Даирә
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
9 Ғинуар 2023, 10:03

Йыл йырсыһы

Йырсы, һәүәҫкәр композитор Фәрит Яҡшығолов оҙаҡ йылдар район Мәҙәниәт һарайында эшләй.

Йыл йырсыһы
Йыл йырсыһы

Йырсы, һәүәҫкәр композитор Фәрит Яҡшығолов оҙаҡ йылдар район Мәҙәниәт һарайында эшләй. 2022 йылды ул оло ҡаҙаныш менән ҡаршы алды. Юғары һөнәри оҫталығы, оҙаҡ йылдар емешле эшмәкәрлеге һәм мәҙәниәт үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн Фәрит Миңлегәрәй улы “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.

Фәрит Яҡшығолов үҙенең ижады менән бик күп йылдар район халҡына байрам кәйефе бүләк итә. Ул – тыуған ергә, туған халҡына арналған “Бөркөт”, “Онотмамын, ауылым”, “Йәшел яулыҡ”, “Эх, рәхәт йәшәүҙәре” йырҙары авторы. Ә инде уның “Ҡырмыҫҡалым – алтын бишек” йыры күптән инде районыбыҙ гимнына әүрелде. Шулай уҡ Фәрит Миңлегәрәй улы “Хазина” һәм “Йәш күңелдәр” төркөмдәрен уңышлы етәкләй.  

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: