Даирә
+24 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
16 Декабрь 2022, 11:48

Әртис тормошонан ҡыҙыҡлы хәл...

Был турала Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Алһыу Бәхтиева һөйләй.

Әртис тормошонан ҡыҙыҡлы хәл...Әртис тормошонан ҡыҙыҡлы хәл...
Әртис тормошонан ҡыҙыҡлы хәл...
– Туғандарым, дуҫтарым барыһы ла белеп бөткән: беҙ, артистар, шәмбе-йәкшәмбелә эшләп, дүшәмбе көнө ял итәбеҙ. Элегерәк, әле ҡыҙҙарым тыумаған саҡта, ул көндө йоҡом туйғансы йоҡлап, ял итеп, көс йыйып ала торғайным. Ғәҙәттә, төшкө 12-ләргә тиклем бер кем дә шылтыратмай – был ҡағиҙәне барыһы ла белеп бөткән.
Йәкшәмбелә “Ҡоҙаса” спектаклен уйнаныҡ. Дүшәмбе таң һары­һынан кемдер шылтырата башланы. Бер туҡтауһыҙ шылтыратҡас, махсус рәүештә алмайым әле, тип кире йоҡлап киттем. Юҡ, туҡтамай бит теге шылтыратыу. Сәғәт 11-ҙәр тирәһендә тороп, телефонды алдым. “Алло... Был Флүрә апайың Ноғоманова”, – ти. Аптыраным, шул тиклем оялдым, берәй нимә булдымы икән, тип ҡурҡып киттем.
“Бына кисә “Ҡоҙаса”ны ҡарап ҡайттыҡ. Спектаклдә лар эсенә һикерәһең бит, бына шуны күреп, ағайың шул тиклем борсолдо. “Алһыуҙың телефонын табып шылтырат әле, үлеп ятманымы икән?” тип таңғы биштән йонсота. Уңайһыҙланып ете тулғанын көтөп, шылтырата башланым. Ярай, имен булғасһың – булды. Маладис, матур уйнаның!” – тип телефонды һалып ҡуйҙы. Бына шундай хәлдәр ҙә була әртистәр тормошонда.
 
Автор:
Читайте нас