Даирә
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
7 Ғинуар 2023, 19:38

Аяҡҡа баҫыр тигән өмөт бар ине...

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Салауат башҡорт драма театры актеры Нәркәс Йомағужина арабыҙҙан китте.  

Аяҡҡа баҫыр тигән өмөт бар ине...
Аяҡҡа баҫыр тигән өмөт бар ине...

Бөгөн Башҡортостандың сәнғәт донъяһы ҙур юғалтыу кисерҙе – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Салауат башҡорт драма театры актеры Нәркәс Йомағужина арабыҙҙан китте.

Ул аяҡҡа баҫыр тигән өмөт бар ине, сөнки яңыраҡ ҡына уға дауалау өсөн ярҙам йыйыуҙары тураһында иғлан иткәйнеләр...

“Салауат башҡорт драма театры актерҙары, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Нәркәс һәм Мирас Йомағужиндар тормошонда ауыр осор кисерә. 39 йәшлек актрисаға баш мейеһе яман шеше диагнозы ҡуйылған. Өфөлә Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында дауалана, унда инде ике операция үткәргән. Ире әйтеүенсә, дауалау бушлай, әммә реабилитация өсөн аҡса кәрәк буласаҡ. Хеҙмәттәштәре ир менән ҡатындың телефон һандары буйынса аҡса йыйыу тураһында иғлан итте...” – тип яҙғайны декабрь аҙағында “Башинформ” агентлығы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Нәркәс ауыр сиргә ҡаршы тора алманы... Уның ике балаһы әсәйһеҙ ҡалды. 

Нәркәс Йомағужина 1983 йылдың 22 ноябрендә Баймаҡ районы Ҡолсора ауылында тыуған. 2006 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлаған. Шул йылда театрҙа эшләй башлаған, әлегә тиклем бик күп ролдәр башҡарған. Уның үҙенә генә хас актерлыҡ оҫталығы — Салауат театры труппаһының биҙәге, тип яҙған хеҙмәттәштәре. 2008 йылда – "Ете ҡыҙ" спектаклендә Айһылыу Ғәниева роле, 2014 йылда “Game over. Уйын аҙағы” пьесаһында Света роле өсөн "Йыл актеры" тип танылған.

Нәркәстең тормош иптәше Мирас Йомағужиндың, балаларының, яҡындарының, туғандарының сикһеҙ ҙур ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Фото: Н. Йомағужинаның "Бәйләнештә"ге сәхифәһе.

 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: