

Ул үҙенең класындағы уҡыусыларҙың иң уңған, иң уҡымышлы, иң оҫта өләсәйҙәрен балалар эргәһенә ҡунаҡҡа саҡырған. Өләсәйҙәр уҡыусыларға үҙҙәренең тормош юлы, әлеге ваҡытта нимә менән шөғөлләнгәндәре, ижади сығыштары тураһында уртаҡлашты.
45 йыл ғүмерен ошо мәктәптә балаларға рус теле һәм әҙәбиәте дәрестәренән белем биреүгә бағышлаған Софья Андрееваны ейәне Миша ҡосаҡлап ҡаршы алып, шиғыр юлдарын бағышланы. Софья Михайловнаның тулҡынланыуҙан күҙҙәренә йәштәр тығылды.
- Минең бар булымышым – уҡытыусы булыу. Ярты ғүмерем ошо мәктәптә үтте. Балаларҙа рус теленә һәм әҙәбиәтенә һөйөү тәрбиәләй алыуым менән бик ғорурланам. Ғөмүмән, уҡытыусының дауамы уҡыусыларында, тип әйтер инем. Минең юлымды һайлаған балаларыма, уҡыусыларыма рәхмәт. Өс балам да, 5 ейән-ейәнсәрем дә йөҙөмә ҡыҙыллыҡ килтермәнеләр, ҡайһыһы мәктәпте алтын миҙалға, ҡайһыһы юғары уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамланылар. Әлеге көндә ейәнем Миша ла тик “5”-ле билдәләренә генә уҡып йөрөй, - тип һөйләне мәғариф уҙаманы.
Хаҡлы ялдағы Софья Андрееваның А.С. Пушкиндың “У лукоморья дуб зеленый” шиғырын яттан һөйләүен уҡыусылар тып-тын ҡалып тыңлап ултырҙы.
Людмила Анатольевна икенсе өләсәй – Мария Александровна Максимованы бик һәләтле, уңған кеше булараҡ таныштырҙы. Уның да ейәне Максим өләсәһенә шиғри юлдар бағышланы. Мария Максимова ҡырҡ йыл “Росгосстрах” банкыһында эшләүен дауам итеүҙән тыш, өйөндә матур-матур, күҙҙең яуын алырлыҡ сәскәләр үҫтерә, мәҙәни сараларҙа, байрамдарҙа моңло йырҙарын ауылдаштарына бүләк итә.
- 63 йәштә булыуыма ҡарамаҫтан, мин әле лә беҙҙе уҡырға, яҙырға, һүрәт төшөрөргә һәм дә йырларға өйрәткән беренсе уҡытыусыбыҙға рәхмәтлемен. Ул шулай уҡ беҙҙә спортҡа һөйөү ҙә тәрбиәләй алды. Физкультура дәрестәрен яраттым, һәр ваҡыт саңғы ярыштарында ҡатнаша торғайным.
Ә инде өләсәйем беҙҙе бәйләргә, тегергә, сигергә, ашарға бешерергә өйрәтте. Сөнки, әсәйебеҙҙең эштән ҡайтып, беҙҙең менән шөғөлләнергә ваҡыты ҡалмай торғайны. Шуға күрә мин өләсәйле балалар, иң бәхетлеләре, тим. Мин дә ейәндәремде бишек йырҙары йырлап үҫтерҙем, - тине Мария Александровна һәм сарала йыйылыусыларға үҙенең моңло йырын бүләк итте.
Сара артабан һоҡланғыс әйберҙәр донъяһына сәйәхәт менән дауам итте. Ваняның өләсәһе Вера Александровна Алексеева балаларҙы өләсәйҙең һандығы менән таныштырҙы. Иң йәше булыуына ҡарамаҫтан, ул дүрт ейәнсәргә һәм 3 ейәнгә өләсәй.
- Минең һандығымда өләсәйемдән ҡалған ғаиләбеҙҙең ҡомартҡылары һаҡлана. Һандыҡта - беҙҙең тарих, ғаилә ҡиммәттәре, йолаларыбыҙға тоғролоҡ һәм һөйөү. Мин уларҙы үҙемдең балаларыма һәм ейәндәремә лә ҡалдырасаҡмын, сөнки һәр кеше үҙе артынан эҙ ҡалдырырға тейеш, - тине ул.
Вера Алексееваның һандыҡтан сығарған һәр әйберен – өләсәһенең сигелгән таҫтамалдарын, үҙҙәренең туйындағы таҫтамалдарҙы, улының тәүге күлдәген, ғаилә фотһүрәттәрен балалар ҡыҙыҡһынып ҡараны.
Вера Александровна ла балаларға мәктәптә ятлаған шиғырын һөйләп ишеттерҙе.
Ә балалар иһә үҙ сиратында, өләсәйҙәренә бағышланған шиғырҙарын һөйләне, йырҙарын йырланы, бейеүҙәр бейене һәм ҡулдан эшләнгән бүләктәрен тапшырҙы.
Бына шундай бик фәһемле, балаларҙа өлкән быуынға ҡарата иғтибар һәм ихтирам орлоҡтары һалған байрам үтте Сихокин ауылында.
Гөлсәсәк Аласова.
Автор фотолары.