Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Декабрь 2022, 15:54

Теләктәре – төҙөк юлдар

“Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһы районда һуңғы йылдарҙа уңышлы ғәмәлгә ашырыла. Тап ошо программа ярҙамында ауыл биләмәләрендә һуңғы йылдарҙа бихисап эштәр башҡарылды.

Теләктәре – төҙөк юлдар
Теләктәре – төҙөк юлдар

Прибельский ауылының Медицинская урамында йәшәүселәр ҙә “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһында ҡатнашырға теләк белдереп, кәңәшмәгә йыйылды. Прибельский ауыл Советы биләмәһе башлығы Наталья Суркова йыйылышты асып, “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһы конкурс нигеҙендә биләмәләрҙе төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн республика ҡаҙнаһынан субсидиялар бүлеүҙе күҙ уңында тотоуы тураһында һөйләп үтте һәм әүҙем булырға саҡырҙы.
Ауыл халҡы прогораммала ҡатнашырға дәррәү ризалашты һәм бер тауыштан йыйылышта тәҡдим ителгән юлды төҙәтеү проектын күтәреп сыҡты.
Республика бюджетынан 745 мең һум сумма һорау планлаштырыла. Еңеү осрағында, халыҡ ҡатнашыусылар сифатында ошо сумманың 10 процентын йыясаҡ. Бынан тыш, бағыусылар ярҙамы тураһында ла һөйләшеп килешелгән.
Әлеге мәлдә инициатив төркөм эш башланы. Уның составына тауыш биреү юлы менән Наталья Матюшина, Миләүшә Ғәббәсова, Владимир Матюшин, Әлмира Богданова, Фәнзилә Байымова һайланды.
Шулай уҡ конкурста еңеп сыҡҡан осраҡта артып ҡалған аҡсаны нимәгә тотонорға икәне лә хәл ителде. Уларҙы урамдарҙы яҡтыртыу өсөн өҫтәмә яҡтыртҡыс һатып алыуға тотонорға ҡарар ителде.

Автор:Альфия Ахмадуллина
Читайте нас: