Даирә
+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Август 2022, 12:10

Настяның хәле насарлана...

Заворотнюктың ире Петр Чернышев та телевизон шоуҙарҙан юғалды  

Настяның хәле насарлана...
Настяның хәле насарлана...

Яратҡан актрисабыҙ Анастасия Заворотнюк инде өс йыл баш мейеһендәге яман шеш менән көрәшә. Уның һаулығы тураһында даими рәүештә төрлө яңылыҡтар ишетеп торабыҙ, әммә улар һис тә ҡыуанырлыҡ түгел.

Рәсәй киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, әлеге ваҡытта бар көстәр Настяны дауалауға йүнәлтелә. Ғаилә төрлө ысулдар ҡуллана, эксперименталь һәм шәхси дауалау ҙа файҙаланыла икән. Улар даими рәүештә төрлө илдәрҙә етештерелгән ҡиммәтле дарыуҙар ҙа алып тора.

Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, актрисаның хәлендә яҡшырыу юҡ. Киреһенсә, көндән-көн насарлана, тиҙәр. Хатта быға тиклем ярҙам иткән дарыуҙар ҙа тәьҫир итмәй башлаған.

Настяның ире Петр Чернышов та һуңғы ваҡыт күренмәй. Фигуралы шыуыу оҫтаһы телевизон тапшырыуҙарҙа төшмәй башлаған, боҙға ла сыҡмай икән. Ирҙең ҡатыны өсөн борсолғанын, һәр ваҡыт уның янында булырға тырышҡанын беләбеҙ.

Ғаиләгә ныҡлыҡ, Анастасияға һаулыҡ теләйбеҙ. Мөғжизә булып, һауығып ҡына китһен инде.

Фото: molva33.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: