Даирә
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
4 Ғинуар 2023, 18:37

“Теге донъяға” барып ҡайтҡан малай

"Шул саҡ ул “сый” итеп ҡалды. “О, живой” тип ҡысҡырҙылар, йүгерешә башланылар, уколдар һалалар..." Шәһит Хамматовтың әсәләре йөрәккә үтерлек хәтирәләр менән уртаҡлашты...  

“Теге донъяға” барып ҡайтҡан малай
“Теге донъяға” барып ҡайтҡан малай

Ошо көндәрҙә билдәле актер, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Шәһит Хамматов үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә бик күңелгә үтеп инерлек яҙма ҡалдырҙы.

“Күңелемдә, йөрәгемдә йөрөткән серҙе асырға ваҡыт еткәндер. Хәйер, был серҙе әсәйем үҙе бәйән итер һеҙгә. Беренсе исемде табиптар үҙҙәре ҡушҡан: "парень с того света" тип… Был ерҙә тимәк эшләйһе эштәрем бар... яҙмыш китабымдың 36-сы битен астым”, – тип яҙҙы ул.

Шәһиттең әсәһе һөйләүенсә, малай 1 ғинуарҙа таңғы 6.30-ҙа тыуған. Әммә ул үле килеш тыуған...

“Шәһит тыумаҫ борон һынауҙарға эләкте. Ауырлыҡ менән тыуҙы. Тыуғас, иламаны ла, һелкенмәне лә, акушерка үлгән тип, дежур табипты саҡыртты. Шунда уҡ ҡағыҙ яҙҙылар, “бала үле тыуған” тип ҡул ҡуйҙырҙылар. Ҡулдан килгәнде эшләнек тинеләр. Янымда балалар шәфҡәт туташы бар ине. Ул һиҙҙе микән, малайҙы ҡулында алып йөрөнө, арҡаһына горчичниктар һалды, ыуаланы. Эргәлә өҫтәл бар ине, шунда һалып аяҡ-ҡулына зарядка яһаны. Шул саҡ ул “сый” итеп ҡалды. “О, живой” тип ҡысҡырҙылар, йүгерешә башланылар, уколдар һалалар. 4100-лыҡ малайың бар тип алып сығып киттеләр. Бына шулай минең улым теге донъяға барып ҡайтҡан малай ул”, – тип һөйләгән әсәһе.

Ысынлап та һынауҙар аша тыуған малай бөгөн беҙҙе үҙенең ижады менән ҡыуандыра. Күптән түгел ул икенсе ҡыҙына бәхетле атай ҙа булды. Шәһитте тыуған көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ.   

Фото: "Бәйләнештә". 

Автор:Альфия Мингалиева
 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: