Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
9 Ғинуар 2023, 21:20

Фидандан да шәберәк...

Һиңә килдем иркәм,Килдем йылдар буйы...

Фидандан да шәберәк...
Фидандан да шәберәк...

Был хәл булғанмылыр-юҡмылыр, Әхтәм ағай Абушахманов һөйләне. Элегерәк академтеатр артистары гастролдән ҡайтып килгәндә автобустарының бензины бөтөп, юлда туҡталып ҡалған. Яҡындағы заправкаға транспорт сараһын күмәкләп этеп барғандар барыуға, тик аҡсалары булмағас, бензин ҡоймайҙар икән. Кемдер паспортын ҡалдырып, бензин хаҡын һуңынан алып килергә лә тәҡдим итеп ҡараған. Төрлөсә инәлеп-ялбарғандар ҙа, ахыр сиктә Фидан Ғафаров тәҙрәгә башын тығып йырларға тотонған:
Һиңә килдем иркәм,
Килдем йылдар буйы...
Йыр тамамланыуға заправкалаусы ҡыҙ: "Һеҙ Фидан Ғафаровтан да шәберәк йырлайһығыҙ", — тип Өфөгә ҡайтып етерлек бензин ҡойоп ебәргән, имеш.

Әхмәр Үтәбай

"Мең дә бер күҙәтеүем"
яҙмаларынан 734-се күҙәтеү
https://vk.com/wall184345067_14588

Автор:
Читайте нас: