

Әлбиттә, ниндәй концерт бейеүһеҙ булһын? Ҡарлыманбаш ауылы мәҙәниәт ойоштороусыһы Розалия Ғимранова башҡарыуындағы “Еңгәкәй” бейеүенә халыҡ ихлас бейергә төшөп китте.
Алып барыусы, йор һүҙле Илдар Хәсәнов мәҙәктәр һөйләп халыҡты көлдөрөп тә алды. Сәхнәгә клуб тормошонда ғына түгел, күләмле конкурстарҙа ҡатнашыусы һандуғас тауышлы Хафиза Ғәлинаның үҙәккә үтерлек моңло йырҙары һәр кемдең күңел ҡылдарын тибрәтте, хатта күҙҙәрҙе йәштәргә мансылдырҙы.
Артистарҙы ҡеүәтләгәндәй ел туҡтап торҙо, ҡояш яҙғы көн кеүек сағыу яҡтыртып ебәрҙе.
Артистарыбыҙға рәхмәт әйтеп, Яңы Бәпес, Яңы Бишауыл ауылдарына оҙаттыҡ. Яңы Бишауыл ауылында Мәрүәр апай Ишморатова үҙе яҙған шиғырҙарын да уҡып концертты тағы ла байытып ебәргән.
Белеүебеҙсә, донъяла пандемия дауам итә. Ошондай шарттарҙа халыҡтың рухи мәнфәғәтен ҡәнәғәтләндереү өсөн саф һауала ойошторолған концерт ойоштороусы артистарыбыҙға, район Мәҙәниәт йортоноң автоклуб етәксеһе Дарья Сираеваға, һыуыҡ тип тормай концертты музыкаль яҡтан биҙәүсе Илшат Ибраһимовҡа, водителдәргә һәм барлыҡ-барлыҡ ойоштороусыларға ауыл халҡы исеменән оло рәхмәтебеҙҙе еткергем килә.
Шул тиклем матур концерт барыһының да күңеленә хуш килде.. Барыһына ла ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә именлеге, ижади уңыштар теләп ҡалабыҙ.
Сулпан Хәлитова.
Абдулла ауылы.