Даирә
+24 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
13 Ноябрь 2022, 14:09

“Ижади майҙан”дан тәъҫораттар менән

Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы уңайынан ойошторолоп килгән күсмә комплекслы “Ижади майҙан”ының быйылғы йылдағы һуңғы сараһы Салауат ҡалаһында үтте. “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы” йәмәғәт берекмәләренең халыҡ-ара берлеге ойошторған   семинарҙар циклының төп маҡсаты - райондарҙың мәҙәниәт, мәғариф эшмәкәрҙәренә Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылында билдәләнгән төп сәнғәт йүнәлештәре буйынса профессионалдар менән осрашып тәжрибә тупларға ярҙам итеү. Беҙҙең райондан да ун кешенән торған делегацияға был сарала ҡатнашыу бәхете тейҙе.

“Ижади майҙан”дан тәъҫораттар менән“Ижади майҙан”дан тәъҫораттар менән
“Ижади майҙан”дан тәъҫораттар менән

Иртән-иртүк Салауат драма театрында өс ҡала һәм ун ике райондан делегациялар йыйылды. Ун бер майҙансыҡта төрлө сәнғәт төрҙәре һәм жанрҙары буйынса оҫталыҡ дәрестәре, түңәрәк өҫтәлдәр ойошторолдо, уларҙа үҙ һөнәренең оҫталары ҙур тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Беҙҙең район вәкилдәре лә һәр майҙансыҡтың эшендә ҡатнашты.

- Башҡортостандың танылған режиссеры Булат Йосопов кинематография буйынса ижади лаборатория формаһында эш алып барҙы. Уның менән танышыу һәм режиссер эше нигеҙҙәренә өйрәнеү бик файҙалы булды. Кинематография өлкәһендә күп ҡыҙыҡлы һәм яңы нимәләр белдем, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты “Тиктормаҫ” балалар медиастудияһы етәксеһе Әлфиә Шәрәфиева.

Рухи-әхлаҡи тәрбиә майҙансығында мәктәпкәсә һәм дөйөм белем биреү ойошмаларының ата-әсәләр комитеттары рәйестәре өсөн туған телде өйрәнеүҙе, туған телдә уҡытыуҙы ойоштороу мәсьәләләре буйынса фекер алышыу майҙансығы ла эшләне. Уны психолог, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарамағындағы ата-әсәләр комиссияһы рәйестәре Эльвира Байназарова менән Руслан Биккининдар ойошторҙо.  

Бында ата-әсәләр комитеттары рәйестәре, ата-әсәләр, ҡоролтай рәйестәре ҡатнашлығында һөйләшеү, проблемалар өҫтөндә эшләү, психологик тренинг, ата-әсәләр менән балалар араһындағы мөнәсәбәттәрҙе нығытыуға ҡаралған оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде.

“Алып барыусыларға, ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт әйте килә. Беҙ үҙебеҙ өсөн бик күп мәғлүмәттәр алдыҡ, эшләйһе эштәр исемлеге төҙөп, алдағы көндәргә маҡсаттар ҡуйҙыҡ”, - тигән фекерҙәрен белдерҙе район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Илмира Ғәлиәхмәтова.

Шулай уҡ башҡа майҙансыҡтарҙа эшләгән спикерҙар - Башҡортостандың халыҡ артисы, билдәле бейеүсе Риф Ғәбитов, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, “Һәнәк” журналы мөхәррире Миләүшә Ҡаһарманова, “Аҡбуҙат” балалар журналы мөхәррире Лариса Абдуллина, Гиннес китабы рекордсмены, Рәсәйҙең иң көслө кешеһе Эльбрус Ниғмәтуллин, драма артисы, йырсы Илнур Лоҡманов, актерҙар, кинематографистар сараға килеүселәр менән ихлас эш алып барҙы.

Майҙансыҡтарҙың эшенән һуң концерт номерҙары күрһәтелде, төрлө тармаҡтарҙа эшлә­гән әүҙемселәр, район вәкилдәре Маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары менән билдәләнде.

Ғөмүмән, һәр кем үҙе өсөн файҙалы мәғлүмәт, кәңәштәр алғандыр, тип ышанабыҙ. “Ижади майҙанда” ҡуйылған маҡсаттарҙы, билдәләнгән йүнәлештәрҙе тормошҡа ашырыу өсөн башланған эштәрҙе артабан да дауам итергә, һөҙөмтәле эшләргә ҡала. Бындай йыйындар киләһе йылдарҙа ла үткәрергә ниәтләнә.

Гөлсәсәк Аласова.

 

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас