Даирә
+13 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
15 Июнь 2022, 15:00

КӘКҮК ӘБЕЙ (Хикәйә)

Ауыл осондағы яртылаш ергә һеңгән тәпәш өйҙә яңғыҙ әбей көн итә. Исеме Фатима булған, тиҙәр, хәҙер «Кәкүк әбей» ти ҙә ҡуялар. Әллә йәшләй генә ирҙән ҡалып, яңғыҙ ғүмер иткәнгәме, әллә бала-сағаһы булмағанғамы - шайтан белһен. Кәкүк булғас, кәкүк инде. Олоһо ла, кесеһе лә шулай өндәшкәс инәйебеҙ ҙә үпкәләмәй.  

КӘКҮК ӘБЕЙ (Хикәйә)
КӘКҮК ӘБЕЙ (Хикәйә)

Кәкүк әбей мал, ҡош-ҡорт аҫырамай. Хәйер, туғыҙынсы тиҫтәне ҡыуалаған яңғыҙ кешенең ҡулынан килер эшме. Хоҙай биргәненә шөкөр итеп көн күрә шунда. Ә Хоҙай Тәғәләнең ҡыйырһытҡаны юҡ уны, көндәлеген ауылдаштары ҡулы менән килтереп биреп тора.

Инәйебеҙ ҡош-ҡорт көтмәй, тиһәм дә, бигүк дөрөҫ булмаҫ. Көтә ул… Уның… һайыҫҡаны бар.

Таң һарыһынан кискә тиклем һайыҫҡан Кәкүктең ярым-яртылаш ығышҡан ба-һыуы буйында тибенә.

Әбей ҙә тәһәрәткә сыҡҡан һайын итәгенә бөрөп ҡаты-ҡото алып сыға ла тегенең тибененә илтә.

– Һәй, мәхлүк, килдеңме? - ти ул тешһеҙ ауыҙын саҡ-саҡ ҡыймылдатып, - бөгөн иртән олағып ҡайҙа йөрөнөң, һуңлағасың өлөшөңдө күршенең Аҡҡолағы һыпырҙы.

Тегеһе лә өлөшөн ваҡытында ҡайтарып бирә. Кәкүккә ҡунаҡ килерен алдан хәбәр итә. Сарға ҡоштоң баһыуҙан-баһыуға ҡунып туҙына башлауы була, Кәкүк әбей самауырын терелтә, урындыҡҡа ашъяулығын йәйә.

Юҡ, ризыҡ, килем көтмәй ул, ауылдаштарын көтә, ҡунаҡ көтә. Моғайын, ғү-мере буйы өҫтәле тулы һый булып та, уға килмәһәләр, хәлен белеп тормаһалар, был донъяла ул әллә булыр ине, әллә юҡ. Иң әүәл кешегә кеше йылыһы кәрәк, терәк кәрәк.

Юғалды бер көн һайыҫҡаны, һыуға батҡандай юҡҡа сыҡты. Бер көн көттө әбей, ике көн - ҡош күренмәне. Тамам хафаға ҡалды, тормошоноң бер сите кителгә-ндәй булды. Ауылдаштары тупһаһына туҙан төшөрмәй төшөрөүгә, тик барыбер улар килер алдынан шыҡырыҡлап сәләм әйтеп, йөрәкте елкендереп тороусы булмағас, кинәнес кинәнес түгел.

Шулай бошоноп йөрөгән көндәрҙең береһендә Кәкүкте арғы осҡа йома сәйенә саҡырҙылар. Тиң-тошо менән аяҡ һоноп ултырып өс самауыр сәйҙе бушатҡан әб-ейебеҙ ҡайтыу яғына ыңғайланы, һәм… үҙҙәренән һ-ғ өй аша йәшәгән һунарсы Әүхәҙиҙең ихатаһына ҡарап ҡатты ла ҡалды. Иҫәңгерәрһең дә! Шифер менән бе-йек итеп ябылған һарай түбәһендәге ҡолғала атылған һайыҫҡан эленеп тора ине. Тәне бер эҫеле булды, бер һыуыҡлы булды инәйҙең, тәнтерәкләп ишек алдына ин-де, һарай янына килде, ҡулын маңлай өҫтөнә ҡуйып, төҫһөҙ күҙҙәрен елдә елбер-ҙәгән емтеккә төбәне. «Үҙе, - тип бышылданы, - суҡышы ла, ҡойроғо ла уныҡы. Тик кәүҙәһе бер аҙ бөршәйә төшкән. Елдә ҡаҡланып торғас ни… Бахыр…»

Күҙҙәренән ике генә бөртөк йәш һығылып сыҡты ла ҡаҡ һөйәк тә сырыш тире генә булып ҡалған эйәгендә аҫылынып ҡалды…

– Һаумы, инәй!

Боролоп ҡараһа, тупһаға өй хужаһының ҡатыны сыҡҡан икән. Әбей сәләмде алманы. Тертәңләп килде лә йәш ҡатынға тексәйҙе:

– Әүхәҙи ҡайҙа, килен?

– Һине күргәс тә сәйнүк тоҡандырҙым, әйҙүк, инәй! Әүхәҙи ҙә әле генә эштән ҡайтты.

– Әйт әле, килен, сыҡһын! - Кәкүк саҡырыуҙы ҡабул ҡабул итмәүен белдереп, ҡушуслап таяғына аушайҙы.

Сәйер һөйләшкән әбейгә аптыраған ҡатын инеп китте һәм шунда уҡ ишектә мыҡты кәүҙәле ир күренде.

– Һаулыҡмы, инәй!

– Шөкөр әле. Әүхәҙи, анау һайыҫҡанды һин аттыңмы?

– Аттым шул. Оялағы йомортҡаны ҡуймай ине, эләктерҙем тәки.

– Ошоғаса Хоҙай биргәненә шөкөр итеп йәшәнек, әммә кеше әйберенә һо-рауһыҙ ҡағылғаныбыҙ булманы - Әбейҙең күҙҙәренән тағы ла ике бөртөк йәш һығылып сыҡты. - Рәнйеттең, балам…

– Инәй, туҡтәле, бер нимә лә аңламайымсы. - Йорт хужаһы ҡайтырға ыңға-йлаған әбейҙең артынан ҡысҡырҙы. Кәкүк туҡтаманы. Һарай түбәһендәге елдә елберҙәгән һайыҫҡанды күреүҙән, йәнә Әүхәҙигә ауыр һүҙҙәр әйтеп ташлауҙан ҡурҡты.

Бына өйө тапҡырына етте, ҡапҡаһына боролдо. Бәй, тибенендә һайыҫҡаны тибенеп йөрөй ҙә баһа. Һап-һау.

– Ҡайҙа йөрөнөң бығаса! - Ҡыуаныстан әбейҙең йөҙө балҡып китте. - Ил гиҙеп йөрөп йүнләп ашамағас, мөҙөрөп киткән булған…

Һайыҫҡан ғәфү үтенгәндәй шыҡрыҡлап ҡуйҙы.

– Кәкүк инәй… - Артынан Әүхәҙиҙең тауышы ишетелде. - Инергә яраймы?

Әбей ялт итеп инеүсегә боролдо.

– Әйҙүк, балам, әйҙүк. - Ул ихлас өндәште. - Бәхетленең ҡунағы бер юлы тигәндәй. - Унан баяғы «рәнйеттең» тигән һүҙҙәрен хәтерләп, хатаһын төҙәтергә ашыҡты. - Исмаһам килен менән килеп хәлде лә белеп сыҡмай рәнйетәһегеҙ бит… Бар, балам, киленде лә алып кил, хәҙер самауырымды яңыртам, һыйым да өҫтәлдә.

Бая аяғын саҡ һөйрәп атлаған әбей еңел атлап инеп китте. Унан тәҙрәнән өҙлөкһөҙ шыҡрыҡлаған һайыҫҡанды ҡарай-ҡарай ҡунаҡтарын көтә бшланы.

Ә тибендә һикрәңләгән ҡош әллә уныҡы булды, әллә түгел. Хәйер, барыбер түгелме ни, ул бит яңғыҙҙы яңғыҙлатмай, уға ҡунаҡтар саҡыра.

Хәйҙәр Тапаҡов

Автор:
Читайте нас: