

- Фотоһүрәттәрҙе ҡарау, беҙгә үткәндәрҙә ҡалған алыҫ йылдарға ҡайтырға мөмкинлек бирә. Һәр фотоһүрәт – үҙе бер тарих, уларҙың һәр береһе тураһында оҙаҡ итеп һөйләй алам.
Күргәҙмәмде һеҙҙең районда асыуҙы осраҡлы ғына һайламаным, сөнки һеҙҙең яҡташығыҙ Рәсәй Геройы, Миңлеғәли Шайморатовтың яҙмышы Бөйөк Ватан һуғышы менән тығыҙ бәйләнгән. Шуға ла, легендар генералдың портреттары күргәҙмәлә төп урынды биләп тора. Күргәҙмәнән һуң эштәремде район Мәҙәниәт һарайына бүләк итеп ҡалдырам, - тине танылған фотохәбәрсе, йәмәғәт эшмәкәре Вячеслав Александрович.
Күргәҙмә залында шулай уҡ райондың үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы әҙерләгән “Генерал-майор Шайморатовтың тыуыуына – 120 йыл” тип аталған сағыу фотоһүрәттәр һәм Ҡырмыҫҡалы, Иҫке Бәпес һәм Ҡабаҡ мәктәптәренең эҙәрмәндәр отрядтарының яу яландарынан табып алып ҡайтҡан әйберҙәр урынлашҡан. Уны асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров, республика Хәрби дан музейы директоры Илшат Утяев, Хәрби дан музейы мөдире Фәриҙә Йосопова, “Мәҙәни-ара ҡулдашлыҡ үҙәге” йәмғиәт-мәҙәни инициативаларҙы үҫтереү ойошмаһы директоры В. Латиповалар ҡатнашты.
- “Еңеү йөҙҙәре” күргәҙмәһе – һуғыш, Еңеү хаҡына бар көстәрен, ғүмерҙәрен биргән атай-олатайҙарыбыҙҙың, әсәй-өләсәйҙәребеҙҙең батырлығы тураһында иҫтәлек. Тыуған еребеҙҙә балалар үҫтереп, йорттар һалып, иркен тын алып йәшәй алыуыбыҙ менән беҙ уларға бурыслыбыҙ.
Танылған фотограф Вячеслав Стрижевский авторлығындағы портреттар күптәрҙе ҡыҙыҡһындырыр, айырыуса үҫеп килеүсе быуын өсөн ҡыҙыҡлы һәм файҙалы буласаҡ, - тине район хакимиәте башлығы Әлфир Фәрхәт улы.
Шулай уҡ был иҫтәлекле көндө районыбыҙҙың йәш граждарына РФ гражданы паспорттары ҙәм йәш армеецтарға билдәләр тапшырылды.
Үҙенсәлекле һәм юғары сифатлы фотоһүрәттәр күргәҙмәһе 22 апрелдән 21 майға тиклем эшләйәсәк.
Гөлсәсәк Аласова.
Автор фотолары.