Даирә
+15 °С
Облачно
Мәҙәниәт
3 Февраля 2022, 06:44

“Пушкин картаһы”менән ҡайҙа барырға мөмкин?

2022 йылдың 1 ғинуарынан программала ҡатнашҡан һәр кешенең картаһына 5 мең һум аҡса төшөп тә ятты. Был аҡсаның 2 мең һумын, һис тартынмайынса, кинотеатрға барыу өсөн сарыф итергә була.Был карталағы аҡсаны тағы ҡайҙа тотонорға була һуң? Хәҙер һеҙгә шул турала бәйән итеп китмәксебеҙ.

“Пушкин картаһы”менән ҡайҙа барырға мөмкин?“Пушкин картаһы”менән ҡайҙа барырға мөмкин?
“Пушкин картаһы”менән ҡайҙа барырға мөмкин?

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, белеүегеҙсә, 2021 йылдың 1 сентябренән Рәсәйҙә “Пушкин картаһы” тип аталған мәҙәни программа эшләй башланы.
Был карта ярҙамында 14 йәштән алып 22 йәшкә тиклемге йәштәр дәүләт иҫәбенә төрлө театр-музейҙарға, китапханаларға һәм концерттарға йөрөй ала.
Район хакимиәтенең Мәҙәниәт бүлегенә ҡараған өс учреждение: “Район үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы”, “Район үҙәкләштерелгән клуб системаһы” һәм район үҙәгендә урынлашҡан кинотеатр был программаға ихлас ҡушылды.
2022 йылдың 1 ғинуарынан программала ҡатнашҡан һәр кешенең картаһына 5 мең һум аҡса төшөп тә ятты. Был аҡсаның 2 мең һумын, һис тартынмайынса, кинотеатрға барыу өсөн сарыф итергә була.
Был карталағы аҡсаны тағы ҡайҙа тотонорға була һуң? Хәҙер һеҙгә шул турала бәйән итеп китмәксебеҙ.
11 февраль көнө район Мәҙәниәт һарайында бик шәп оҫталыҡ дәресе үтәсәк. Ул “Йолаларҙы һаҡлап, мираҫты һаҡлап ҡаласаҡбыҙ” тип атала. Сара башҡорт халыҡ йолаларына арналған. Бында йәштәр өсөн бик ҡыҙыҡлы уйындар, йыр-бейеүҙәр һәм ҡул эштәре буйынса дәрестәр әҙерләнгән. Сарала оҫталар башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары менән таныштырасаҡ, халҡыбыҙҙың бейеү сәнғәте үҙенсәлектәрен күрһәтәсәктәр. Шулай уҡ милли кейемдәрҙең барлыҡҡа килеү тарихы менән таныштырып, төрлө биҙәүестәр эшләргә лә өйрәтәсәктәр. Район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре һеҙҙе был күркәм оҫтаханала көтөп ҡала.
Райондың балалар китапханаһында 2022 йылда “Рәсәй буяуҙары” тип аталған саралар планлаштырылған. Ойоштороусылар беҙҙе Калиниградтан алып Камчаткаға тиклемге өлкәләрҙең тарихы һәм мәҙәниәте менән таныштырмаҡсылар. 9 февраль көнө уҙасаҡ “Канта утрауы” тип аталған иң тәүге сарала Э.Т.Гофман ижады һәм уның ижади емештәренә байҡау яһаласаҡ, билдәле философ Иммануил Кант менән танышыу уйыны, Калиниград музейҙарына виртуаль сәйәхәт уҙасаҡ.
18 февраль көнө Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән китапханаһы “Әҙәбиәт казиноһы” тигән интеллектуаль уйынға саҡыра. Был казинола ҡатнашыусылар ваҡыттарын күңелле үткәреп кенә ҡалмаясаҡ, ә шулай уҡ үҙҙәренә күп итеп “аҡыл” һатып алыу мөмкинлегенә лә эйә буласаҡ.
Февраль айында “Пушкин картаһы” буйынса Ҡырмыҫҡалы кинотеатрында режиссер Андрей Кравчуктың “Однажды в пустыне”, режиссер Вера Сторожеваның “Мария. Спасти Москву” тигән мауыҡтырғыс фильмдарын ҡарарға мөмкин.
“Пушкин картаһы” хужаларын үҙебеҙҙең райондың мәҙәни усаҡтарында көтөп ҡалабыҙ. Дәүләт биргән ярҙамдан ваҡытында файҙаланып ҡалайыҡ, дуҫтар.
Розалия НАЗАРОВА.

 

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас