Даирә
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
4 Август 2022, 15:16

АПАЛНЫЙ

бирмәгән колхозға бесән сапҡанда) Үҙебеҙ ныҡлап бесәнгә төшмәҫ элек, көнлөккә сығып, сәй - шәкәрлек бер аҙ аҡса эшләп ала ине әсәйем. Көнлөк хаҡы - 5 тәңкә. Арып, арманһыҙ булып ҡайта торғайны. Күбәләшеүгә лә әйтә инеләр. Ә бер инәйҙәргә бик иртә китәләр, төнләп ҡайта инеләр гел. Бында беҙ ҙә бар бит әле, һыйыр бар, ҡош - ҡорт, ваҡ мал. Донъя көткән булабыҙ ҙа ул, оҙон көн буйы әсәйһеҙ ҡыйын. Атай Йәмбәт тигән ерҙә ятып эшләй - сайыр ағыҙа. Тағы килгән теге инәй. Әллә ҡайһы ерҙәге сабынлыҡтарын сабышып бөтөрөш, ти. Үҙҙәре лә күмәк улар. Юҡ, әсәйемдең әрһеҙ икәнен белеп алдылар ҙа килә лә торалар.Мин тот та ҡыҫыл. - Бармай, - мин әйтәм, - әсәйем йонсоно. Апалный көндөксө тапҡандар, - мин әйтәм, - һеҙгә кәрәк бесән беҙгә лә кәрәк! Үҙебеҙ бесәнгә төшәбеҙ. Теге инәй ҙә аптыраны, унан былай әсәйем аптыраны. Көлөштөләр ҙә, инәй ҡайтып китте. Алтынсы синыфты тамамлаған инем ул саҡта. Апалный һүҙенең кәрәге тейҙе бит, ә! Бына сәпләк ҡыҙыҡай, ҡалай уҫал булғанмын. Аҙаҡ гел иҫкә төшөрөп, көлөп ала инек.

АПАЛНЫЙ
АПАЛНЫЙ

Бесән етһә, тағы бер матур хәтирә иҫкә төшә.
Көлөп тә һөйләп алам, һағынып та...
Элек, бала саҡта, беҙҙең арала "апалный" тигән һүҙ йыш ҡулланалды. Ике һүҙҙең береһендә өлкәндәрҙән дә шуны ишетәбеҙ, үҙебеҙ ҙә әйтәбеҙ. Берәйһенән йомош һорар әмәл юҡ, апалный һүҙе килә лә ҡыҫыла.
- Ҡунаҡ килеп төштө, гармунығыҙҙы биреп тороғоҙ әле.
- Апалный гармун итеп алғандар, килеп ала ла китәләр!
- Ҡана, веләсәпитең менән йөрөп киләйем әле.
- Шулайтмаһаң ярар ине, бында апалный веләсәпит барҙыр бутта!
-Ҡара ҡойоп биреп тор әле, минеке бөткән.
- Әҙ генә ҡоям, ҡара апалный түгел миндә лә.

Оҡшай ине был һүҙ беҙгә. Уйлағаныңды киҫә генә әйтеп була бит. Уны алыштырырлыҡ башҡа берәй һүҙ ҙә юҡ.

Ә минең аңлағым, белгем килә. Ҡайҙан килеп юлыҡҡан был һүҙ беҙҙең телгә? Башҡорт һүҙе түгел бит был, хәрефтәре лә беҙҙеңсә түгел, ялғауы ла. Атайҙан һораһам:

- Ҡыуылған, - тигәнден аңлата, ти.

Улай ғына түгелдер, тием. Ана бит, ат һорап килгән күршеһенә кем бабай нимә тине:

- Юҡ әй, биреп булмаҫ. Апалный аттар леспрамхузда ғына ул, ә минеке - үҙемдеке, һатып алынған.

Апалный һүҙенең тарихы ла барҙыр, тип уйлайым да, белмәйем шул әлегә. Белмәһәм дә, ҡасан кәрәк, шул мәлендә генә ҡушып һөйләй алам. Бер көндө шулай әсәйемде бесән сабырға көнлөккә ебәрмәнем.

Салғыға шәп ине әсәйем. (Әмин ауылы ҡыҙҙары шулай булғандыр, ҡәйнәм дә ал бирмәгән колхозға бесән сапҡанда) Үҙебеҙ ныҡлап бесәнгә төшмәҫ элек, көнлөккә сығып, сәй - шәкәрлек бер аҙ аҡса эшләп ала ине әсәйем. Көнлөк хаҡы - 5 тәңкә. Арып, арманһыҙ булып ҡайта торғайны. Күбәләшеүгә лә әйтә инеләр. Ә бер инәйҙәргә бик иртә китәләр, төнләп ҡайта инеләр гел. Бында беҙ ҙә бар бит әле, һыйыр бар, ҡош - ҡорт, ваҡ мал. Донъя көткән булабыҙ ҙа ул, оҙон көн буйы әсәйһеҙ ҡыйын. Атай Йәмбәт тигән ерҙә ятып эшләй - сайыр ағыҙа.

Тағы килгән теге инәй. Әллә ҡайһы ерҙәге сабынлыҡтарын сабышып бөтөрөш, ти. Үҙҙәре лә күмәк улар. Юҡ, әсәйемдең әрһеҙ икәнен белеп алдылар ҙа килә лә торалар.
Мин тот та ҡыҫыл.

- Бармай, - мин әйтәм, - әсәйем йонсоно. Апалный көндөксө тапҡандар, - мин әйтәм, - һеҙгә кәрәк бесән беҙгә лә кәрәк! Үҙебеҙ бесәнгә төшәбеҙ.

Теге инәй ҙә аптыраны, унан былай әсәйем аптыраны. Көлөштөләр ҙә, инәй ҡайтып китте. Алтынсы синыфты тамамлаған инем ул саҡта. Апалный һүҙенең кәрәге тейҙе бит, ә! Бына сәпләк ҡыҙыҡай, ҡалай уҫал булғанмын. Аҙаҡ гел иҫкә төшөрөп, көлөп ала инек.
Уҡыта башлағас, Пушкиндың тормош юлы тураһында дәрескә әҙерләнгәнемдә ОПАЛЬНЫЙ ПОЭТ тигән һүҙҙәргә юлыҡтым. Бәй, бына тора бит беҙҙең "апалный" тигән һүҙебеҙ!
Ожеговтың аңлатмалы һүҙлегенән табып "Опальный"ҙың нимә икәнен үҙемә лә, балаларға аңлаттым. Апалный - ОПАЛЬНЫЙ икән. ОПАЛА - Боронғо Русь заманынан килә. Быть в опале, попасть в опалу - быть в немилости у власть имущих.
Беҙҙең атай - әсәйҙәрҙең бала һәм үҫмер саҡтары раскулачивание, репрессия, һуғыш йылдарын тура килгәнгәлер, моғайын, улар АПАЛНЫЙ һүҙен белеп, аңлап әйткәндәрҙер. Ә беҙгә, бала - сағаға, улар ни тиһә, шул дөрөҫ:.
Үҫә төшкәс, әсәйем менән бер нисә тапҡыр үҙем дә көнлөккә сыҡтым, иш янына ҡуш булһын, тип Апалный көнлөксө булып китмәнек, кәрәк булғанға ғына йөрөнөк. Ә әсәйемде апалный көнлөксө булып йөрөтмәҫкә башым еткән. Минең әсәйем апалнймы әллә бында?

Таңһылыу Ҡарасурина.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: