Даирә
+24 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
27 Октябрь 2022, 07:11

Мәҙәни усаҡты һүндермәүсе

Һәр бер тораҡ пунктта йәшәүселәрҙең иң яратҡан урындарының береһе булып мәҙәниәт йорто тора. Мәҙәни усаҡтар ауылдарға йәм өҫтәй, йән өрә. Унда һәр кем рәхәтләнеп тамаша ҡарап, күңеленә ял, дәрт-дарман алырға тип килә. Халыҡты бер урынға туплап, төрлө күңел асыу саралары, байрамдар ойоштороу, ауыл халҡының рухи һәм мәҙәни ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү маҡсатында кемдәргәлер көн, төн тип тормай эшләргә лә тура килә.

Мәҙәни усаҡты һүндермәүсеМәҙәни усаҡты һүндермәүсе
Мәҙәни усаҡты һүндермәүсе

Мәҙәни усаҡты һүндермәүсе

Һәр бер тораҡ пунктта йәшәүселәрҙең иң яратҡан урындарының береһе булып мәҙәниәт йорто тора. Мәҙәни усаҡтар ауылдарға йәм өҫтәй, йән өрә. Унда һәр кем рәхәтләнеп тамаша ҡарап, күңеленә ял, дәрт-дарман алырға тип килә. Халыҡты бер урынға туплап, төрлө күңел асыу саралары, байрамдар ойоштороу, ауыл халҡының рухи һәм мәҙәни ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү маҡсатында кемдәргәлер көн, төн тип тормай эшләргә лә тура килә.

Иҫке Бәпес ауылынан Наилә Ишемғолова ла үҙ ғүмер юлының өс тиҫтәгә яҡын йылын мәҙәниәт өлкәһе менән бәйләгән. Ул 1993 йылдан алып ал-ял белмәй, ауыл халҡы рәхәтләнеп ял итһен, ваҡытын файҙалы үткәрһен өсөн бар көсөн һала.

- Эшемде шул тиклем ныҡ яратам. Әгәр хеҙмәтемә ҡарата күңелемдә шундай һөйөү булмаһа, 29 йыл буйы тап ошо өлкәлә эшләй алмаҫ инем. Һөнәрем буйынса мәҙәниәт хеҙмәткәре булмаһам да, ошонда эшләү дәүерендә төрлө курстарҙа белем алдым, фольклор буйынса семинарҙарға йөрөп, бай тәжрибә тупланым. Эшкә килгәндән алып “Бөрлөгән” тип аталған фольклор төркөмө алып барам. Төркөмөбөҙгә йөрөгән Абдуллина Ғәлиә, Хәбирова Рәмзиә, Шахморатова Флүзә, Байдәүләтова Хәлисә, Байдәүләтова Әлфиә, Ғиззәтуллина Райха, Шаймарҙанова Гөлнур, Ғафарова Гөлназ, Хәлитова Сулпан, Иштуғанова Венера, Альбина Әлимбәкова, Ғилманов Раил, Хәсәнов Илдар менән бергә ҡулға-ҡул тотоношоп, татыу эшләйбеҙ. Шундай әүҙем, ихлас, ярҙамсыл, талантлы булған “Бөрлөгән” төркөмө ағзаларына оло рәхмәтлемен. Мәҙәниәт йортонда үткән һәр бер тамашаны көтөп алып, үҙҙәренең дәртле алҡыштарын бүләк итеүсе тамашасыларыбыҙҙы ла һәр ваҡыт ҡыуанып ҡабул итәбеҙ һәм сикһеҙ рәхмәттәр белдерәбеҙ, - тип һөйләй Наилә Миңнислам ҡыҙы үҙенең яратҡан эше тураһында.

Иҫке Бәпес ауылында тыуын үҫкән һәм бик бәләкәйҙән әсәйһеҙ тороп ҡалып, тормоштоң бик күп әсеһен дә, сөсөһөн дә татырға тура килә Наилә апайға. Мәктәпте яңы ғына тамамлаған йәш ҡыҙ Мәскәү өлкәһенә сығып китеп, туҡыусы һөнәрен үҙләштерә. Әммә ғүмер йомғағы һәр саҡ һин теләгәнсә генә һүтелмәй шул. Яҙмыш елдәре Наилә апайҙы киренән үҙенең тыуған яҡтарына алып ҡайта. Шул көндәрҙән алып ул ауылдың мәҙәниәт йортонда эшкә егелә. Тормош иптәше Фәнүр Ишемғолов менән улар бер ул һәм бер ҡыҙға тейешле тәрбиә биреп, оло тормош юлына сығаралар. Әлеге көндә балаларының һәр береһе тормошта үҙ юлдарын тапҡан. Бөгөнгө көндә Ишемғоловтар ғаиләһе дүрт ейән-ейәнсәргә иң яратҡан ҡартатай һәм өләсәй булыу тәмен һәм йәмен татып йәшәйҙәр.

Төрлө байрам саралары үткәреү, концерт программалары әҙерләү, конкурстарҙа ҡатнашыу кеүек ижади эштәр өсөн күп ваҡыт һәм көс талап ителә. Әммә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре быға бер ҙә зарланмай һәм үҙ эштәрен яратып башҡара. Халыҡтың рухи байлығын үҫтереүсе, рухи аҙыҡ өләшеүсе, кешеләрҙе мәҙәниле итеүсе, ниндәйҙер кимәлдә тәрбиә биреүсе ошондай мәҙәни усаҡтар һүнмәһен, сәхнә түрҙәрен һәр саҡ тағы ла күңеллерәк, тағы ла дәртлерәк саралар биҙәһен. Ә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре артабан да халыҡҡа күтәренке кәйеф бүләк итеү өҫтөндә тырышып эшләр, киләсәктә лә халыҡты дәртләндереп, ауыл тормошона йәм өҫтәп, йән өрөп торорҙар, тип ышанабыҙ.  

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас