Даирә
+13 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
14 Сентябрь 2022, 12:48

Ләйсән Повесть Риф Йөҙлөкбай

Ирек артынан ишек ябылғас та, Ләйсән һикереп торҙо. Күптән уянып, иренең ҡырынғанын, йыуынғанын, ашағанын, ниндәй күлдәк кейәйем икән, тип һөйләнеп йөрөгәнен дә ишетһә лә торманы, нисек ятҡан, шулай ята бирҙе. Ирек сығып китер алдынан битенән үпкәндә генә уянғандай итеп ыңғырашып ҡуйған булды.

Ләйсән                       Повесть                          Риф Йөҙлөкбай
Ләйсән Повесть Риф Йөҙлөкбай

...Төнөн уянып, Ләйсән оҙаҡ йоҡлай алмай ятты. Бала сағын, үҫмер йылдарын иҫенә төшөрҙө. Барыһын да, бер-бер артлы кино ҡарағандай, күҙ алдынан үткәрҙе. Их, бала саҡ! Ниңә шул ҡәҙәр һағындыра икән? Асмы һин, туҡмы, кейемең бармы-юҡмы – ниндәйҙер бер рәхәтлек биреп, күңелле миҙгел булып йөрәк түрендә тораһың, моңһоу саҡтарҙа иҫкә төшөп, күңелде йыуатаһың.

Ләйсән үҫеп килгәндә, их, кеше ғаиләһе кеүек хәлле йәшәргә ине, тип хыяллана торғайны. Атаһы трактор аҫтына эләгеп, ике аяҡһыҙ ҡалғас, донъя ауырлығы уларға төштө. Әсәһе эшләп тапҡан аҡса иркен йәшәргә форсат бирмәне. Өс баланы ашатырға ла, кейендерергә лә кәрәк ине.

Атаһы, ғәрип булып, кеше күҙенә ҡарап ултырыуҙы ауыр кисерҙе. Шуғалырмы, йәшел йылан менән дуҫлаша башланы. Ә бер көндө иртән уны карауат менән стена араһында баштүбән ҡыҫылып үлгән килеш таптылар. Күрәһең, төнөн карауаттан төшөргә маташҡандыр. Үҙенең түмәр кеүек бер нәмәгә ярамай ултырыуына түҙә алмай, ғүмеренә сик ҡуйырға уйлағандыр. Шулай булмаһа, тауыш бирер ине бит.

Донъяның әсеһен-сөсөһөн йәш кенә көйө татыған Ләйсән, уҡыған егеткә кейәүгә сығасаҡмын, кеше араһында кәм-хур йәшәмәйәсәкмен, тип үҙ-үҙенә һүҙ биргәйне. Үҙе лә юғары уҡыу йортон тамамланы. Алдына ҡуйған маҡсатына иреште ул. Уҡыған, бәләкәй генә булһа ла хужа булып эшләгән егеткә кейәүгә сыҡты. Донъялар үҙгәргәс, ире эшҡыуар булып китте. Ләйсән, үҙе әйтмешләй, аҡсаны ҡапсыҡ менән йөрөтә. Һигеҙ йыл ғына бергә йәшәһәләр ҙә, өс фатир алмаштырҙылар. Ирек машинаны йыл һайын тиерлек яңыртып тора. Иң яҡшы ял йорттарына, ҡиммәтле ресторандарға ғына йөрөйҙәр. Ләйсәндең кейемдәре шул тиклем күп, хатта уларҙы бер тапҡыр ҙа кейеп өлгөрә алмай. Былтыр Ирек тыуған көнөнә машина бүләк иткәйне, Ләйсән, йөрөтөргә ҡурҡам, тигәс, ҡәйнешенә бирҙе лә ҡуйҙы.

Ләйсәндең шулай йәшәүенә кемдер һоҡланып, кемдер көнләшеп ҡарайҙыр. Их, шулай йәшәргә ине, тип хыяллана торғандыр. Ә Ләйсәнде бындай тормош туйҙырҙы. Ул үҙен тимер рәшәткә эсенә йыйылған байлыҡ өҫтөндә ултырыусы тип хис итә. Аралашырға дуҫтары юҡ. Улай тип әйтеү бик дөрөҫ тә булмаҫ, бар дуҫтары, улары ла байҙар, ләкин Ләйсән улар менән асыҡтан-асыҡ һөйләшә, күңел серҙәрен аса алмай, хис-тойғо тигән нәмә юҡ һымаҡ, һөйләшеүҙәре лә яһалма.

Ләйсән баштараҡ үҙен иркен тотоп, ҡысҡырып көлөп, шаяра торғайны. Шул саҡ барыһы ла уға ғәжәпләнеп ҡарап, мыҫҡыллы ғына көлөмһөрәп ҡуя ине. Шул минуттарҙа ауыр хәлдән Ирек ҡотҡарып ҡала. Өйгә ҡайтҡас, башҡа улай ҡыланмаҫҡа, үҙен байбисә кеүек һауалы, эре тоторға ҡуша. Тик Ләйсән, минең шаярғым, көлгөм килә, тип яуап бирә. Шулай ҙа һуңғы йылдарҙа шул тормошҡа өйрәнә башлағасмы, килешепме, үҙен “дуҫтары” кеүек тота башланы.

Әммә күңеле төбөндә нимәлер янып, борсоп торҙо. Бындай тормошто өнәп бөтмәне. Иректең аҡсаны көрәп алып ҡайтып бер нәмәгә лә мохтажлыҡ кисермәй йәшәп ятыуҙарына һөйөнһә лә, һуңғы ваҡытта Ләйсәндең күңелен ҙур фатир ҙа, байлыҡ та йыуата алмай. Иренең, һин, йәнем, эшләмәй генә өйҙә ултыр, аҡсаны үҙем табам, тигән һүҙенә риза булып, эшен ташланы. Кеше араһында йөрөп ҡайтһа, был тиклем үк күңелһеҙ ҙә булмаҫ ине, үҙен яңғыҙ ҡалғандай итеп тоя. Ире иртән сығып китә лә, һуң ғына ҡайтып йығыла. Барыһын да эшенең күп булыуы менән аңлата. Ҡатындың башына, йөрөгән ҡатыны барҙыр бының, тигән уй килә башланы хатта...

Йыуыныу бүлмәһенә ингәс, Ләйсән көҙгөләге йөҙөнә оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо. Матурлығымды юғалта башланыммы, шуға ирем минән ситләшәме? Күҙ төбөндә һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә бер аҙ йыйырсыҡ күренгәндәй иткән итеүен. Әммә уның матур сырайын был йыйырсыҡтар ғына боҙа, йәмһеҙләй алмай. Утыҙ йәшендә үҙ йәшенән байтаҡҡа йәш күренә. Буй-һыны ла ярарлыҡ, кейәүгә сыҡҡанда нисек булһа, әле лә бер ниндәй үҙгәрешһеҙ.

Ләйсән ни өсөн шулай яҡшы һаҡланғанын белә. Ошо йәшенә етеп, һаман ҡыҙҙар кеүек йөрөгөһө килмәй бит уның, һөйөклө, һөйкөмлө ҡатын, әсәй булғыһы килә. Ләкин ире, Ирек кенә, бала табырға иртәрәк, бер аҙ үҙебеҙ өсөн йәшәйек, тип балаға уҙырға рөхсәт бирмәй. Сабыйын һөйөп, ҡатын-ҡыҙға бирелгән иң бәхетле минуттарҙы кисергеһе килә. Апаһына ҡунаҡҡа барһа, уның балаларына һоҡланып, яратып туя алмай. Уға ҡарап, ул ниндәй бәхетле, тип уйлай. Өйөнә ҡайтып, шул турала һүҙ ҡуҙғата башлаһа, ире шундуҡ һүҙҙе икенсегә борорға теләп, шаяра башлай. Һин бит әле үҙең бала, нимәгә кәрәк ул, тип үсекләй. Ҡатын үс итеп балаға уҙырға тип тә уйлағайны, ләкин был уйҙан төңөлдө, сөнки иренең теләгенә ҡаршы барғыһы килмәй. Икеһе лә көтөп алған, икеһе өсөн дә шатлыҡ килтергән бала тапҡыһы килә. Иренә ҡаршы килеп, уның бер эш тә эшләгәне булманы. Кейәүгә сыҡҡандан бирле гел уныңса ғына йәшәй.

Һыҙғырған сәйнүген һүндерҙе лә Ләйсән тәҙрәгә ҡапланды. Тышта донъяны аҡҡа күмеп, ҡар яуған. Быйылғы беренсе ҡар! Нимәнелер иҫенә төшөргәндәй, ҡапыл ғына боролоп, ашығып сәй әҙерләй башланы.

Тышҡа сыҡҡас, ул тәрән итеп саф һауа һулап алды ла, балаларҙай шатланып, аҡ ҡарҙы ҡулына алып йомарлай башланы. Бала саҡтағылай ҡар бәрешеп уйнағыһы килеп китте. Үҙе лә һиҙмәҫтән ҡулындағы ҡарҙы атып бәрҙе. Иҫенә килеп, тиҙ генә тирә-яғына ҡаранып алды. Берәйһе күреп ҡалмаһын, көлөрҙәр. Был йортта тик байҙар ғына йәшәй. Ҡарап тороусылар булһа, аңламаҫтар. Ләйсән ҡулъяулығын сығарып, ҡулдарын һөртөп алғас, бирсәткәләрен кейеп алды. Ҡайҙа барырға? Урамға сыҡмағанға бер аҙна самаһы уҙып киткән икән. Уның баҙарға барғыһы килеп китте – бер йыл самаһы барғаны юҡ ине. Халыҡ иң күп йыйылған ерҙә кешеләр менән аралашҡыһы, күңелен йыуатҡыһы килде. Ирек, беҙҙең кеүек кешеләр унда йөрөмәй, тип аңлатты. Ә бөгөн Ләйсәндең күңеле ни өсөндөр баҙарға тартыла.

Баҙар – халыҡтың мәж килгән урыны. Кемдер һата, кемдер ала, кемдер алдай, кемдер алдана. Кеҫә бурҙарының да уңышлы эшләй торған эш урыны. Ләйсән генә ни өсөн килгәнен белмәй. Шуға һатыу рәттәренең әле бер осона, әле икенсе осона йөрөнө. Өҫтөнә ҡиммәтле кейем кейгән Ләйсәнгә барыһы ла иғтибар итеп, юл биреп ҡала, сөнки баҙар эсендә ул барыһынан да айырыла.

Баҙарҙы урап сыҡҡас, бер яҡ ситтә, ҡойма буйында, картиналар һатып торған, һаҡал-мыйыҡ баҫҡан ир янына килде. Ир кеше был ҡатындың, үҙе янына килеп, эшенә иғтибар иткәне өсөн уңайһыҙланды. Ләйсән картиналарҙы һынаулы ҡараш менән ҡарап сыҡты. Ике туған ағаһы рәссам ине. Бала сағында гел уның янында буталды. Ағаһы бер нисә тапҡыр уның портретын да эшләп ҡарағайны. Шуғамы, ул рәсем-картиналарға битараф түгел. Рәссамдарҙы күрһә, ағаһын күргәндәй була. Тик ғүмере генә ҡыҫҡа булды уның: ҡаты сирҙән йәшләй генә баҡыйлыҡҡа күсте.

Ләйсән картиналарҙы ҡарағанда, рәссам бер һүҙ ҡушмай уны күҙәтте. Бер аҙҙан ғына телгә килеп:

– Картиналар менән ҡыҙыҡһынаһығыҙмы? – тип һораны.

– Эйе. Үҙегеҙ эшләнегеҙме? – Ләйсәндең был һорауына рәссамдың төҫө үҙгәреп китте:

– Үҙем эшләнем, – тине үпкәләгән тауыш менән.

– Һәйбәт, бик яҡшы, – тине Ләйсән уға ҡарамай ғына. Тегеһенең йөҙөнә йылмайыу сыҡты. Ниндәйҙер бер бай ҡатын һинең эшеңде маҡтап торһон әле!

Картиналарҙы ҡарап бөткәс, Ләйсән рәссамға боролдо. Уның алдында таушала башлаған пальто кейгән ир тора. Һаҡал-мыйығы, оҙон сәс араһынан бары ике күҙе генә ялтырай. Ҡатын уны ҡыҙғанып ҡуйҙы. Бер картинаһын һатып алып, уны һөйөндөрмәксе булды.

– Күпме тора?

– Билдәле генә хаҡы юҡ, күпме бирә алаһығыҙ, – тине рәссам, эстән һөйөнөп.

– Ниндәйҙер хаҡы булырға тейеш бит. Эштәрегеҙ һәйбәт, талантығыҙ барлығы күренә.

– Һеҙҙең өсөн бер мең.

– Мин ошоноһон алыр инем, – тине Ләйсән яҙғы тәбиғәт һүрәтләнгән картинаға төртөп. Рәссам уға шатланып алып бирҙе. Ләйсән өс мең һум аҡса һуҙҙы.

– Юҡ-юҡ, миңә артығы кәрәкмәй, бер мең еткән, – ирҙең аҡса тотҡан ҡулдары ҡалтырап китте.

– Алығыҙ, был һеҙҙең талантығыҙға баһа, бындай һүрәттәр кибеттәрҙә күпкә ҡыйбатыраҡ тора.

– Шулайҙыр ҙа бит, баҙарҙа бик алып бармайҙар. Халыҡта картина ҡайғыһы юҡ, – тине рәссам, аҡсаны ҡайҙа ҡуйырға ла белмәйенсә.

– Тағы ижад итегеҙ, уңыштар һеҙгә!

– Рәхмәт, ҙур рәхмәт. Тағы килегеҙ.

Ләйсән бер киоскыға барып, картинаһын ҡағыҙға төрҙөрөп алды. Урам буйлап күтәреп ҡайтырға кәрәк бит. Талантлы кешенең ижад емешен баҙарҙа һатып көн күреүенә ғәжәпләнеп ҡуйҙы.

Өйөнә ҡайтҡас, картинаны йоҡо бүлмәһенә элде. Баҙарҙа кеше араһында йөрөп ҡайтҡанғамы, картина һатып алғанғамы, Ләйсәндең күңеле бер аҙ тынысланғандай булды, кәйефе күтәрелде. Музыка ҡуйып ебәрҙе. Бер бокал шарап ҡойоп эсте, уныһы йоҡоһон килтерҙе. Ҡатын йомшаҡ түшәгенә ятты, йылмайған килеш, татлы йоҡоға талды.



2

Картинаһын һатҡас, Рәмил ҡалғандарын тиҙ генә йыйҙы ла өйөнә ашыҡты. Ниндәй һәйбәт көн булды, ҡулына өс мең аҡса килеп инде түгелме?! Был ҡәҙәр аҡсаны һуңғы ваҡытта тотоп ҡарағаны ла юҡ. Картиналарын һирәк булһа ла ала инеләр, ләкин береһе лә был тиклем хаҡ биргәне булманы. Киреһенсә, һатыулашып, һорағандан кәмерәккә алып китә торғайнылар. Ә бөгөн был ҡатын, һатыулашыу түгел, үҙе теләп, көсләп тигәндәй аҡса биреп китте. Шундай һатып алыусылар йышыраҡ булһын ине лә бит!

Рәмил юл ыңғайында магазинға инеп сыҡты. Фатирына ҡайтҡас, ишекте элеп алды ла, кеҫәһенән сығарып, аҡсаны һанап алды. Теп-теүәл өс мең! Юҡ-барға әрәм-шәрәм итмәҫкә, киндер, буяуҙар алырға кәрәк, тип, аҡсаны йырағыраҡ алып ҡуйҙы. Тағы картиналар эшләргә кәрәк булыр, кем белә, бәлки, бөгөнгө ҡатын тағы килер.

Рәмилдең бер бүлмәле фатиры музейҙы хәтерләтә. Стенала ла, иҙәндә лә картиналар, һыҙмалар. Тәү ҡарамаҡҡа тәртипһеҙлек күҙгә салынһа ла, эштәрҙе ҡарай башлағас, ул онотола.

Рәмил картиналарынан шәхси күргәҙмә ойошторорға хыяллана. Хәҙер нисә йыл был тик хыял ғына булып ҡала бирә. Бер ҡайҙа ла эшләмәгәс, аҡса юҡлыҡтан картиналарын баҙарға сығарып һата башланы. Бер нисә йыл элек шуларҙы һатып көн күрермен, тигән уй килмәҫ тә ине. Ләкин тормош барыһына ла өйрәтә икән, ауыҙҙы сөйгә элеп ҡуйып булмай. Ә кейемдәрҙең элеккеһе лә ярап тора әлегә.

Картинаһын уңышлы һатҡас, күңеле төбөндә ниндәйҙер өмөт ҡабынды. Ауыҙ эсенән яратҡан көйөн көйләп алды. Тимәк, әле ул бөтөнләй бөтмәгән, уның талантын аңлаусылар бар икән, тип һөйөнөп ҡуйҙы.

Бөгөнгө ҡатынды баҙарҙа бер ваҡытта ла күргәне булманы. Өҫ-башына ҡарағанда бик хәлле кешегә оҡшаған. Берәй “шишка”ның ҡатыны, күрәһең. Үҙе сибәр! Нисек кенә булһа ла, бөгөнгө хәл Рәмилде дәртләндереп ебәрҙе. Ул тағы картиналар яҙасаҡ!

Рәмил ҡабаланып өйөн йыйыштыра башланы. Картиналарҙы бер урынға тупланы, кәрәкмәгәндәрен ваннаға индереп ҡуйҙы. Кем белә, бәлки, картина һорап өйөнә килеп сығырҙар. Тәртипһеҙлекте күреп ғәжәпләнеп китерҙәр. Уның бер бүлмәле фатиры оҫтахана ролен дә үтәй. Нисек кенә теләһә лә, артыҡ йыйыштыра алмай. Картина яҙғанда кәрәк-яраҡ ҡул аҫтында булырға тейеш. Өйөн йыйыштырғас, аҡ йәймә күрмәгән диванына барып ятты. Баҙарҙа булған күренеште өр-яңынан күҙ алдынан үткәрҙе. Тора-бара уның башына төрлө уйҙар килде. Был ҡатын әллә мине күҙәтәме? Аҡсаны ла күп итеп биреп китте. Уның ҡыҙыҡһыныуы картиналамы, әллә үҙемдәме? Шулай булһа, мин уға нимәгә кәрәк? Ҡайһы бер уйҙарынан ҡурҡып китте. Бер нисә көн баҙарға бармай торорға булды. Өйөндә картина яҙып ятасаҡ.

Дивандан торҙо ла йәй көнө эшләгән һыҙмалары тултырылған папкаһын аҡтара башланы. Ярты ватманға акварель, төҫлө ҡәләмдәр менән эшләнгән һыҙмаларының иң матурын, уңышлыһын эҙләне. Бер нисәһен айырып ҡуйғандан һуң, яңы ватман алып, бөгөн картинаһын һатып алған ҡатындың һүрәтен эшләй башланы. Баш формаһы, ауыҙ-танауы хәтерендә ҡалған, тик күҙҙәренең ниндәй икәнен иҫкә төшөрә алманы. Күҙҙәренә ҡараманы шул, ҡыйманы. Бер аҙ һыҙғылағас, ҡағыҙын ситкәрәк ҡуйып, оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо.

Рәмил төнгө икегә тиклем картина яҙыу менән шөғөлләнде. Уның тағы ла яҡшыраҡ, матурыраҡ итеп төшөргөһө килде. Ҡатыны менән айырылышҡандан бирле бер генә картина яҙғаны юҡ ине. Эшкә ҡулы барманы. Ҡатыны өс бүлмәле фатирҙарын бүлдереп, береһен Рәмилгә биргәндән бирле, уның тормошо үҙ ағымы менән аға бирҙе. Нимәнелер үҙгәртергә тырышманы ла Рәмил. Тәүге айҙарҙы ул бигерәк ауыр кисерҙе. Башына төрлө уйҙар килеп йөҙәтте. Ҡайғыһын баҫыр өсөн араҡыға яҡынайҙы. Тик ниңәлер ул ҡайғыһын да, күңелендәге моңһоулыҡты ла кәметә алманы. Рәмил йәштән араҡы менән тәмәкене яратманы. Бер ваҡытта ла артығын эсмәне, туҡтай белде.

Ул ғазаплы көндәр артта ҡалды. Хәҙер бер аҙ тыныслана башланы инде. Яҙмышы менән килеште. Ҡатыны менән айырылышҡандан һуң бөгөнгө көн иң яҡтыһы булды. Рәмил шулай тип һанай. Әҙәм балаһына күп кәрәкмәй, тигәндәре дөрөҫтөр инде. Ҡайғы-хәсрәткә бөгөлөп төшкән, яҡты донъянан ваз кискән кеше күңеле төбөндә аҙ ғына ялтыраған яҡтылыҡҡа ла кәйефе күтәрелеп, әллә ниндәй эштәр башҡара алырҙай көс-ҡеүәткә эйә була ала. Донъяның матурлығын күрә, йәшәүҙең мәғәнәһен тоя, аңлай башлай. Ҡараңғылыҡтағы энә осо ҡәҙәр генә яҡтылыҡ уның бәхетенә әүерелә. Бөгөн Рәмил дә үҙен бәхетле тип һанай. Шулай булмаһа, дәртләнеп, бирелеп китеп, эшләп ултырыр инеме ни? Юҡ, алған “ярты”һын түңкәреп ҡуйыр ине лә, диванға ауыр ине.

Рәмил, бер ҡайҙа ла сыҡмайынса, өс көн ижад итте. Дүртенсе көндө күңеле ниңәлер баҙарға тартылды. Һүрәтен һатып алған ҡатынды ла төшөндә күргәндәй булды. Һуңғы ваҡытта уға яҡшы төш тә күрергә яҙманы. Ҡара, йәмһеҙҙәре менән генә һаташты. Ә бөгөнгө төшө яҡты, күңелле булды. Йыраҡтан яҡтылыҡ һибеп, картинаһын алған ҡатын уға табан атлай, ҡулын Рәмилгә һуҙа. Яҡтылыҡҡа уның күҙҙәре сағылды, түҙә алмайынса, башын аҫҡа эйҙе. Шул урында уянып китте. Кәйефе күтәрелеп, диванынан тиҙ генә һикереп торҙо, һаҡал-мыйығын ҡайсы менән төҙәткеләп алды. Сәсе лә еткән икән, еүешләп тарап ҡуйҙы. Сәй эсеп алғас, картиналарын күтәреп, баҙарға ашыҡты. Өс көн килмәгәс, уның урынын башҡалар алған. Ҡайҙа барырға белмәй торҙо. Башҡа урынға күсер ине, картина алыусы ҡатын килһә, таба алмаясаҡ. Бер ҡайҙа ла бармаҫҡа булды, шунда ҡыҫылды. Төшкә тиклем картинаһын бер кем дә алманы, теге ҡатын да күренмәне. Өшөй башланы. Берәй нәмә ҡапҡылап алырға кәрәк, тип уйлап торғанда теге ҡатын күренде. Рәмилгә нисектер күңелле булып китте. Яҡын кешеһен күргәндәй булды. Йөҙөнә йылмайыу сыҡты. Ләйсән дә уны шундуҡ таныны:

– Мин һеҙҙең янға килә инем, – тине йөҙөнә бер аҙ йылмайыу сығарып.

– Рәхим итегеҙ, – тине Рәмил ҡаушап ҡалыуын һиҙҙермәҫкә тырышып. – Картиналарым әллә оҡшап китте?

– Эйе, оҡшаны, тағы берҙе алырға ине. – Ләйсән уның йөҙөнә иғтибарлабыраҡ ҡараны. Рәссамды оло йәштәге кешелер тип уйлағайны, бер ҙә олоға оҡшамаған.

– Һеҙгә ниндәй картина кәрәк? – Рәмил, дәртләнеп китеп, картиналарын күрһәтә башланы.

Ләйсән картина алырмын тип уйламағайны, рәссамдың ихласлығына ҡаршы тора алманы. Уның тағы баҙарҙа, кеше араһында йөрөп ҡайтҡыһы килгәйне. Рәссамды ла күрергә ине иҫәбе. Был талантлы кешегә ярҙам итеү теләге уянды. Тик нисек кенә ярҙам итә ала һуң? Картиналарын ғына һатып алыу бер хәл, башҡа юл табырға кәрәк, тип баш ватты. Талантлы рәссам баҙарҙа картина һатып йөрөргә тейеш түгел. Ижади эштәре кешеләргә, хатта илебеҙгә хеҙмәт итергә тейештер.

– Ошоноһон алырмын, – тине Ләйсән, ҡышҡы тәбиғәт сағылдырылған рәсемгә күрһәтеп.

– Яҡшы, һеҙҙә зауыҡ бар, – тине Рәмил, картинаны һуҙып.

– Хаҡы күпме?

– Кәрәкмәй, быныһын теге көндә алған картинаға ҡушып бирәм.

– Бушҡа алырға ярамай.

– Ә һеҙ бушҡа алмайһығыҙ, түләп ҡуйҙығыҙ бит инде. – Рәмил ҡатындың йөҙөнә, күҙенә оҙағыраҡ ҡарарға тырышты. Рәссам күҙлегенән ҡарап сыҡты. Ҡайтҡас та башлаған портретын эшләп бөтөрәсәк.

– Картиналарығыҙ ҡиммәт торорға тейеш. Һеҙ, түбән хаҡ ҡуйып, һәләтегеҙҙең баһаһын төшөрәһегеҙ.

– Бөгөнгө көндә кем үҙ хаҡын бирһен инде, – тине Рәмил уфтанғандай итеп. – Ярай улайһа, бер мең бирегеҙ, – тип ҡатын менән килешкән булды.

– Картиналар яҙыуығыҙҙы ташламағыҙ – һеҙгә минең кәңәшем шул. Һау булығыҙ!

– Рәхмәт, тағы килегеҙ. Көтәм һеҙҙе.

Ләйсән бөгөн алған картинаһын стенаға элмәне. Аҡ сепрәккә төрҙө лә, кейем шкафының эсенә йәшереберәк ҡуйҙы. Уның ҡолағында рәссамдың һүҙҙәре яңғыраны: тағы килегеҙ, көтәм һеҙҙе. Был һүҙҙәрҙе Ләйсән көҙгөгә ҡарап бер нисә тапҡыр ҡабатлап алды. Улар онотолор ҙа, башҡа иҫкә төшөрә алмам тигәндәй башына һеңдереп ҡуйҙы. Рәссамдың күҙҙәре кемделер хәтерләтте түгелме? Кемдең күҙҙәре шулай янып, дәрт биреп тора әле? Ҡапыл күҙҙәренә йәш тығылды. Атаһының күҙҙәре шундай ине бит! Аварияға осрағансы, атаһы эштән йылмайып ҡайтып инер ҙә, килегеҙ әле, балаҡайҙарым, беләһегеҙме мин һеҙгә нимә алып ҡайттым, тип, ике ҡулын йомарлап алға һуҙыр ине. Апаһы менән Ләйсән атаһының ҡулына һикерәләр. Кәнфиттәрҙе биргәс, балаларын ҡосаҡлап ала. Ҡыҙҙар тәмлекәсте ҡәҙерләп йөрөтөп, һуңынан ғына ашап ҡуялар ине.

Их, атаһы бөгөн иҫән булһа! Күҙҙәренән йәштәр бәреп сыҡты. Диванға ятып үкһеп илап ебәрҙе. Иҫән булһа, аяҡтарына иң яҡшы протез эшләтеп, махсус машина ла алып бирер инеләр. Йәшәмәне бит бер аҙ. Их, атай!..

Ләйсәндең быға саҡлы бер кемдә лә атаһыныҡы кеүек күҙҙәр күргәне юҡ ине. Бына ни өсөн уның баҙарға барғыһы, рәссамды күргеһе килеп торған икән! Атаһы иҫтәлегенә Ләйсән был рәссамға ярҙам итәсәк. Шул саҡта уның күңеленә тыныслыҡ урынлашыр, атаһының рухы алдында аҙ ғына булһа ла яҡшылыҡ эшләгәндәй итеп тоясаҡ үҙен.

Ни ғәжәп, Ирек бөгөн эштән иртәрәк ҡайтты. Ләйсән дивандан тормағайны әле.

– Берәй хәл булдымы әллә? – тип һорап ҡуйҙы Ләйсән иренән.

– Ниңә улай тиһең?

– Былай иртә ҡайтҡаныңды хәтерләмәйем.

– Һине һағынып ҡайттым, әллә көтмәгәйнеңме?

– Һуңлап ҡайтыуыңа өйрәнеп бөткәнмен инде, – тине Ләйсән үпкәһен белдергәндәй. Илағанын һиҙҙермәҫ өсөн иренә тура ҡарамаҫҡа тырышты.

– Мин йыуынып сығам, – тип, Ирек ваннаға инеп китте. Ләйсән кофе әҙерләй башланы. Йыуынып сыҡҡас, иренең кофе эскәнен белә.

Бер аҙҙан, сәстәрен таҫтамал менән һөртә-һөртә, Ирек сыҡты.

– Кофе әҙерме, Ләйсәнем? – тип һораны. Һуңғы ваҡытта улай тип өндәшкәне булмағас, Ләйсән аптырап ҡуйҙы. Нимә булған иренә? Һағыныуы шулай еткәнме? Әллә минең баҙарҙа йөрөп ҡайтҡанды белгәнме? Нисек кенә булһа ла, бик сәйер тойолдо. Иректең кәйефен төшөрөүен уйлап, һорарға ҡыйманы. Берәй ваҡыт белер әле, тип үҙен тынысландырҙы.

Кофеһын эсеп бөтөргәс, Ирек Ләйсәнде ҡосаҡлап алды. Ҡатынын ни тиклем һағынғанын шунда ғына аңланы. Һуңғы ваҡытта уның менән һөйләшеп ултырғаны ла юҡ. Элек уларҙың һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй ине. Эшкә сумып, Ләйсәнде онота яҙған бит.

Был эшҡыуарлыҡ тигән нәмә бик мауыҡтырғыс икән. Күтәрелгән юғарылыҡтан түбән төшмәҫ өсөн, көнө-төнө эшләргә, эҙләнергә кәрәк. Ҡайҙа ғына булһаң да, башыңда шул эш. Дуҫтары менән йыйылышып ял иткәндә лә телефон тынғылыҡ бирмәй. Был эшкә тотонғас, Ирек шуны аңланы: ғаиләңде ҡайғыртһаң, эшең артта ҡала, эшеңде ҡайғыртһаң, ғаиләң онотола. Ләйсән менән аралашыу, хәл белешеү күпселек телефон аша ғына. Ирек өйләнешкән йылдарын һағынып иҫкә ала. Һәр ваҡыт бергә булды улар. Әммә күңелле йәшәлһә лә, аҡса етмәүе үҙәккә үтә торғайны. Әле улар аҡсаға мохтажлыҡ кисермәй, бер кемгә буйһонмайҙар. Ярлы булһалар, сит илдәрҙе, яҡшы ял йорттарын да күрә алмаҫ инеләр. Ата-әсәһе нисәмә йылдар колхозға бил бөгөп, ял йорттарына түгел, ҡалаға ла бара алманы. Бысраҡта, тиреҫ араһында, аяҡтарына резина итек кейеп үтте ғүмерҙәре. Сиргә һабышып, был донъянан ваҡытһыҙ китеп барҙылар. Шуғалырмы, Ирек бәләкәйҙән уҡырға тырышты. Ата-әсәһенең йәшәйешен дауам иткеһе килмәне. Урта белем алғас, нефть институтында уҡырға ниәт итте. Беренсе йылда инә алманы, конкурс ҙур ине. Йыл буйына әҙерләнеп, икенсе йылына тағы китте. Ҡабул итеү комиссияһы был юлы тырыш егетте кире бороп ҡайтарманы. Шул көндән башлап уның тормошо үҙгәрҙе.

Ләйсән дә Иректең уны ихлас күңелдән тыңлаған саҡтарын юҡһына. Күптән асыҡтан-асыҡ һөйләшкәндәре лә юҡ. Ләйсән – әңгәмәләшергә әүәҫ ҡатын, һүҙһеҙ тороуҙы йәне һөймәй, шуға өйҙә бер үҙең ҡалыу уның өсөн яза кеүек. Үҙен бер кемгә кәрәкмәгән кешеләй хис итә. Ә бөгөн Иректең иртәрәк ҡайтыуы уға булған бөтә үпкәһен онотторҙо. Ике аралағы өҙөклөк ялғанып ҡалғандай булды.

Ҡатын-ҡыҙға ихлас күңелдән яратыуыңды күрһәтһәң, ул аҙ ғына һөйөү һүҙенә лә риза булып, үҙен бәхетле итеп тоя ала. Тик беҙ, ирҙәр генә, үҙебеҙҙең ҡәҙерле кешеләребеҙгә иғтибар бүлергә ашығып бармайбыҙ. Йәнәһе, беҙҙең эшебеҙ күп, ваҡытыбыҙ юҡ.

Ана Ләйсән Иректең ҡосағында нисек иреп бара, иренең ҡолағына бышылдай:

– Минең менән үҙеңде бәхетле тояһыңмы?

– Ниңә улай тип һорайһың?

– Һуңғы ваҡыт йырағая башлағандай тойолдоң.

– Уның ҡарауы, нисек йәшәп ятабыҙ – мохтажлыҡ кисермәйбеҙ.

– Бәхет өсөн ул ғына аҙ түгелме?

– Миңә ҡалһа, аҙ түгел.

– Минең иркенләп һөйләшкем килә, янымда оҙағыраҡ булыуыңды теләйем. Бер үҙемә бик күңелһеҙ.

– Ауылыңа ҡайтарайыммы?

– Һин мине аңламайһың. Мин әсәйемде һағындым, тимәнем.

Шул саҡ телефон шылтыраны. Шуны ғына көткәндәй, Ирек уға яуап бирҙе.

– Ярай, ярай, барырмын. – Иректең был һүҙенән һуң Ләйсәндең кәйефе төштө, иренә булған үпкәһе арта ғына барҙы. Иректең аҡланған һүҙҙәре ҡолағына инмәне лә.

– Оҙаҡламай ҡайтырмын, – тип Ирек Ләйсәндең битенән үбеп сығып та китте.

Тағы күңел булғансы һөйләшеп тә булманы, тип Ләйсән ғәрлегенән битен ҡаплап илап ебәрҙе. Нисә йыл инде шулай. Иректең был тынғыһыҙ эше, уларҙың тормошона үтеп инеп, үҙ-ара булған мөнәсәбәтте икенсе планға ҡалдырыуы Ләйсәндең эсен бошора башланы. Һаман шулай дауам итһә, аҙағы насар тамамланыуы мөмкин. Кәрәкмәй миңә һинең байлығың, элекке Ирек кенә кәрәк, тип үкһей башланы. Үҙен утрауҙа яңғыҙ ҡалғандай хис итте. Күңелен баҫыр өсөн һыуытҡыстан шарап алып эсте.

Бер аҙҙан тынысланғандай итте. Түшәгенә һуҙылып ятып, күҙҙәрен йомдо. Шул саҡ уның күҙ алдында рәссам хасил булды. Ләйсәндең Иректән башҡа ят ирҙәр менән ҡосаҡлашҡаны ла булманы. Өйләнешкәндән алып уға тоғро. Бер ваҡыт дуҫтары менән табын артында ултырғанда, Мәскәүҙән килгән бер ир бәйләнеп ҡарағайны, Ләйсәндең киҫкен әйтеүенән һуң туҡтаны. Аҙаҡ теге, эскән башы менән, һеҙҙең ҡатындарығыҙ бик тоғро икән, тип һөйләнеп йөрөнө. Бөгөн килеп, үҙенең ҡыланышына үҙе аптыраны Ләйсән. Нисек инде күҙ алдына башҡа ир килеп баҫһын? Үҙен хыянат иткәндәй тойҙо...

4
Рәмил дәртләнеп картиналар яҙҙы. Ниндәйҙер ҡатындың уларҙы һатып алыуы уға яңы көс бирҙе. Әле яҙғандары элеккеләренә ҡарағанда яҡшыраҡ килеп сыҡҡандай, ниндәйҙер нур һибелә, йәшәү матурлығы бөркөлгәндәй. Күрәһең, рәссамдың күңел кисерештәре картинаға күсә торғандыр. Нимә төшөрәйем икән, тип уйланып ултырмай, күңеле ҡушыуы буйынса эшләй.

Араҡы эсеүен кәметте. Бер көн алған араҡыһы һаман эселеп бөтмәгән килеш ултыра. Һаҡалын ҡырып ташланы. Мыйығын ҡырманы – уға мыйыҡ килешә. Сәсен дә алдырып ҡайтҡас, бөтөнләй үҙгәреп, йәшәреп китте. Элек уны һаҡаллы килеш күргән кеше танымай ҙа торасаҡ. Баҙарға барғыһы килһә лә, бара алманы, картина яҙҙы. Был ваҡытта ул бер ҡайҙа ла бармай – ғәҙәте шундай.

Йоҡоһонан уянғас, Рәмил баҙарға барырға кәрәк икәнен аңланы. Төшөндә картинаһын һатып алған ҡатынды күреп ҡалғандай булды. Тимәк, ул бөгөн киләсәк! Яңы ижад емештәрен алып, рәссам баҙарға юлланды. Ғәҙәттәгесә, уның урыны буш түгел ине. Бер ҡайҙа ла китмәйенсә, шунда һыйынды. Яңы картиналарын ҡыҙыҡһынып ҡараусылар булды, ләкин береһе лә һатып алманы.

Ләйсәндең килеүен күргәс, Рәмил ҡаушап китте, әйтерһең, имтихан тапшыра. Уҡыған сағында яуаплы ваҡытта шулай ҡаушай торғайны. Әле лә шул минуттарҙы кисерҙе. Ләйсән, үҙенә кәрәк кешене күрмәгәс, юҡҡа килдемме икән ни, тип уйланы. Рәмилдән:

– Һаҡал-мыйыҡ баҫҡан рәссам бөгөн юҡмы ни? – тип һораны.

– Юҡ шул, – тине рәссам, һүҙҙең үҙе тураһында барғанын белеп.

– Ҡасан була? – Ләйсәндең кәйефе төшә башланы.

– Әллә инде, белмәйем, – Рәмил түҙмәйенсә йылмайып ебәрҙе.

– Һеҙ ул түгелме? – тине Ләйсән, йылмайыуынан танып алып. Уның ҡаршыһында сибәр йөҙлө ир тора ине.

– Эйе, мин булам. Танымағас, шаяртып алырға булдым.

– Таныманым шул, бөтөнләй үҙгәреп киткәнһегеҙ. Йәш икәнһегеҙ.

– Барыһына ла һеҙ сәбәпсе.

– Нисек?

– Минең картиналарымды һатып алып, көс-дәрт бирҙегеҙ. Рәхмәт һеҙгә!

– Һеҙгә ярҙам итә алғаным өсөн бик шатмын.

– Был картиналарымды һеҙҙең менән осрашыуҙан һуң яҙҙым.

– Бик яҡшы, миңә оҡшай.

– Картина алырға, тип килгәнһегеҙҙер, моғайын, ҡайһыһы кәрәк?

– Алырға ине лә, миңә кәрәге бында күренмәй.

– Ниндәйе кәрәк, бәлки, өйҙә барҙыр?

– Ике туған ҡустымдың тыуған көнө ине, ул көҙгө тәбиғәтте ярата, – Ләйсән барыһын да уйлап сығарҙы.

– Мин аңланым һеҙҙе. Ундай картина өйҙә бар.

– Башҡа көндө алып килерһегеҙ.

– Ә ниңә башҡа көнгә ҡалдырырға, ваҡытығыҙ булһа, бөгөн үк биреп ебәрәм. Мин йыраҡ йәшәмәйем.

Ләйсәндең өндәшмәй торғанын күреп, Рәмил картиналарын бергә бәйләй ҙә башланы.

Юлда улар танышып, бер-береһенең исемдәрен белде. Рәмил, үҙе лә һиҙмәҫтән, элеккеләй һөйләшеп китте. Ләйсәнде бер нисә тапҡыр көлдөрөп тә алды. Уның күптән шулай һөйләшкәне юҡ, шуға аралашыуға бик һыуһаған ине. Йорто янына килеп еткәс:

– Өйгә инәһегеҙме, әллә бында ғына алып сығайыммы? – тип һораны Рәмил. Ләйсән әллә ишетте, әллә юҡ, нимәлер һөйләгән булып, рәссам артынан подъезға үтте.

– Көлмәҫһегеҙ инде, фатирым бәләкәй, йыйыштырылмаған, – тине уңайһыҙлыҡ менән Рәмил.

– Борсолмағыҙ.

Аяҡ кейеме менән үтергә ҡушылһа ла, Ләйсән сисеп, ишек төбөндә ҡалдырҙы. Рәмил арлы-бирле ятҡан әйберҙәрен алғылай башланы. Уны уңайһыҙ хәлгә ҡалдырмаҫҡа теләп, Ләйсән һүрәттәр ҡарарға кереште. Бер аҙҙан Рәмил, музейҙа сәнғәт белгесе картиналар тарихын һөйләгән кеүек, һәр эшенең ҡасан, ҡайҙа эшләнгәнен һөйләй башланы. Рәссамдың тыныс, күңел йыуатырҙай тауышын тыңлау Ләйсәнгә ниндәйҙер бер рәхәтлек бирҙе. Үҙен уҡытыусы янында торған балалай хис итте. Стенаға эленгән картиналарҙы ҡарап бөткәс, Рәмил бер ҡосаҡ ватманға акварель менән төшөрөлгән рәсемдәр сығарып бирҙе лә кухняға инеп, сәй ҡуйып ебәрҙе.

– Ләйсән, һеҙгә сәй эсереп сығарырға тейешмен, мин хәҙер, – тине лә, өҫтөнә кейеп, йорт хужаһы сығып та китте. Ҡатын бер һүҙ ҙә әйтә алмай ҡалды. Ул һүрәттәр ҡарауын дауам итте. Улар араһында үҙенә оҡшаған ҡатын портретын күреп, аптырап китте. Оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо. Ҡара һин уны, ни арала эшләп алған? Оҡшатҡан бит әле. Талант бар үҙендә. Рәсем аҫтында яҙылған һүҙҙәргә күҙ һалды. Унда “Картиналарымды һатып алыусы миңә билдәһеҙ булған ҡатын. Октябрь, 2004 йыл” тип яҙылғайны.

Рәмил был бай ҡатындың эйәреп өйөнә килеүенә ғәжәпләнде. Картина һатып алыуы аңлашыла, ә бына ябай рәссамдың фатирына килеүен нимәгә юрарға белмәне. Картина яратыуы, сәнғәткә битараф булмауы уны Рәмилгә алып килдеме? Ләйсәндең ябай, илгәҙәк булыуы уға оҡшаны. Тимәк, ул бөтөнләй боҙолоп бөтмәгән, ҡайһы берҙәр кеүек ябай халыҡҡа өҫтән ҡарамай. Донъялар үҙгәргәс, кемдәрҙер тиҙ генә уға яраҡлашып, алып-һатыу, эшҡыуарлыҡ менән, ҡайһылары кеше талап, урлашып байып китте. Халыҡ байлығын, завод-фабрикаларҙы, капиталист үҙ ғүмерендә йыя алмаған байлыҡты күҙ асып йомған арала үҙләштереп, олигархҡа әйләнеүселәр ҙә етерлек. Рәмилдең ғәҙеллеге, кешелеклелеге уға байып китергә ҡамасауланы. Ил байлығын бүлешкәндә өлөш алып ҡалыр өсөн әрһеҙлек тә кәрәк ине шул.

Ишек асылған тауышты ишетеп, Ләйсән тиҙ генә үҙе төшөрөлгән рәсемде йәшереп ҡуйҙы. Әлегә мин күргәнде белмәһен, тип уйланы. Рәссамдың бер-ике күргәндә генә шул тиклем оҡшатып төшөрә алыуына ҡат-ҡат ғәжәпләнде. Үҙенең баҙарға сығып китеүенә, картиналарын һатып алып, уны ҡыуандыра алғанына һөйөндө Ләйсән. Фатирҙа ятып, кешегә ярҙам итә алыр инеме һуң?

– Сәйнүгем ҡайнап бөткәндер инде, – тип һөйләнә-һөйләнә Рәмил кейемен систе.

– Мин һүндергәйнем, – тине Ләйсән.

– Рәхмәт инде, оҙаҡ йөрөлдө, яҡындағы магазин бикле булып сыҡты. Көттөргәнем өсөн ғәфү итегеҙ!

– Зыяны юҡ. Рәсемдәр ҡарай торҙом.

– Нисек, оҡшанымы?

– Бөгөндән күргәҙмәгә ҡуйырлыҡ.

– Шулай тиһегеҙме? – Рәмил Ләйсәндең әйткән һүҙҙәренә һөйөнөп, сәй әҙерләне.

– Минең күргәҙмәләргә йөрөгәнем бар. Һеҙҙең картиналарығыҙҙы халыҡ яратып ҡабул итәсәк.

– Ләйсән, әйҙәгеҙ сәй эсеп алайыҡ.

– Юҡҡа мәшәҡәтләнгәнһегеҙ, килешмәҫ бит, – Рәмил уның һүҙҙәренә иғтибар итмәйенсә, ҡатындың пальтоһын сисергә ярҙам итте.

– Аштан оло булырға ярамай.

– Уныһы шулай инде, – тине Ләйсән, өҫтәл артына инеп ултырып. Рәмил уның буй-һынына күҙ йүгертеп алды. Ымһынып ҡарамаһа ла, һоҡланып ҡуйҙы.

– Ҡатынығыҙ өйҙә юҡмы ни? – Ләйсән үҙен күптән борсоған һорауҙы бирҙе.

– Юҡ. Бергә йәшәмәйбеҙ.

– Ғәфү итегеҙ!

– Зыяны юҡ. Шулай килеп сыҡты. Бер-беребеҙҙе аңлай алманыҡ.

– Була ундай саҡтар, – тине Ләйсән, үҙенең тормошон уйлап. Шунан, был күңелһеҙ һөйләшеүҙән ситләшергә теләп:

– Күргәҙмәләрҙә ҡатнашҡанығыҙ булдымы? – тип һораны.

– Юҡ. Тура килмәне.

– Ойошторорға тырышып ҡаранығыҙмы һуң?

– Ундай уй, әлбиттә, бар. Картиналарымды әҙерләп тә ҡуйғайным, тик аҡса яғы ҡамасаулай.

– Картиналарығыҙҙы һатмай тороғоҙ, тип кәңәш бирер инем. Бәлки, берәй әмәле килеп сығыр.

– Үҙем дә шулай уйлап тора инем.

– Бөгөнгә картинамды алып ҡайтмай торам, инәһе урыным бар. Аҡсаһын биреп ҡуям, – тип мең һум сығарып бирҙе. – Һата күрмәгеҙ тағы.

– Һеҙҙекен – бер кемгә лә. – Икеһе лә йылмайып ебәрҙе. – Ҡасан алырһығыҙ икән?

– Өйөгөҙҙө беләм, үҙем килермен.

– Рәхим итегеҙ, мин һәр ваҡыт өйҙә, бигерәк тә төштән һуң.

Ләйсән сәй өсөн рәхмәт әйтеп, һаубуллашып сығып китте. Рәмил менән бергә булған минуттар уға ниндәйҙер йылылыҡ, рәхәтлек биргәндәй итте. Ваҡытлыса ғына булһа ла, күңелендәге моңһоулыҡ таралғандай булды. Рәссамға аҙ булһа ла ярҙам итеүенә шатланды. Киләсәктә лә ярҙам ҡулы һуҙырға кәрәк булыр, тигән уйға килде. Талант эйәһе юҡҡа сыҡмаһын! Рәссамдың күҙҙәрендә моңһоулыҡ күрҙе. Үҙе һиҙҙермәҫкә тырышһа ла, барыһы ла күҙҙәрендә сағыла ине. Күрәһең, ҡатыны менән булған ваҡиға күңеленә тыныслыҡ бирмәйҙер. Ауыр кисерәлер. Ләйсәнгә Рәмил йәл булып китте. Күңеле насар кешегә оҡшамаған бит!

Ошо уйҙар менән подъездан сыҡҡас, битенә һалҡын һауа килеп бәрелде. Ул нимәнәндер арындырғандай, үҙ асылына алып ҡайтҡандай итте. Башына шунда уҡ, мин нимә эшләйем ул, тигән һорау килде. Ирек белеп ҡалһа, ахыры яҡшы тамамланмаясаҡ бит! Картина өсөн килгәнен белһә лә, үҙеңде кәмһетеп, минең башымдан көлөп йөрөйһөң, тиәсәк. Был уйҙарҙан Ләйсәндең тәне зымбырҙап китте. Таксиға ултырмаҫҡа булды, йәйәү ҡайтасаҡ. Башындағы уйҙарын, үҙенең ҡыланыштарын аңлап бөтөргә кәрәк уға. Былайтып йөрөргә нимә сәбәпсе – иң беренсе шуны аңлау фарыз. Туҡта! Ирек үҙе ғәйепле түгелме? Бала тапҡан булһа, шулай йөрөр инеме? Әлбиттә, юҡ. Өйҙә бәләкәсен ҡарап ултырыр ине. Үҙе ғәйепле, үҙе, тип ҡабатлай-ҡабатлай, атлаған һайын аҙымдарын ышаныслыраҡ баҫты. Иртәгә үк дауаханаға барасаҡ. Етте, күпме балаһыҙ йәшәп була?! Кемдер бала таба алмай ғазаплана, ә ул сәләмәт көйө балаһыҙ йөрөй. Бер көн килеп һуң булып ҡуйыуы ла бар, ул ваҡытта үҙен ғәфү итә алмаясаҡ. Бала булмағас, Ирек тә һыуынасаҡ. Ул саҡта нимә эшләр? Бөгөн ҡайтҡас та Ирек менән ошо турала һөйләшәсәк, уның һүҙенән сыҡмай күпме йәшәргә була? Бала тауышын ишетһә, ул да һөйөнөр. Эштән дә иртәрәк ҡайта башлар.

Рәмил менән осрашыу ҙа уға шундай уйҙарға килергә этәргес булғандыр. Кеше был донъяла ниндәйҙер өмөт, ышаныс менән йәшәргә тейештер. Рәмил картиналар яҙып йыуаныс таба. Ә Ләйсән нимә менән күңелен йыуата һуң? Бушҡа үткән ғүмер, фатирындағы байлыҡ менәнме? Киләсәккә нимә ҡалдыра һуң ул? Рәмилдең картиналары ҡаласаҡ, кем булһа ла иҫкә аласаҡ, ә Ләйсәнде кем иҫкә алыр? Бала тапмаған ҡатын-ҡыҙҙың киләсәге юҡ, сөнки уға кешелекте дауам итеү вазифаһы тапшырылған. Ләйсән ошо уйҙарынан һуң аҙымын тиҙләтте. Әкрен барһа, һуңлар, ваҡыты уҙып китер төҫлө тойолдо уға. Кемдеңдер, Ләйсән апай, тип өндәшеүенә лә иғтибарламай, атлауын белде. Үҙ исемен икенсегә ишеткәс, туҡтап ҡалды. Артҡа боролдо. Коляска этәреп барған йәш ҡатын уға өндәшә икән.

– Ләйсән апай, һеҙме?

– Эйе, мин...

– Мине танымайһығыҙмы ни? Ауылдашығыҙ Гүзәл булам.

– Сабир ағайҙың Гүзәлеме?

– Эйе.

– Хәлең нисек, Гүзәл?

Һәйбәт, бына бәпес үҫтерәм, – тине лә ҡатын, балаһының өҫтөндәге юрғанын рәтләп ҡуйҙы.

– Ҡайҙа йәшәйһең?

– Ҡаршылағы дөйөм ятаҡта. Ирем заводта эшләй.

– Афарин, сабыйҙың исеме нисек була инде? – Ләйсән балаға эйелә биреп һораны.

– Салауат, – тине Гүзәл ниндәйҙер ғорурлыҡ менән.

– Батыр буласаҡ.

– Булһын инде.

Коляскала ятҡан сабый, әллә һөйләшкәнде ишетеп, күҙҙәрен асты. Янында ят кешене күреп, йылмайып ебәрҙе. Шул саҡ Ләйсәндең тәне буйлап быға тиклем кисерелмәгән йылылыҡ үтеп китте. Унда әсәлек хисе уянып киткәндәй булды. Сумкаһынан аҡса сығарып, Гүзәлгә һуҙҙы:

– Балаңды – батырыңды ҡотлап, – тине.

– Ләйсән апай, кәрәкмәй, аҡсабыҙ етә.

– Был бит бүләк, берәй нәмә һатып алырһың.

– Рәхмәт, Ләйсән апай.

– Ауылға ҡайтҡанығыҙ бармы?

– Ҡайтып торабыҙ, атай-әсәйҙәребеҙ ярҙам итә, юғиһә ауыр булыр ине.

– Улар иҫән булһын. Һау бул, Гүзәл, батырҙы һау-сәләмәт итеп үҫтерегеҙ.

– Рәхмәт, Ләйсән апай, һау булығыҙ.

Баланың йылмайыуы Ләйсәндең күҙ алдынан оҙаҡ китмәне. Дөйөм ятаҡта йәшәһәләр ҙә, бала табырға уйлағандар, фатир юҡлығы ла ҡурҡытмай. Ә Ләйсән ҙур, иркен фатирҙа йәшәп тә һаман бала тапмаған. Быны нисек аңларға?

5
Ҡыш урталары етте. Ҡаты һыуыҡтар менән буранлы көндәр алмашынып торҙо. Ирек элеккесә эшенән бушай алманы, Ләйсән ваҡытын телевизор ҡарап, китап уҡып үткәрҙе. Яңғыҙ моңайып ултырған саҡтарында Рәмилде иҫенә төшөрҙө. Ул нимә эшләп ята икән? Уның хәлен бик белгеһе килһә лә, барырға ашыҡманы. Һатып алған картинаһын да алмаған әле. Ни эшләптер һуңғы көндәрҙә Рәмил йыш иҫенә төшә башланы. Оноторға теләгән һайын йышыраҡ күҙ алдына баҫа.

Ирек Мәскәүгә ун биш көнгә командировкаға китте. Ун биш көн өйҙә бер үҙе буласаҡ Ләйсән. Ошолай йәшәүҙән ул шул тиклем ялҡты, үҙен ҡайҙа ҡуйырға ла белмәй. Шул саҡ уның Рәмилдең хәлен белгеһе килеп китте. Был теләге шул тиклем көслө ине, хатта ул үҙ-үҙенә ҡаршы килә алманы. Кейенеп-яһанды ла сығып китте.

Ҡатын-ҡыҙҙың башына берәй уй килһә, ул нисек тә уны тормошҡа ашырырға тырыша. Ҡаршы килеү сәмен арттырасаҡ ҡына. Нисек кенә булмаһын, теләгенә ирешәсәк! Был – ҡатын-ҡыҙҙың йәшәү алымы. Шуға ла тормошта ҡатын-ҡыҙ үҙ юлын тиҙ табыусан, ауыр мәлдәрҙе еңелерәк үткәрә, көтөлмәгән хәлдәрҙә лә ҡаушап ҡалмай.

Ләйсән Рәмилдең фатиры ҡаршыһында туҡтап ҡалды. Шылтыратыу төймәһенә баҫырғамы, юҡмы, тигәндәй, бер аҙ баҫып торҙо. Баяғы батырлығы ҡайҙа булды һуң әле? Ни булһа ла булыр, тип төймәгә ике тапҡыр баҫып алды.

Шылтырау ишеткәс, Рәмил йүгереп тигәндәй барып, ишекте асты. Ҡатыны инде әллә, тик ул ғына ике тапҡыр шылтырата. Ҡатыны урынына Ләйсәнде күргәс, ҡаушап китте, бер аҙ ни әйтергә белмәй торҙо.

– Ләйсән?

– Һаумы, Рәмил.

– Һаумы, Ләйсән. Көтмәгәйнем...

– Әллә ваҡытһыҙ килдемме?

– Юҡ, юҡ. Инегеҙ. Килмәҫһегеҙ инде, тип өмөтөмдө өҙгәйнем, картинағыҙҙы ла саҡ һатып ебәрмәнем.

– Хәҙер ул минеке, һата алмайһығыҙ, – тине Ләйсән йылмайып.

– Шаярттым ғына, мин ундай кеше түгел.

Рәмил Ләйсәнде көн дә көттө. Телефон һандарын һорап алмағанына үкенеп бөттө, уны күрмәгән көндәр ғазап эсендә үткәндәй тойолдо. Әйтерһең дә, иң яҡын кешеһен, юҡ, туғанын көттө. Ул килеп инһә, донъяның йәмһеҙлеге, мәшәҡәте юҡҡа сығыр кеүек тойолдо. Тик бөгөн генә көтмәгәйне. Бөгөн ҡатынын көтә ине. Уның килә торған көнө.

Ләйсән түргә уҙғас, өҫтәлде күреп:

– Берәйһен көтә инегеҙме?

– Юҡ, береһен дә көтмәнем, бәлки... Минең тыуған көнөм бөгөн.

– Ҡотлайым!

– Рәхмәт.

– Өҫтәл әҙерләгәнһегеҙ...

– Ҡатыным килеп сығыр, тип кенә әҙерләнгәйнем. Былтыр тыуған көндә килгәйне. – Рәмилдең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ йүгерҙе.

– Ҡатының әллә нимә уйлар, булмаһа, ҡайтайым, – тип Ләйсән ишек яғына атлай башланы.

– Ләйсән, мине ауыр хәлдә ҡалдырмағыҙ инде, килһә лә, беҙ законлы айырылышҡанбыҙ. Ул бер нәмә лә әйтмәҫ, – тине Рәмил ялбарыулы тауыш менән.

– Бәлки, яңынан бергә йәшәй башларһығыҙ.

– Ләйсән, тыуған көнөмдә шатлығымды бер үк боҙмағыҙ, зинһар. Һеҙҙе күреүемә ихлас шатмын. Өҫ кейемегеҙҙе элеп ҡуйырға рөхсәт итегеҙ.

Ләйсән ҡайтырға уйламаны ла – был осрашыуҙы нисә ай көттө бит! Ихтыярына ҡаршы, Рәмил гел иҫенә төштө. Атаһыныҡына оҡшаған күҙҙәрҙе тағы күргеһе килде. Етмәһә, өйҙә яңғыҙы ни эшләп ултырһын? Башҡа барыр урыны юҡ.

– Тыуған көнөңә бүләгем дә юҡ, уңайһыҙ бит әле, – тигән булды Ләйсән, һөйләшеүҙе “һин”гә күсереп.

– Һин үҙең бүләк. Әлдә килгәнһең әле, – Рәмил дә “һин” тине. – Әйҙә, Ләйсән, өҫтәл артына ултырайыҡ, тыуған көндө билдәләп үтәйек инде. Һиңә нимә ҡояйым: ағынмы, ҡыҙылынмы?

Ләйсән шарап тигәс, бик өнәп етмәһә лә, үҙенә лә шарап һалды.

– Тыуған көнөң менән, Рәмил! Ижади уңыштар теләйем.

– Рәхмәт.

– Алдағы көндәрҙә картиналарыңды күргәҙмәлә күрергә яҙһын.

– Шулай булһын, – Рәмил бөтөргәнсе эсеп ҡуйҙы, Ләйсәнде лә ҡыҫтап, бокалын бушаттырҙы. Тағы икеһенә лә ҡойҙо. Шунан, ҡыйыуланып китеп:

– Ә был тосты, Ләйсән, һинең хөрмәткә, минең тормошома килеп инеүең, күңелемде дәртләндереп, көс биреүең өсөн күтәргем килә. Рәхмәт. Һиңә ғүмерем буйына бурыслы булып ҡаласаҡмын. Тормошоңда бәхет теләйем.

– Мин осрамаһам да, һин юғалып ҡалмаҫ инең. Һин бик талантлы кеше, – тине Ләйсән бокалын тотоп. Икенсе бокал да бушаны.

– Бөтөнләй онота яҙғанмын бит, – тип Рәмил һикереп торҙо. – Духовкаға тауыҡ ҡуйғайным, көймәһә генә ярар ине.

Бер нисә секундтан Рәмил алһыуланып бешкән тауыҡты өҫтәлгә килтереп тә ҡуйҙы.

– Аш-һыуға оҫта икәнһең, – тине Ләйсән пар сығарып торған тауыҡҡа ҡарап.

– Әллә инде, тырышам шунда, – тигән булды Рәмил. Әсәһенә бәләкәйҙән үк ярҙам итеште. Студент сағында ла үҙенә бешерергә тура килде. Хатта ҡайһы бер ҡыҙҙарҙың ҡулынан килмәгән ризыҡтарҙы ла әҙерләй ине. Өйләнеп, бер йыл торғас, ҡатынының эштән ҡайтыуына аштар бешерҙе. Ҡатыны, бик тәмле, тип маҡтағас, бер ҡатлы Рәмил быны үҙенсә аңлап, аш-һыу бүлмәһендә ваҡытын күберәк үткәрҙе. Күңеле булһын, тип аш-һыуҙы төрләндереп торҙо. Тик аралары һыуына башлағас ҡына, ҙур хата эшләүен аңланы. Ҡатыны ла, йөрәген яндырып, ашарға бешереүҙән башҡа нимә эшләй алаһың, тип асыуланышҡан һайын әйтеп килде. Рәмилдең уны яратҡанға бешергәнен ҡатыны аңламаны, булһа кәрәк. Яҡшылыҡ эшләүҙән дә ғәйеп тапҡан ҡатынына үпкәләне. Был ҡатындарға бер нисек тә ярап булмай, тип башҡаса аш-һыу бүлмәһенә аяҡ баҫманы. Ләкин ҡатыны ла унда инмәҫкә өйрәнеп алғайны инде. Ул аптырап ҡалманы – ашханала ашап ҡайта башланы.

Тауыҡты ашап ҡарағас, Ләйсән маҡтаһа ла, Рәмилдең артыҡ иҫе китмәне, ҡатын-ҡыҙҙар маҡтарға тейеш инде, тип уйланы.

Ләйсән оҙон-оҙаҡ ултырырға ярамағанын белә, шуға рәхмәт әйтеп, урынынан ҡуҙғалды. Рәмилдең бер аҙға булһа ла ҡал инде, тигән өгөтләүенә лә күнмәне.

– Асыуланма, ҡайтырға кәрәк, өйҙә көтәләр, – тине. Дөрөҫ булмаһа ла, шулай тип әйтергә мәжбүр булды.

– Рәхмәт, Ләйсән. Картинағыҙҙы алаһығыҙмы? – тине Рәмил тағы ла “һеҙ”гә күсеп.

– Бөгөнгә юҡ, кәрәк саҡта алырмын.

– Телефон һандарығыҙҙы әйтмәҫһегеҙме? Кем белә, бәлки, шылтыратырға тура килер.

– Хәҙер.

Рәмил тиҙ генә ҡағыҙ киҫәге табып килтерҙе. Телефон һандарын биреүсе Ләйсән дә, алыусы Рәмил дә эстән генә һөйөнөп ҡуйҙылар.



6

Ләйсән сығып киткәс, Рәмил шатлығынан вальстағы кеүек әйләнеп алды. Ләйсәнде килеп сығыр тип башына ла килтермәгәйне. Ул ҡатынын көттө. Өйөн йыйыштырҙы, таҙа күлдәген кейҙе, былтыр ҡатыны тыуған көнөнә бүләк иткән одеколонды һиптертеп алды. Былтыр килгәс, быйыл да килер төҫлө тойолдо Рәмилгә. Ләйсәндең килеүенә шатланһа ла, тыныс ултыра алманы: ҡатыны бына-бына килеп инер ҙә, уны аҙғынлыҡта ғәйепләр, тауыш сығарыр кеүек тойолдо. Ярай әле килмәне. Фатир асҡысын уға биреп ҡуйғайны. Был турала Ләйсәнгә һөйләп торманы.

Ҡатынына ҡарата күңеле төбөндә ниндәйҙер йылылыҡ йөрөткән кеүек ине, әммә Ләйсән дә яҡын кешеһенә әүерелде. Беренсе картинаһын һатып алғандан бирле ул Рәмилдең күңелендә – иң ҡәҙерле кеше. Тыуған көнөнә белеп килгәнме икән? Улай тиһәң, Рәмил бер ниндәй ҙә документын күрһәтмәне, үҙе лә әйтмәне. Нисек кенә булһа ла, Ләйсәндең килеүе байрам өҫтөнә байрам ғына булды. Нимә тураһында һөйләшкәндәрен иҫенә төшөрөргә тырышты. Ҡатыны тураһында ла һораны, буғай. Нимә тип яуап бирҙе һуң әле? Артыҡ һөйләшмәне, Ләйсәнде өркөтөрмөн, тип ҡурҡты: ҡайһы бер ҡатындар күп һөйләгән ирҙәрҙе бик өнәп бөтмәй. Уның ниндәй кеше икәнен белмәй бит. Шуға сабыр булыуға етмәй. Ләйсәндең ире, тормошо тураһында ла һорарға ҡыйманы. Яңғыҙ түгелдер, моғайын, шундай матур ҡатын хужаһыҙ булмаҫ! Тағы осрашһалар, һорар әле.

Ҡатыны менән йәшәгәндә Рәмил телгә бик оҫта, төрлө хәлдәрҙә лә юғалып ҡалмай торған кеше ине. Мәжлестәрҙә ул булмаһа, нимәлер етешмәй, тынып ҡалған төҫлө. Рәмилдең фәлсәфәүи фекер йөрөтөп һөйләүе бар кешенең иғтибарын йәлеп итә, күп ҡатын-ҡыҙ уның һөйләүенә ғашиҡ булып та ҡуя ине. Ҡунаҡтан ҡайтҡас, Рәмилгә шымырға тура килә, сөнки күп ваҡыт ҡатыны көнсөллөгөнән тауыш сығарҙы.

– Аҙғын, шул телең менән ҡатындарға инеп бараһың, кеше ирҙәре кеүек тик кенә йылмайып ултыра алмайһыңмы ни?!

– Мин һөйләмәһәм, кем һөйләһен, ҡунаҡтың ҡыҙығы ла булмаясаҡ. Ярай, башҡа ваҡыт кеше ирҙәре кеүек тик кенә ултырырмын, бер һүҙ һөйләмәм. Рәмил бер ваҡытта ла башҡа ҡатынды үҙемә ҡаратам, тигән маҡсат ҡуйманы. Хәләле менән йәшәгәндә башҡаларға күҙ һалманы, бәйләнмәне. Ҡатындарға күҙ уйнатып ултырған ирҙәргә асыуы килә. Уның ҡатынына ла бәйләнеүсе ирҙәр була торғайны. Ул саҡтарҙа ҡатынының ауыҙы йырылып, кәйефе күтәрелеп китә. Шул ҡунаҡтан шатланып ҡайта ине. Ә Рәмилгә һөйләшергә лә рөхсәт итмәй.

– Тел аҙғыны, телең менән һөйләп, күҙең менән ҡатындарҙы сисендереп ултыраһың бит, – тип әрләй.

– Һүҙен ҡайҙан табаһың, аңламаҫһың һине, – тип, һүҙ ҡуйырып китмәһен өсөн, Рәмил балконға сығып китә. Ҡатыны артынан:

– Ана, тыңларға ла теләмәйһең, тимәк, дөрөҫ! – тип һығымта яһап ҡуя ине.

Ҡатыны менән айырылышҡас, һүҙһеҙ ҡалды. Тормошо ошолай киҫкен үҙгәрер тип көтмәгәйне. Кеше менән һөйләшергә кәйефе лә, теләге лә булманы. Үҙ-үҙенә бикләнде. Ләйсәндең уның тормошона килеп инеүе генә уға яңы көс өҫтәп ебәрҙе. Һүнеп барған усағы ялҡынланып киткәндәй булды. Үҙенең кешеләргә кәрәк икәнен тойҙо.

Был донъяла иң ҡурҡынысы – бер кемгә лә кәрәк булмауыңды тойоу. Был тойғо кешене юҡҡа сығарыу көсөнә лә эйә. Тирә-яғыңда күпме кеше, ә һин яңғыҙһың. Һиндә бер кемдең эше юҡ. Һин дә бер кем менән ҡыҙыҡһынмайһың, яҙғы һыуҙа ағып барған юнысҡылай, яҙмыш ҡайҙа ағыҙа, бәрелә-һуғыла шунда ағаһың, үҙеңде ташландыҡ әйберҙәй хис итәһең. Ошо ҡурҡыныс ағымдан йә үҙең көс табып ҡотолоу яғын ҡарайһың, йәки кемдер һине тартып алырға тейеш.

Рәмил Ләйсәнде уны ошо ағымдан тартып алырға теләгән кешеләй, уға йылылыҡ, киләсәккә өмөт биреп, нурын ҡойған ҡояштай итеп күрә. Картиналар яҙғанда уны уйлап яҙа, шуғалырмы, һуңғы ваҡытта эшләгәндәре уйландырырлыҡ, кешене матурлыҡ донъяһына алып китерҙәй булып килеп сыға. Ләйсән уның тормошонан юғалһа, ул тағы ҡараңғылыҡ эсенә сумыр кеүек. Һуңғы ваҡытта ҡатындың баҙарға килмәүе күңеленә шом һала башлағайны инде. Ул Ләйсәндән күпте өмөт итмәй, бары картиналарын ғына һатып алып шатландырһын. Ҡатын-ҡыҙға уның ышанысы юғалды. Ҡатыны менән ауыҙы беште, хәҙер инде һалҡын булһа ла, өрөп ҡабасаҡ.

Хәләле менән айырылышырбыҙ тигән уй бер ваҡытта ла Рәмилдең башына килмәне. Ғүмер буйы бергә йәшәр төҫлө ине. Балалары булмауға ла артыҡ иҫе китмәне. Ҡатынының балаға уҙа алмауын үҙенән күреп килде. Табиптарға күренгәс кенә хәләле сәбәпсе икәнен белде. Ул саҡта ла бер һүҙ әйтмәне, киреһенсә, уны йыуатырға тырышты.

– Борсолма, хәҙер күп ғаиләләр балаһыҙ, бик булмаһа, берәйһен уллыҡҡа алырбыҙ, – тине. Ҡатыны бер һүҙ өндәшмәне. Уның йөҙөндә артыҡ борсолоу ҙа күренмәне. Һуңғы ваҡытта үҙгәреүен дә, эштән һуңлап ҡайтыуын да Рәмил үҙенсә юраны. Бала юҡлыҡҡа шулай борсолалыр, күңеленә тыныслыҡ тапмайҙыр, тип уйланы. Өҫтөнә ҡиммәтле кейемдәр алып кейеүен дә күрмәмешкә һалышты. Ҡатыны тураһында насар уйларға уның башына ла килмәне. Ул уға үҙенә ышанғандай ышанды. Үҙгәреүен күрмәмешкә һалышҡас, ҡатыны үҙе һүҙ башланы:

– Ниңә минән, ҡайҙа йөрөһөң, тип һорамайһың? – тине.

– Эшең күптер, шуға тотҡарланып ҡалаһыңдыр, – тине Рәмил, был турала һөйләшергә теләмәйенсә.

– Ә ниңә был кейемдәрҙе ҡайҙан, ниндәй аҡсаға алдың, тип һорамайһың? Миндәге үҙгәреште һиҙмәйһеңме әллә?

– Әллә ауырға ҡалдыңмы?

– Бигерәк аңра икәнһең. Аңра ир менән ғүмер үтә бит. Мин һинән китәм.

– Нисек? Ҡайҙа китәһең?

– Ҡайҙа китәләрме ни, айырылам. Етте һинең менән хәйерсе булып йәшәү. Бер машина ала алмайһың, исмаһам, берәй тапҡыр ял йортонда булған юҡ. Бала ла юҡ, етмәһә, хәйерсе лә бул – дөрөҫ түгел был. Кемгә кәрәк һинең картиналарың?

Рәмил бер ваҡытта ла байлыҡҡа тартылманы. Нисек бар, шулай йәшәп ятты. Аҡсаға артыҡ мохтаж булып та йәшәмәнеләр. Машинаға ла ҡыҙыҡманы, бәлки, алып та ебәргән булыр ине. Ҡатынының айырылышырға теләүен аңламаны, шаярта ғына, һынап ҡарайҙыр, тип ҡабул итте. Ләкин ул шаярманы – айырылыштылар. Рәмил уның бар шартына риза булып торҙо. Үҙенә бер бүлмә ҡалдырып, ҡатыны икене алғанда ла өндәшмәне. Әйтерһең дә, уның тормошо түгел, ә башҡа берәйһенеке хәл ителә. Ниндәйҙер битарафлыҡ барлыҡҡа килде. Йәшәүҙең ҡыҙығы бөткәндәй тойолдо. Уға барыбер ине. Шат күңелле Рәмилдең ҡапыл ғына бөгөлөп төшөүен туғандары ла, дуҫ-иштәре лә аңламаны. Кәңәш биреп ҡараһалар ҙа, ул ҡабул итмәне.

Ҡатыны менән айырылышыуға өс йыл ваҡыт үтһә лә, Рәмил яңынан бергә булыуҙарына өмөт итә. Әгәр шулай булһа, ул ҡатынын ғәфү итергә риза. Бөгөн тыуған көнөнә килмәгәс, өмөтө өҙөлгән кеүек булды. Сирләп киттеме әллә? Бер-бер хәл була күрмәһен! Кисен барып күреп килергә булды.

7

Рәмил ҡатынының эштән нисәлә ҡайтҡанын белә, шуға етенән һуң кейенде лә, юлға сыҡты. Уйға батып, башын аҫҡа эйгән килеш автобус туҡталышына атланы.

– Рәмил, Рәмил, – тип өндәшкән ир тауышын да ишетмәне. Кемдер килеп еңенән тартҡас ҡына башын күтәреп, ҡаршыһында торған иргә ҡараны.

– Һаумы. Нимә кәрәк? – тине Рәмил ҡоро ғына.

– Әллә-лә-лә, дуҫтарыңды танымай башлағанһың икән, – тине ир кеше башын һелкетеп.

– Ашығам, йомошоңдо әйт.

– Бер аҙ һөйләшеп ултырһаҡмы, тигәйнем, – тине ир тамаҡ төбөнә сиртеп.

– Мин ташланым, – тип Рәмил атлай башланы.

– Үҙгәргәнһең икән!

– Миндә һинең ни эшең бар?

– Элек беҙ кәрәк инек, нимә, ҡатының ҡайттымы әллә?

– Әйттем бит ваҡытым юҡ тип, – Рәмил бер аҙ йомшара төштө.

Был йорттағы фатирға күскәс, ҡайғылы ваҡытында бындағы эскеселәр менән зарын уртаҡлашып алырға тура килгәйне уға. Ул саҡта иң яҡын дуҫтары улар ине. Элекке дуҫтары бөтөнләй онотто. Рәмилдең тормошо менән береһе лә ҡыҙыҡһынманы. Әлеге ир шуларҙың береһе ине. Бөгөнгөләй күҙ алдында тора ул ваҡыттар. Ошо эскеселәр булмаһа, бәлки, Рәмил бөгөн йәшәмәҫ тә ине. Үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәй ғазапланғанда улар менән күңелен йыуатты, хәлен һөйләп бирҙе. Тегеләре ихлас тыңлап ултырҙы, үҙҙәренсә кәңәш бирҙе.

– Ебеп төшмә, ҡатындар күп ул, хәҙер табып бирәбеҙ, – тине ҡырынмағаны битен һыйпап.

– Үҙеңде хөрмәт иткәне осрар, көт кенә, – тине икенсеһе, ауыҙындағы тимер тештәрен ялтыратып. Ул ваҡытта Рәмилде улар ғына аңлай ине кеүек. Шуға ла яңы “дуҫтары”на һыйынды. Бер эсеп ултырғанда:

– Йәшәй алмам, китермен был донъянан, – тип ысҡындырғайны, шунда береһе ҡыҙҙы ла китте:

– Һин нимә ебеп төштөң?! Рәхәтлектә йәшәгәс, аҙ ғына ауырлыҡты ла күтәрә алмайһыңмы?! Бына мин күргәнде күрһәң, ун биш йыл ултырып сыҡһаң, нимә эшләр инең?! – тине ике бармаҡһыҙы, ҡулын һелтәп. Рәмил уның төрмәлә ултырып сыҡҡанын белмәй ине, бер аҙ шөрләп тә ҡуйҙы. Ундай кешеләргә бүтән төрлө ҡарай ине. Ә бергә эсеп йөрөй башлағас, ҡарашын үҙгәртте. Ул кеше ғәҙел, ярҙамсыл булды. Рәмилгә ир булып ҡалырға, тормош ауырлығынан бөгөлмәҫкә өйрәтте. Үҙенең нисек юҡ ҡына ғәйеп өсөн төрмәгә эләгеүен һөйләне.

Бөгөн шул осорҙо иҫенә төшөрһә, шомло булып китә. Үҙенең ахмаҡлыҡ эшләп ҡуймағанына һөйөнә. Ләйсән менән дә танышмаҫ, картиналар ҙа яҙмаҫ ине.
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: