Даирә
+13 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
9 Сентябрь 2022, 14:30

Ҡырағай Миңзәлә СИРҒӘЛИНА Хикәйә

Ғәҙәти эш иртәһе ине был. Бөтмәҫ ҡағыҙ эшенә күмелеп, Марс Нилович әле был, әле теге килешеү ҡағыҙҙарын барлап ҡултамға ҡуйып ултыра ине. Ҡайһыларын күҙлек аша ла, күҙлек һыртынан һөҙөп ҡарап, айышына төшөнә алмай, йә кәрәклеген күрмәй, йомарлап сүп һауытына ырғытып та ҡуя.Бер мәл өҫтәлдең бер яҡ ситендә ятҡан телефоны вибро өн сығарып тауышланды. Тертләмәне, ғәҙәти хәл итеп күреп, һалҡын ҡиәфәттә ҡабул итте ул уны. Шылтыратыусының кем булыуы ла мөһим түгел кеүек ине уға.

Ҡырағай                  Миңзәлә СИРҒӘЛИНА                 Хикәйә
Ҡырағай Миңзәлә СИРҒӘЛИНА Хикәйә

— Дә!

Теге оста шытырлаған насар бәйләнеш аша ишетелгән: 

— Ағай! Әсәй юғалды! - тигән хәбәр осоп барыусы уҡ тиҙлегендә зиһенен ҡарманы. Марс өсөн үтә лә таныш тауыштан ине был хәбәр.
— Н-ни... нимә-ә! - йөҙөнә сирнайыу сығарған ир хәбәр айышына төшөнмәгәндәй? ҡарашын ҡағыҙҙарынан алып стенаға ҡалҡытты.
— Әсәй юҡ булған, ағай... ҡайтмаһаң булмаҫ...

Секретарь ҡыҙҙың бер нисә бит документты алдына һалып, хужаһының ҡул ҡуйыуын көткәненә лә иғтибар итмәй, Марс урынынан ҡалҡып, үрә баҫты.

— Аңламайым. Нисек улай... юғалған? Кеше энә түгел дә һаң? Ҡала булһа бер хәл, ауыл бит... Йөрөйҙөр күрше-тирәһендә.

— Ағай, улай түгел шул. Ишеге асыҡ ҡалған. Урындығында эселмәгән сәйе ултыра, ә әсәй юҡ. Кисә кис кенә өйҙә ине, бөгөн иртән юҡ. Һин ҡайт әле, ағай...

Ауыр кәүҙәһен саҡ һөйрәп кресло менән өҫтәл араһынан сығып, Марс Нилович тәҙрә янына барып баҫты.

— Мирас, ҡаралt, ҡустым. Һин берүк ҡабалан шауламай тор. Мин ҡайтам? әлбиттә. Хәҙер үк юлға сығам. Тик һин өндәшмәйерәк тор быны, йәме. Барғас? аңлатырмын.

— Өндәшмә тип, кемгә әйтәйем инде? Ауыл ярым буш тиерлек...

— Яҡшы. Үҙем барғас, хәл итербеҙ, нисек, ҡайҙан эште башларға.

— Ағай, тик һин тиҙерәк…

Нисек һаулашмай һүҙ башлаһалар, шулай хушлашмай хәбәр йомарлап ҡуйҙы был ике туған. Усына ҡайнар ҡуҙ тотҡандай, телефонын улай-былай әйләндереп, Марс бергилке шаулы ҡалаға йөҙ асҡан киң тәҙрә аша ҡарап торҙо. Көтөүе менән һөрлөккән машиналар ағымы, тегеләй-былай сапҡан кешеләр артынан эйәреп уйҙары ла аҙашҡандай булды.

Ҡайҙа булырға мөмкин әсәләре? Еләк-емеш тирер мәл түгел. Былай ғына ҡыр еҫкәйем тип сыҡмаһа... Һыуынған сәй, бикһеҙ өй тигәненә аптыраҡ.

— Нилович, что-то случилось?

Бүлмәнән сыҡмай ҡултамға көтөп арыған секретарь ҡыҙҙың тауышы кинәт һиҫкәндерҙе уны.

— Да нет, ничего. Односельчане звонят, просят руку помощи. Бабушка одна пропала.

— Ужас какой! До деревень дошли эти пропажи.

— Не говори. Придется ехать.

— А конференция? С совещанием как? Сообщите о пропаже в полицию, и все! Их же дело!

— Нет. Она мне родня. Придется отложить все на некоторое время и самому заниматься расследованием. А так-то, завтра я обязательно буду на месте.

— Ладно. Так и доложу всем. Только вы на вот эти соглашения гляньте...

Әле генә Мирас ҡустыһы еткергән хәбәрҙең хужа ҡиәфәтенә һис тайпылыш индерә алмаясаҡ тип ышанһа ла, Марс Ниловичтың күңел төбө яҙғы ҡарлы-буръяҡлы һыу кеүек аҡтарылыуын дауам итте. Шул буръяҡ шауҡымында ҡалып, алдында сетерләп торған секретарь ҡыҙҙың һүҙҙәренә лә, ҡағыҙҙарына яҙылған мөһим килешеүҙәр айышына ла төшөнөргә лә ынтылмай, арлы-бирле сыймаҡлап ҡултамғаһын ҡуйып тиҙерәк эш бүлмәһенән сығып китеү сараһын күрҙе ул.

***

Марс ауылға ҡайтып еткәндә төш ауғайны инде. Мирас ҡустыһының урам эсендә ҡайҙа барып төртөлөргә белмәй йөрөүен күреп, хәлдең ысынлап хөрт икәнлегенә тамам ышанды.

— Ағай, һаумы!
— Һау!
— Нишләйбеҙ ?
— Туҡта ҡустым, өйгә инәйек. Һөйләшәйек.

— Ваҡытты һуҙырға ярамай ағай. Бәлки, әсәй тап ошо мәлдә беҙҙең ярҙамға ныҡ мохтаждыр, ә беҙ...

— Ҡа-ба-лан-ма! Өтәслегеңде ҡуй хотя бы ошондай саҡта! Ауыҙың күп беште ошо холҡоң арҡаһында, һаман аңламайһың икән. Мин һиңә ағай! Тыңла!

— Хата тикшерешер мәл түгел. Ағай тигәс тә, аҙым һайын үҙеңдең хужа икәнлегеңә ишараламаһаң да, беләм. Ҙур түрә икәнлегең дә нипачум, һин бында минең менән тиң .

— Һаман да шул сиңерткә икәнһең. Инде ир булғандыр был тиһәм.

Өй эсенә үттеләр. Таныш урындыҡ, һикеләр ҙә шул гөйө. Ауыҙы ҡыйшая биргән мейес тә пост ташламаған тоғро һалдаттай ғорурлығын күрһәтеп үҙ һынында тора. Ир ҡорона тулған ике ир туған бер береһен еңешә алмай бергилке һүҙгә килешеп тызырайып ултырғандан һуң өй эсендә ауыр тынлыҡ урынлашты. Бары тик стена сәғәтенең тыҡ-тыҡ килеп секунд һанауы ваҡыт туҡтамауын, ә алға елеүенә ишараланы.

Тынлыҡты ағай кеше боҙҙо.

— Кем күрҙе тәүләп әсәй юҡлығын?

— Иртәнсәк Ләйсән һөт алып килгән. Ҡапҡа терәүе алынған, ишек асыҡ ине, ти.

— Ләйсән тигәне кем инде ул?

— Эх, ағай... Минең уртансы ҡыҙ ул. Хәйер, ҡайҙан беләң инде һин Ләйсән-Гүзәлдәрҙе. Ауылға ҡайтмағаныңа нисәмә йыл үтте.Тора-бара мине лә танымаҫһың инде.

— Шунан, нисек артабан?

— Ләйсән ҡайтып Лилиәгә, киленеңә әйткән, ул миңә хәбәр итте. Эштә инем, ахыры, ҡайтып килдем.

— Эш тигәндәй, ҡайҙа йөрөйһөң әле?

— Пилорамда. Күрше ауылда.

— Мдәәә, ҡусты-ы-ым. Һаман шул бил бөгөүҙә икәнһең.

— Эштең ояты юҡ ағай, белгең килһә. Бөтәбеҙ ҙә креслоға сумып фарман биреп ултырырға әүәҫләнһәк, кем эшләр бындағын?

— Дөрөҫ мыңғырлайһың, ҡустым, - мыҫҡыллы йылмайғандай Марс уң ҡулы менән Мирастың яуырынына ҡағылып ҡуйҙы.

— Килен үҙе килгеләп торғандыр бит бында? Ауырыйым тип өндәшмәне микән әсәй?

— Лилиә өйҙәге эштән бушамай. Хәҙер ауырайҙы ла. Бәпес көтәбеҙ. Дүртенсегә. Шуға ҡыҙҙарҙы ғына ебәреп торҙо. Һөт алып килделәр башлыса. Икмәкте әсәй үҙе бешерҙе. Пенсия алған мәлендә үҙем килгеләнем.

— Айына бер буламы инде һинең килеүең?

— Эйе.

— Аҡса һауырғамы?

— Әҙерәк алғыланым инде. Үҙе әйтте бит, ярҙам итәм, ал? тине. Алиментты түләп бөтһәм? иркенәйелер ине лә.

— Һыыһ... Эй, ҡусты-ы-ым... Хәйерселек арттырып ул балаларҙы нимәһенә табаһығыҙҙыр... аңламайым. Унан бигерәк, бер ауыл эсендә йәшәп айына бер үҙ әсәһенә килеп сығыр өсөн дә аҡса һылтаулап ултырыуыңды әйтәйем инде... Тфүй! - урындыҡ ситенән һике яғына ҡарап төкөргәндәй һын күрһәтеп ҡуйҙы ағай кеше.

— Ағай, һин дә Айҙың теге яғында йәшәмәйһең. Килергә ине әсәйгә. Минең һымаҡ ҡара йәйәү ҙә түгелһең, аҫтыңда әллә нисә тәгәрмәсле машинаң бар, нишләп һин ҡайтманың улайһа?

— ...

— Вәт бит! Кеше күҙендәге сүп бүрәнә кеүек күренә инде шунан... Телефоныңды үҙгәртеп йөҙәтәһең. Әле лә саҡ таптым бит номерыңды. Мин килгән һайын әсәй һине һораны, әҙрисен табып бир, тип бөттө. Ағай арыу, һәйбәт йәшәй тип йыуаттым. Күрәм, бик ыҙалып бил бөкмәгәнһең… Әсәй белеп тә һине "ҡырағай" тип әйтмәгәндер. Точно һин дикарь!

Ултырған урынынан ҡалҡынып өй эсен ҡыҙыра башлаған Марс өсөн ҡустыһының һүҙҙәре уҡ булып йөрәгенә ҡаҙалды. Күкрәгендә әсе әрнеү тойҙо.

— Йә, ҡайҙан башлайбыҙ? Хәбәр һатып тик ултырабыҙмы ошолай? Үҙең мин килгәс тинең. Кемгә хәбәр итәбеҙ?

Стеналағы рам эсенә ҡыҫтырылған фоторәсемдәр тапҡырында туҡталған Марсты был һорауҙар кинәт артына боролорға мәжбүр итте.

— Ҡустым, әйҙә, тәүлә үҙебеҙ эҙләйек. Урам эсенән, кәртә-ҡура яғынан, күрше-тирәнән һорашып. Аҙаҡ, если что, саҡыртырбыҙ...

Ергә һеңешә башлаған әллә күпме тиҫтә йыл үҙ һынын һаҡларға тырышып та һыртына таянған өй иҙәндәре әзмәүерҙәй ике ир тапап үтеүенә сыҙамай ыңғырашып ятып ҡалды. Мирастың соланға сыҡҡас:

— Күрше-тирә тип ней... был урамда берәү ҙә юҡ бит инде, - тигәне генә ишетелде.

(Дауамы бар).

Миңзәлә Сирғәлина хикәйәһе.

Нәсих Хәлисов фотоһы.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: