Даирә
+24 °С
Дождь
Мәҙәниәт
1 Декабря 2022, 07:21

Гран-при – беҙҙә!

Район Мәҙәниәт һарайының “Йондоҙ” өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле “Байыҡ-2022” республика телевизион бәйгеһенең гала-концертында сығыш яһап, Гран-при яуланы.Бөтә республиканың бейеү коллективтары ҡатнашҡан ошондай ҙур бәйгелә еңеү яуларға уларға йылдар буйына һалынған тырышлыҡтары, ныҡышмалылыҡтары һәм һөнәри оҫталыҡтары булышлыҡ иткәндер, моғайын. Ансамблдең етәксеһе Гөлназ Хәкимованан еңеү хаҡында тәьҫораттары менән уртаҡлашыуын һораныҡ.

Гран-при – беҙҙә!Гран-при – беҙҙә!
Гран-при – беҙҙә!

Беҙ конкурсҡа “Шаян тегенселәр” тип аталған өр-яңы бейеү менән барҙыҡ. Уны беҙгә “Байыҡ”ҡа алып барыу өсөн махсус рәүештә республиканың атҡаҙанған артисткаһы, хореограф Сулпан Асҡарова һалды. Ул бер генә тапҡыр беҙгә килеп, бейеүҙе күрһәтеп бирҙе. Тиҙ арала өйрәнеп алып, август айында II турға барып, еңеп ҡайттыҡ. Шулай уҡ был бейеү менән Күгәрсен районы Мораҡта, районда Дилә Булгакованың ижад кисәһендә сығыш яһаныҡ. “Байыҡ”та жюри ағзаларынан тәнҡит һүҙҙәре йыш яңғыраһа ла, беҙҙе киреһенсә, маҡтанылар ғына. Һеҙ бит ысын профессионалдар кеүек бейейһегеҙ, тип әйтеүҙәре беҙгә ҡанат ҡуйҙы.
Әлбиттә, бейеүҙе әҙерләүе еңел генә булманы. Бейеүсе ҡыҙҙарға ныҡ ҡына тырышырға тура килде. Кейем тураһында ла оҙаҡ уйланыҡ. Альяпҡыстарҙы костюмер Ольга Кириллова тегеп бирһә, күлдәктәрҙе заказ менән Ғәлиә Бикбаеванан тектереп алдыҡ.
Шулай уҡ беҙгә һәр яҡлап ярҙам итергә әҙер торған ата-әсәләргә ҙур рәхмәт. Һәр концертҡа уларҙың берәүһе оҙатып бара, был юлы гала-концертты ҡарарға барыусылар ҙа күп булды.
Әлбиттә, был беҙҙең өсөн ҙур еңеү, сөнки быға тиклем өлкәндәр араһында “Байыҡ”та еңгәнебеҙ юҡ ине, - тине Гөлназ Хәйретдин ҡыҙы.
- Сахай мәктәбенең 10-сы класында уҡыйым. Бейергә теләгем булғас, атай-әсәйем 1-се кластан район үҙәгенә бейеү түңәрәгенә йөрөттө. Беҙҙе бейергә өйрәткән етәксебеҙ Гөлназ Хәйретдин ҡыҙына ҙур рәхмәт әйткем килә. Нәҡ уға оҡшарға теләгәнем өсөн буласаҡ һөнәремде лә сәнғәт менән бәйләргә уйлайым.
“Шаян тегенселәр” бейеүен өйрәнеү ауырыраҡ булһа, миңә бик оҡшаны. Исеме үк әйтеп тороуынса, ул шаян да, күңелле лә, шул уҡ ваҡытта халыҡсан да бейеү. Был беҙҙең тәүге еңеүебеҙ түгел, быйыл Мәскәү ҡалаһында, Мораҡта ла Гран-приҙар яуланыҡ, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Камилла Латипова.
Талантлы, дәртле, дарманлы яҡташтарыбыҙҙы оло еңеүҙәре менән ихлас ҡотлайбыҙ. Киләсәктә лә һынатмай яңынан-яңы үрҙәргә ынтылырға яҙһын!
Гөлсәсәк Аласова.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас