Даирә
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
15 Ғинуар 2023, 11:26

"Матбуғат баҫмаларына ҙур иғтибар бүлде, гәзит-журналдарыбыҙҙы ҡурсаланы"

Халыҡсан, ябай. Саҡырһалар, дәртләнеп бейергә төшөп китер, һәр кем менән уртаҡ тел табып, тиң күреп һөйләшер ине.

"Матбуғат баҫмаларына ҙур иғтибар бүлде, гәзит-журналдарыбыҙҙы ҡурсаланы"
"Матбуғат баҫмаларына ҙур иғтибар бүлде, гәзит-журналдарыбыҙҙы ҡурсаланы"

Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов республикала милли матбуғатты үҫтереүгә тос өлөш индерҙе. Ошоға бәйле дәүләт һәм матбуғат хеҙмәткәре, журналист, шағирә Йомабикә Ильясова фекере менән уртаҡлашты.

– Барса Башҡортостан халҡы бөгөн оло юғалтыу тойғоһо кисерә. Үҙгәртеп ҡороуҙарға бәйле ҡатмарлы осорҙа Мортаза Ғөбәйҙулла улы республика тормошон бар яҡлап үҫеш юлына сығарҙы.

Тотош Рәсәй буйынса матбуғат баҫмаларының тиражы кәмегәндә, беҙҙә яңы гәзит-журналдар донъя күрә башланы, уларҙың полиграфия сифаты ла заманса төҫ алды.
Ҡатын-ҡыҙҙарға, ғаиләгә ярҙам күрһәтеү гел иғтибар үҙәгендә булды. Был йәһәттән әлегәсә эшләп килгән закондар ҡабул ителде. Мин үҙем етәкселек иткән "Башҡортостан ҡыҙы" журналы ла ҡурсаулы ине. 

Мәҙәниәт ысын мәғәнәһендә күтәрелеш кисерҙе: бер нисә театр, филармония, концерт залдары асылды. Ҡала-ауылдарыбыҙ төҙөкләндерелде, төпкөлдәрҙә лә юлдар, күперҙәр һалынды, газ үткәрелде. Был йылдар, дөйөм алғанда, халыҡтың күтәренке кәйефе менән хәтерҙә ҡалған.

Тыуған еребеҙ, халҡыбыҙ тыуҙырған оло шәхес булды Мортаза Ғөбәйҙулла улы. Халыҡсан, ябай. Саҡырһалар, дәртләнеп бейергә төшөп китер, һәр кем менән уртаҡ тел табып, тиң күреп һөйләшер ине. Илен хәстәрләп йәшәгән ил улын Башҡортостаныбыҙ онотмаҫ, - тине Йомабикә Ильясова.

Автор фотоһы һәм rb7.ru сайтынан.

https://bashgazet.ru/articles/sh-khest-r/2023-01-13/d-rtl-nep-beyerg-l-t-sh-p-kiter-ine-3104890?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500

Автор:
Читайте нас: