Даирә
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Июнь 2022, 14:59

Йософ менән Зөләйха мөхәббәте Хикәйә

Ишектең келәһен ысҡындырып, йылы өйгә инеп урынға сумғас, мөғжизәләр иленә юлландылар. Таң һыҙылғансы туҡтаманы уларҙың мөхәббәт уйындары. Ялбарған, хәлһеҙ ыңғырашҡан тауышҡа, аяуһыҙ ыһылдаған, былҡылдаған кәүҙәне тегеләй-былай һөйрәкләгән тауыштар ғына ҡушыла ине. Хәле бөткәс кенә һөйгәненән айырылып өйөнә йүнәлде. Төшкә тиклем йоҡлаған егетте милициянан килеп ҡулдарын бығаулап алып киттеләр. Һикһәнгә етеп килгән, һигеҙ йыл урында ятҡан, күршеләге ҡыҙы ҡараған әбейҙе көсләп үлтергәндәр. Ишеген бикләмәй, келәһенә генә эләктереп йөрөгән булған. Экспертиза күрһәтеүенсә үлгәс тә ыҙалатҡан. Кемдең эше?  

Йософ менән Зөләйха мөхәббәте                                          Хикәйә
Йософ менән Зөләйха мөхәббәте Хикәйә

Таң һыҙылып килгәндә Гөлнәзирә матур төш күрҙе. Алыҫтан тыныс, йәнгә яғылып ҡына торған тауыш килә.

- Алланың рәхмәте киң, Гөлнәзирә. Етем балаларҙы ҡаҡмай үҙеңә ылыҡтырғаның өсөн, ҡәйнәңде матур тәрбиәләп ҡарағаныңды иҫәпкә алып, Хаҡ Тәғәлә һиңә бер өлөшлө бала насип итер. Һөйөклө балаға һоҡланып, бөтәһе лә үҙенеке итергә тырышырҙар. Һаҡла шул баланы, ныҡ һаҡла. Өлөшлө бала өс йөҙ йылға бер генә тыуа. Яратҡан бәндәһенә илаһым, һынауын да ебәрер. Ошо һынауҙы үтһәң, урының ожмахта, йәнең йәннәттә булыр.

- Эй, ҡылған ғәйептәрем, оҡшамаған ҡылыҡтарым күп тә.

-Әҙәм гонаһһыҙ булмаҫ. Тик һәр ваҡыт тәүбәгә ҡайтып, иманыңдан тайпылмай ғүмер итеүеңде күреп, хаҡ тәғәлә ярлыҡар. Оҡшамаған ғәмәлдәреңде ҡабатламаҫҡа тырышыуың, тәүбәгә килеүең үҙе мәртәбә. Онотма һаҡла баланы, бөтәһе лә һағаларҙар.

Уянғас та төшөн иҫкә төшөрөп нимәгә юрарға белмәне. Урындыҡта, янында ятҡан ике йәшлек малайына ынтылып ҡараны. Бала иҙерәп, тәмләп йоҡлай.
Гөлнәзирәнең ҡуҙғалыуына уянған, янында ятҡан ире, эргәһенән китеүенән ҡурҡҡандай, ҡармап алды. Торорға йыйынһа ла әйләнеп уның ҡосағына һыйынды ҡатын, уның наҙҙарына ирене.

Әле ҡояш ҡалҡмаһа ла өйҙә нур уйнай. Өйҙә күмәк бала үҫһә лә һәр ерҙә тәртип. Кейемдәрең тәңкләп һәр береһе иртән кейерен әҙерләп ҡуйғандар. Тупһала аяҡ кейемдәре лә ситкәрәк тәртип менән теҙелгән, таҙа, кемдәрелер йыуып киптерергә элгән. Тәртипле балалар булып үҫеп киләләр.

Һуғыштан ҡайтыуына, ҡатыны үлгәнленлектән өс балалалы Мирғәлим исемле тол иргә кейәүгә сыҡҡайны. Ошоғаса етем балаларға атай ҙа, әсәй ҙә булған ҡәйнәһе менән татыу ғүмер иттеләр. Уртаҡ мөхәббәттән тыуған тағы алты баланы үҫтереште ҡәйнәһе. Көнөнә биш ваҡыт намаҙын уҡый алмаһа ла, йәне-тәне менән аллаға табынған, диндар әбей ине. Йәшереп кенә ураҙаһын тотто, аяҡтан йығылғансы бер эштән дә баш тартманы, гел аяғөҫтө булды. Ул үҙе өйрәткән аят-сүрәләрҙе, һыу ташығанда ла, бәйләм бәйләгәндә лә ҡабатлап йөрөргә кәңәш итә ине. Башты бутаған төрлө уйҙарҙан, яҙыҡ ҡылыҡтан, ғәйбәт һөйләүҙән һаҡлар тип өйрәтә килде.

Йәһәт кенә иртәнге эштәрҙе теүәлләп, урман ҡырҡырға барасаҡ иренә иртәнге ашын өлгөрткәндә, төшкөлөктә урманда ҡапҡыларға моҡсайын йыйғанда, үҙенең йөрәге аҫтында тағы ла яралған бала тураһында белмәй ине. Көндәлек мәшәҡәттәргә күмелеп, күргән төшө лә онотолдо.

Ололары башлы-күҙле булыуына, һылыу, зифа кәүҙәле булып егет ҡорона тулды Йософ. Олоһо-кесеһе менән уртаҡ тел тапҡан, тыуғандарына ярҙамсыл, зирәк егетте бөтәһе лә яратты. Һәр саҡ бөхтә кейенгән, концерттарҙа, киске уйындарҙа матур тауышы менән йырлаған, өҙҙөрөп гармунда уйнаған егеткә һоҡланмай мөмкин түгел ине. Бөтә ҡыҙҙар уның эргәһендә өйөрөлөргә тырышты, һөйләгән ҡыҙыҡ хәбәрҙәрен ауыҙына ғына ҡарап тыңларға яраттылар тиңдәштәре. Һигеҙенсе класты бөтөү менән эшкә урынлашты. Тәүҙә ағас ултыртыуҙа, аҙаҡ йыш үҫкән ағастарҙы һирәкләтеүҙә эшләһә, аҙаҡ ун һигеҙе тулыуға урманда ағас ботаҡтарын ботарға ҡуштылар. Эскелектең сәскә атҡан мәлендә, яйлап-яйлап эсергә сәбәбе лә сығып торҙо. Ни саҡлы улын эскелектән араларға аҙарынһа ла, әсә йәшел йылан алдында көсһөҙ ине.

Йәйҙең һуңғы айҙарында ҡырҡҡан делянкалары күрше ауыл тәңгәлендә ине. Төшкө аш мәлендә аҡланда еләк йыйған ҡыҙҙар янына килде. Шунда беренсе тапҡыр Йософтоң йөрәгендә мөхәббәт уты тоҡанды, үҙенең Зөләйхәһен күрҙе. Яндарына килеп һәр береһенә ялан сәскәләре бүләк иткән, еләк суҡлыҡайҙарын өҙөп биргән сибәр егеткә, ҡыҙҙарҙың да һушы китте. Көлөшөп, мәрәкәләшеп һөйләшһәләр ҙә, Йософ күпме ныҡышһа ла, ҡыҙҙарҙың исемдәрен белә алманы. Иҫәпле төшкө аш мәле үтеү менән эшенә, урманға йүнәлде, иртәнгә тағы килеүҙәрен үтенде.

Көндөң аҙағы һылыу ҡыҙҙы уйлап, иртәгәһе көнгә матур ниәттәр ҡороп, һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Иртәндән күҙен алмай көтһә лә ҡыҙҙар күренмәнеләр. Өйгә ҡайтыуына хеҙмәткә әҙерләнергә саҡырып военкоматҡа повестка көтә ине. Көҙөн беренсе саҡырылыш менән ил сиген һаҡларға китте.

Армиянан, һаман йөрәген яндырған ҡыҙға хат яҙырға уйлаһа ла исем-шәрифен дә белмәгәс, яҙа алманы. Ике йыл буйы уны күреү теләге менән генә янды.
Хеҙмәттән ҡайтҡан көнө үк клубҡа йүнәлде. Кино бөтөүгә, таралышҡан, үҙе менән күрешкән ауылдаштары араһында, үҙенең күңеле менән һөйгән ҡыҙын күреп, башы әйләнде. Бына уның алиһәһе, хыялы, мөхәббәте. Үҙен урап алған кешеләрҙе йырып уға ынтылды. Тик уның янында һөйгән ҡатынын ҡурсалап, яурынынан ҡосаҡлаған ауылдашы күрешергә ҡулын һуҙҙы. Ошоғаса йөрәген йылытҡан, хәҙер ҡорһағы бүлтәйеп һуңғы айҙарын йөрөһә лә матурлығын юғалтмаған ҡатынды күреп, һеңгәҙәне, ҡаушауынан тотлоғоп иҫәнлек һорашты ла төпкә йүнәлде. Яуапһыҙ мөхәббәтен, өмөтөн, киләсәккә хыялын, араҡыға йыуҙы.

Бер аҙна ла үтмәне, оло ағаһы үҙенең бригадаһына эшкә саҡырҙы, ағас йығырға өйрәтергә вәғәҙә бирҙе. Көндөң беренсе яртыһында ботаҡ ботаһа, икенсе яртыһында ағас йыҡты. Тиҙҙән танытма алып, үҙаллы бригада төҙөп, ағас йығасағына ышанды.

Ағастарҙы өйөп ҡуйырға яңы эстакада урынын әҙерләгәндә ҡамасаулаған яңғыҙ ағасты йығырға ҡушты ағаһы. Үҙе ситкәрәк китеп тәмәкеһен тоҡандырҙы.
Күнегелгән хәрәкәттәр менән көслө "Урал" бысҡыһын тоҡандырғас, бысҡы тешен ағасҡа батырҙы. Шул ваҡыт тәненә ток һуҡҡандай көслө шаңғытыу бәрҙе, күҙенә ут сәсрәне. Ағастан ике-өс метр ситкә осҡанын, күҙҙәре аҡайғанын күргән ағаһы, уның бешмәгәнлеген аңғартып ҡулын һелтәне лә, тәмәкеһен ташлап үҙе бысҡыға йәбеште. Көслө ҡулдары менән ҡайынды бысып, яурыны менән күпме этһә лә, ағас ул теләгән яҡҡа ҡоламай, йығыусыһының өҫтөнә ҡоланы, бысҡыһын ҡулынан да ысҡындырмай бергә иҙелде.

Ситтәрәк эшләгән бригада эшселәре килгәндә Йософтың иҫе инәрле-сығарлы булып, ағаһынан күҙҙәрен дә алмай текләп утыра ине.

Ағаһының өсөн-етеһен уҡыттылар. Клубта ла, килгән тыуғандары менән дә эскелектә ҡайғыһын йыуҙы. Янында хыялындағы Зөләйхәһенең булыуын теләне.

- Һаҡлай алманым бит улыҡайҙарымды, һаҡлай алманым. Аңғарттылар бит һағаларҙар тип. Ағасы эйәле булғандыр, бығөрлө лә булмаҫ ине. Ике баламдың башына етте. Һаман ҡурсаланым бит, былай булыр тип кем уйлаған. Өнмө-төшмө, түгелеп илаған әсәһен дә йәлләмәй. Башында бушлыҡ. Кисәге эскән араҡы шауҡымы. Көнө буйы йоҡланы ла, кисен урамға сыҡты. Клубҡа йүнәлгәйне генә, ауылдашына кейәүгә сыҡҡан, һаман да өҙөлөп һөйгәнен осратты. Өнһөҙ генә аңлашҡас, ҡуйынына һырынған йәрен ҡосағынан ысҡындырмай ғына аулаҡ өйгә йүнәлделәр.

Ишектең келәһен ысҡындырып, йылы өйгә инеп урынға сумғас, мөғжизәләр иленә юлландылар. Таң һыҙылғансы туҡтаманы уларҙың мөхәббәт уйындары. Ялбарған, хәлһеҙ ыңғырашҡан тауышҡа, аяуһыҙ ыһылдаған, былҡылдаған кәүҙәне тегеләй-былай һөйрәкләгән тауыштар ғына ҡушыла ине. Хәле бөткәс кенә һөйгәненән айырылып өйөнә йүнәлде.

Төшкә тиклем йоҡлаған егетте милициянан килеп ҡулдарын бығаулап алып киттеләр. Һикһәнгә етеп килгән, һигеҙ йыл урында ятҡан, күршеләге ҡыҙы ҡараған әбейҙе көсләп үлтергәндәр. Ишеген бикләмәй, келәһенә генә эләктереп йөрөгән булған. Экспертиза күрһәтеүенсә үлгәс тә ыҙалатҡан. Кемдең эше?

Ғәйепләнеүсе ғәйебен танымаһа ла, бөтә анализдары, тикшереү осо уға төбәлә. Һөйгәне менән осрашыуын тыҡыһа ла, ҡатындың бөтөнләй ауылда булмағаны асыҡлана. Әсәһе генә төшөндә һағалаясаҡтар тигәнде иҫенә төшөрөп өҙгөләнә. Кем ул улының ҡулы менән кеше үлтереүсе?

Ун ике йыл алыҫ урында йөрөһә лә аңлай алмай үҙенең хәлен, нисек улай килеп сыҡҡанын.

Тейешле ваҡытын тултырып ҡайтыуына күп тә үтмәй, тағы шул уҡ хәл ҡабатлана. Әсәле-ҡыҙлы йәшәгән, урында ятҡан ҡарт әсәһен тәрбиәләгән зәғиф ҡыҙын үлемесле хәлгә еткергәнсе көсләгәнен күргән әсәнең йөрәге түҙмәй, ярыла. Үҙе лә өлкәнәйгән зәғиф ҡыҙы, алған яраларынан больницала үлә. Һаман да һөйгән ҡыҙы, Зөләйхәһе менән булыуын, күпме иҫбатларға тырышһа ла килеп сыҡмаясағын аңлаған Йософ урманға ҡасып ай буйы шунда йәшәй. Әммә тотолоп тағы ун биш йылға иркенән мәхрүм ителә.

Һөйөклө балаһының көйөгө, тәүге ултырғанында уҡ атаһын аяҡтан йыҡһа, әсәһенә лә хәҙер бик ауырға тура килә. Әммә күрәсәген күрмәй гүргә инмәй тигәндәй түҙә, сабырлыҡ менән улына алланан ғүмерен, һаулығын һорай, аяттар бағышлай.

Һау кешегә ун биш йыл аҡҡан һыуҙай үтә. Хәҙер ир уртаһына еткән, сибәрлеген ташламаған мыҡты ирҙе, күптәр танымай ҙа.

Йомшаҡ тауышлы, йөҙөнән йылмайыу китмәгән ипле ир, тәүге һөйгәненә төҫө менән оҡшатып, һигеҙенсе класта уҡыған ҡыҙҙы әүерәтә. Мөхәббәтең наҙын тәүгә татыған ҡыҙ үлеп ғашиҡ була. Ҡыҙҙың ата-әсәләре, тыуғандары ҡаршы булыуына ҡарамаҫтан, ҡыҙҙы эйәртеп өйөнә алып ҡайта. Бер аҙнанан татлы телен ҡушып, һөйгәнен ҡосаҡлап, әсәһен эйәртеп ҡыҙҙың ата-әсәһенә ҡулын һорарға баралар. Ризалығын алып, бата уҡытып, туй яһап бергә йәшәй башлайҙар. Был ваҡытта йөрәге аҫтында тумаланған йән эйәһен һиҙеп, бәхеттән илергән йәш ҡатындың шатлығының сиге булмай.

Әммә әсә төндә, йәнәш бүлмәлә йәшәгән яңы өйләнешкән йәштәрҙең татыу гөрләшеүен түгел, ә йәш ҡатындың асырғанып ҡысҡырыуын, илауын йыш ишетә. Йәштәрҙең эшенә ҡыҫылмаҫҡа, ишетмәмешкә тырышһа ла, аҙаҡ киленен яҡларға маташып ишекте туҡылдатыуға, күҙҙәре ҡыҙарып ут сәскән улын күреп үҙенең ҡото алына. Етмәһә улы уның үҙенсә янай.

Бер-бер артлы ике ауыры төшкәс, ҡатын бер төн ысҡынып ҡасырға юл таба. Артынан сығып йүгергән ир бер ҡайҙан да таба алмай, ҡәйнәһенең йортона йүнәлә. Бер нәмә лә белмәгән ҡыҙҙың әсәһе ишеген асыуға, ҡатынын таптыра башлай. Ҡаршы яуап ишетеүгә уның үҙенә йәбешә. Бәхетенә ҡайҙандыр ҡайтып ингән улы ҡотҡарып ҡала әбейҙе.

Был юлы тағы һигеҙ йылға ултырталар.

Әсәһенә, кис етһә һөйгән ҡыҙы Зөләйхә сүрәтендә, янына килгән зат менән буталыуын аңғарта. Уның бөтмәҫ дәртен ҡандырырға тырышыуын һөйләй.
Шунда әсәһе үҙенең күргән төшөнөң ысынға тап килеүен, үҙенең улын һаҡлай алмағанын, берәй бетеү өшкөртөп таҡмағанына үкенә. Яңғыҙ ағастан күскән яһил, улының ҡулы менән кешенең йәнең алып, шуның менән үҙенә көс алып йәшәгәнен аңлай.

Көйөнһәң дә, һөйөнһәң дә таң ата ла кис була, шулай ғүмер үтә. Иректән мәхрүм ителгәндәргә нисек булғандыр, артыҡ төҫ ташламаған, бер аҙ ғына олоғайған улы ҡайтып төшә.

Хәҙер тышта артыҡ күренмәй, олоғайған әсәһен тәрбиәләп, тыныс ҡына йәшәй башлай. Әсәһе уның күңеленә оялаған яһил йәнде ҡыуырға маташып, аяттар, сүрәләр уҡыһа ла, аҙаҡ үҙе һәр ваҡыт иҫһеҙ ҡолай. Унар көн урында ятып, аяҡҡа саҡ баҫып тернәкләнеп китә. Врачтар тикшерһә лә, билдәһеҙ эпилепсия төрө тигән диагноз ҡуялар, ҡартлыҡҡа ла һылтайҙар.

Эсергә яратҡан, йәшәр ере булмаған ҡатын менән дә тормошон бәйләп ҡарай. Йәйге көндә әсәһенең аласығында йәшәй башлайҙар. Әммә бер төн, янғын сығып көскә ҡатынды ҡотҡарып ҡалалар, больницаға оҙаталар. Әсәһенә әйтеүенсә Зөләйхә ут төртә, ә Йософ ҡатынын ҡотҡара. Бүтән, ҡатын уның менән йәшәргә теләмәй.

Хәҙер инде үҙенең иғтибарын өйләнмәгән егеттәргә, ҡатынһыҙ эскән ирҙәргә йүнәлткән улын бер нисек тә ҡурсалай алмай. Ауылда йәшәгән, ҡапыл ғына үлгән ирҙәрҙең үлем сәбәптәре лә асыҡланмай, эскелеккә генә бәйләйҙәр. Йософ үҙе лә ҡот осҡос үлемгә дусар була.

Гөлдәр Кәлимуллина.

Автор:
Читайте нас: