Даирә
+29 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
4 Ғинуар 2023, 18:24

Илһөйә Бәҙретдинованы кемдәр асыуландырған?

"Улар 10 миллионлыҡ машина менән килеп туҡтай һәм минән саҡырыу билеты һорай..."  

Илһөйә Бәҙретдинованы кемдәр асыуландырған?
Илһөйә Бәҙретдинованы кемдәр асыуландырған?

Башҡорт һәм татар эстрадаһының сағыу йондоҙо Илһөйә Бәҙретдинованың ижадын күптәр ярата. Йырсының үҙенең тормошо, ижады хаҡындағы асыҡтан-асыҡ һөйләүе, сәхнәлә тамашасылары менән ихлас аралашыуын да көтөп ала улар. Ошо көндәрҙә йырсы ТМТВ телеканалындағы тапшырыуҙа иң матур һәм иң насар ғәҙәттәр тураһында әйтеп, үҙен нимә ныҡ асыуландырғанын белдергән.

"Билет һатып алыуҙан да матур ғәҙәт юҡ. Билетты бушлай һорауҙан да насар ғәҙәт юҡ. Шундай кешеләргә асыуым ныҡ килә. Район үҙәктәренә, ҡалаларға килһәм: "Беҙҙең администрацияға бына шул хәтлем билет бирергә тейешһең", - тиҙәр. Кем әйтте? Ниңә һеҙҙең районда иң "хәйерселәре" шулармы ни? Күп балалы әсәләр, хаҡлы ялдағы ололар, студент йәштәр билет алып концертҡа килә, ә уларға имеш 20-шәр,  50-шәр урын кәрәк.

Ул 10 миллионлыҡ машина менән килеп туҡтай һәм һинән саҡырыу билеты һорай. Әлбиттә, бирәм. Бирәм дә эсемдән, уны йәлләйем. "Эй бахыр, миңә бирергә насип итһен, һиңә һорарға былай башҡа насип итмәһен инде", -тип бирәм ти йырсы.

Әйткәндәй, Илһөйә Бәҙретдинованы әбейе: "Һинән ҡалмаһын, ҡыҙым, бөтә мохтаждарға ла ярҙам итергә кәрәк",- тип үҫтергән.

Фото: intertat.tatar

Автор:Карима Усманова
 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: