Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
9 Июнь 2022, 11:42

Гөлназ Асаева ире тураһында: "Бигерәк ваҡсыл"

"Ул ваҡсыл булһа, һиңә бер аҙ һаҡсыл булырға кәрәк", -тип кәңәш биреүселәр ҙә табылған.

Гөлназ Асаева ире тураһында: "Бигерәк ваҡсыл"
Гөлназ Асаева ире тураһында: "Бигерәк ваҡсыл"

Йәш йырсы Гөлназ Асаева ире Вилдан менән сәскәләй ҡыҙ үҫтерә. Бала тәрбиәләү ваҡытында төрлө хәлдәр ҙә осрап ҡуйғылай инде. Гөлназ Асаева ире Вилдандың аҡса мәсьәләһендә бик ваҡсыл булыуы тураһында социаль селтәрҙә хәбәр итә.

"Был турала һөйләмәйенсә ҡала алмайым. Хәҙер генә кибеткә ингән инек. Динә һәр аҙна һайын имеҙлеген юғалта. Миңә тағы ла яңынан алырға тура килде. Кассир ҡатын: "720 һум", - тигәс Вилдан бөтә кибеткә: "Йә, Аллам, аҙна һайын имеҙлек өсөн 720 һум түләйбеҙ. Күпме юғалтырға була уны?"- тип һөрән һалды. Бөтә халыҡ көлә, оятҡа ҡалдырҙы, биллаһи. Бигерәк ваҡсыл инде һин, Вилдан",-тип көлгән Асаева.

Комментарийҙар араһында йәш әсәгә бик матур кәңәштәр биреүселәр ҙә табылған. Мәҫәлән, Фәриҙә исемле ханым: "Ул ваҡсыл булһа, һиңә бер аҙ һаҡсыл булырға кәрәк"- тигән яҙыу ҡалдырған.

Сығанаҡ һәм фото: "Интертат" сайтынан.

Автор:Карима Усманова.
Автор:
Читайте нас: