

Әлфиә Баязит ҡыҙы үҙенең яңы ижад ителгән шиғырҙарын тамашасылар иғтибарына тәҡдим итте. Уларҙа – көҙгө һағыш та, тәбиғәт муллығы ла, һөйөү, наҙ һәм ихласлыҡ та сағыла ине.
"Сатҡы" балалар халыҡ инструменттары ансамбленең сығыштарын иһә кисәгә айырыуса бер йәм өҫтәне. Саҡырылған ҡунаҡтар араһынан Әнисә апай Ҡаһарманова һәм Ғәйшә апай Искандәровалар изге теләктәрен теләп, ил сиген һаҡларға киткән ир-егеттәребеҙҙең иҫән-имен ҡайтыуҙарын теләп сүрәләр уҡынылар.
Сарала йәштәргә үрнәк булып йәшәүсе ауылыбыҙҙың әүҙем ағинәйе Ғәйшә апай Искәндәрованы ла бүләкләп үттек.
Йәштәр ҙә, өлкәндәр ҙә бер булып, бер-береңдән үрнәк алып йәшәү - үҙе ҡыуаныс.
Фәһимә Абдрафиҡова.
Бишауыл-Уңғар ауылы.