә ҡайтмауын да аңлай. Ул ағаһына барып, барыһын да илай-илай һөйләй башлай. Уныһы ҡыҙҙы ярты һүҙҙә туҡтата. Ағаһы барыһын да белгән булып сыға. Унан: ”Атай үҙе белә. Уларҙың араһына ҡыҫылма. Атай барыбер әсәйҙе ярҙамһыҙ ҡалдырмаҫ”,-ти.

Ҡыҙ ағаһының атаһы төҙөп биргән фирманан яҙыуҙан ҡурҡыуын аңлай. Ул ҡалалағы фатирға йүнәлә. Атай кеше балаһының килеүенә аптырамай ҙа, шикелле. Унан янына килеп баҫҡан йәш кенә һылыуҡайҙы ҡосаҡлап: “Әсәйең һөйләгәндер, һин хәҙер барыһын да аңлар йәштәһең”,-ти.

Ҡыҙ фатирҙан атылып сығып китә. Ул, атаһы үҙен ғәйепле тойор, барыһын да инҡар итер тип ышанып барғайны бит. Ҡайтҡас та әсәһе уға һуғып ебәрҙе: “Нимәгә барҙың унда?! Быға тиклем атайың айырылышыу тураһында һүҙ ҡуҙғатмай ине! Ул йәш ҡыҙҙан ялҡҡас, миңә әйләнеп ҡайтыр ине. Һин барыһына ла ғәйепле!”

Ҡыҙ аптырап ҡалды. Әсәһе уға һуғыу түгел, әрләү һүҙҙәрен дә әйтмәй торғайны. Ул әсәһен ҡосаҡлап, тынысландырырға тырышты. Тик әсә балаһын этеп ебәрҙе. “Айырылышһаҡ – атайың менән йәшә! Һин миңә кәрәкмәйһең!” Ҡыҙ әсәһенә ышанмай ҡарап торҙо. Тик уның күҙҙәрендә тик нәфрәт осҡондарын күрҙе.

Әсәһе яңылышты: атаһы балаһын янына алыу тураһында һүҙ ҙә ҡуҙғатманы. Хәҙер инде уларға ҡалалғы фатирға күсергә тура килде. Атаһы ҡәлғәләй йортонда йәш ҡатыны менән йәшәйәсәген белдерҙе. Ҡыҙға барыһы ла ҡурҡыныс төш булып тойолдо. Бына ул уянып китер ҙә, элекке кеүек бар ғаилә менән йыйылырҙар, көлөшөрҙәр, шаярырҙар. Тик мәғжизә булманы. Әсәһе ҡайғынан һығылып төштө. Көн-төн атаһы менән өйләнешкән көнө тураһындағы видеоны ҡарап, эсеп тик ултырҙы. Бәхетле ата-әсәһенең ЗАГС-тан сығып килгәндә яңғыраған “Аҡҡоштар тоғролоғо” тигән йырҙы ҡыҙ хәҙер бар ерҙә ишетә башланы. Уйламағанда ҡолағында яңғырап китә, унан күҙ алдына әсәһенең хәсрәтле йөҙө барлыҡҡа килә. Ул бар ҡайғыларында атаһын һалдырып алған йәш ҡатынды ғәйепләне. Бер көн йорттарына китте. Һаҡсы уны белгәс, үткәрҙе. Ҡыҙ йәш ҡатынға ташланды. Көскә айырып алдылар. Ошонан һуң атаһы уның менән һөйләшмәҫ, аралашмаҫ булды, уны йортҡа индермәҫкә ҡушты.

Ун ете йәшендә ҡыҙ таңға өйөнә ҡайтты һәм ... әсәһен үле килеш тапты. Һәр саҡтағыса туй видеоһын ҡараған, эскән һәм йөрәге туҡтаған. Ҡыҙ әсәһенең үлеүен еңел ҡабул итте. Сөнки атаһы уларҙы ташлағандан һуң, әсәһе тере мәйеткә әйләнгән ине. Уның ҡыҙында ла, улында ла, ейәнендә лә эше булманы. Ошо фатирға бикләнеп, көн-төн бәхетле сағының видеоһын ҡарап ҡына йәшәне. Ҡыҙ хатта, үҙен ҡулға ала алмай, ниндәйҙер йәлләнес мәхлүккә, ҡарасҡыға әйләнгән әсәһен күрә алмай башлағайны.

Һылыулығы менән айырылып торған ҡыҙ иртә кейәүгә сыҡты. Был атаһынан аҡса һорамау өсөн эшләнде. Сөнки ире бик бай ине. Бер ҡайҙа ла эшләмәгән ҡыҙ үҙе өсөн генә йәшәне. Иң яратҡан шөғөлө – атырға өйрәнеү булды. Ҡорал яратҡан ире йәш ҡатынын да ошо ғәҙәткә йәлеп итте. Бынан тыш ҡыҙ атаһының тормошон күҙәтеүен дауам итте. Ҡатыны артынан аңдып, уның йәш ир менән йөрөүен белеп, фотоға төшөрттөрөп, атаһына ебәрттерҙе. Уларҙың ғаиләһе боҙолғанын ишетеп тә күңеле тынысланманы, үс алыу тойғоһо менән янды. Өләсәһенең вафат булыуын хәбәр иткәстәр, ул ерләргә килде. Әсәһе менән һуңғы еп өҙөлдө. Хәҙер өләсәһе лә юҡ. Юлда туҡтап, быуа өҫтөндә йөҙөп йөрөгән аҡҡоштарҙы күреп ҡалды. Күҙ алдына әсәһенең илауҙан шешенгән йөҙө килде, аҡҡоштар тураһында тыңлаған йыры килеп ишетелгәндәй булды. Һәм йөрәгендә аҡҡоштарғҡа ҡарата нәфрәт, уларҙан үс алыу тойғоһо уянды. Ҡыҙ әллә нисәмә саҡрым алыҫлыҡтағы ҙур ҡаланан килеп, ошо аҡҡоштарҙы ата башланы. Кешеләргә тотолмаҫ өсөн кистәрен, ҡараңғы төшөп барған мәлдә эш итте ул.

Атаһы ла, әсәһелә йәнһеҙ булып йылғаға һуҙылып төшкән ҡоштар янында кескәй бәпкәләр сипылдығы сыҡты. Яҡлауһыҙ ҡалған кескәйҙәргә шунда уҡ йылға өҫтөндәге көслөрәк йәнлектәр ташланды. Сабый ҡоштарҙың өнһөҙ илауы, ярҙам һорап ялбарыуы күккә барып олғашты.

Йәндәре күккә атылған аҡҡоштарҙың күҙ йәштәре йәш ҡатынға төшмәй ҡалмаған икән. Утыҙға ла етмәүенә ҡарамаҫтан, унда онкология сиренең һуңғы стадияһын тапҡандар. Иренең хәтһеҙ аҡса түгеп, Израиль табиптарына алып барыуы ла бер ниндәй ярҙам бирә алмаған. Хәҙер ул һәр атҡан таңлың уның өсөн һуңғы булыуы ихтимал икәнлеген аңлап, һыҙланып түшәктә ята.

Таналыҡ ярында аҡҡоштар ғаиләһен сираттағы мәртәбә сәләмләргә туҡтаным. Ата аҡҡош буласаҡ бәпкәләренең әсәһен һаҡлап, янында ғына йөҙөп йөрөй. “Эй, Раббым, кешеләр үҙ башына ла, тоҡом-нәҫеленә лә аҡҡоштарҙың да, әҙәм балаларының да ҡарғыш-рәнйешен, күҙ йәштәрен алмаһын ине”,-тигән тауыш ишетелгәндәй булды.

Башын бер яҡҡа ҡырын һалып, миңә текләгән ата аҡҡоштоң ауазы ине ул...

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Фото Т.Роза

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: