Даирә
-3 °С
Облачно
Мәҙәниәт
11 Января 2022, 16:37

КУЛАК МӘХМҮТ ҠЫҘЫ ЗӨҺРӘнең яҙмышы Хикәйә

Ҡайһы бер кешеләрҙең исемдәре, мәрхүм булғас, балалары, күрше-тирәләре,ҡайғырып, йәлләп илаһа ла, йылдар үтеү менән ҡайғы яйлап уңа, юйыла. Хәйер кешегә онотолоу хисе бирелмәһә, моғайын, әкеренләп йыйылған ҡайғыларҙан түҙмәй, йөрәге ярылып үлер ине. Ә ҡайһы бер мәрхүм булған кешеләрҙең изге эштәре: мәҫәлән, йырлаған йырҙары, һөйләгән аҡыллы һүҙҙәре ,хатта төртмә, үткер теле лә, лаҡап һүҙҙәре менән дә, халыҡ күңелендә оҙаҡ һаҡланып, телдән телгә күсә.Бына шундай кешеләрҙең береһе, беҙҙең ауылда мәрхүмә Зөһрә апай Исангилдиналыр тип уйлайым. Сөнки мин ауылға ҡайтҡан һайын, кем генә булһа ла, уның тураһында һөйләп көлдөрөп ала. Уның әйткәнтаҡмаҡтарын, көләмәс һүҙҙәрен тыңлаған ваҡыттарҙа, Зөһрә апайҙың ғүмере бейеп, йырлап үткән кеүек тойаһың. Был ысынтылап та шулай булдымы икән? Шуның өсөн, ауыл халҡының һөйләгәндәрен тыңлап, Зөһрә апай тураһында яҙып китергә булдым. .

Добавить в предпочтительные источники Google
КУЛАК МӘХМҮТ ҠЫҘЫ ЗӨҺРӘнең яҙмышы            ХикәйәКУЛАК МӘХМҮТ ҠЫҘЫ ЗӨҺРӘнең яҙмышы            Хикәйә
КУЛАК МӘХМҮТ ҠЫҘЫ ЗӨҺРӘнең яҙмышы Хикәйә
Күптән түгел миңә Зөһрә апайҙың килене Фирҙәүес, уның яҙып
ҡалдырған дәфтәрҙе тотторҙо.
-Рәхимә апай, ябай ғына бер ҡатын ине бейемем, шулай булһа ла минең өсөн бик һәйбәт булды. Зинһар өсөн, бейем тураһында ла яҙығыҙ әле! “-тип үтенде. Мин Зөһрә апайҙың үҙен белһәм дә, уның ғүмер буйы ауыр тормош юлы үткәнен белмәй инем. Сөнки ул, бер ваҡытта ла, үҙ тормошонан зарланып ултырғанын ишетмәнем. Зөһрә апай минең аңлауымса, йор һүҙле, көләмәс, кешегә асыҡ йөҙлө булып ,рәхәт, күңелле генә йәшәгән кеүек ине
Фирҙәүес Шәрифйән ҡыҙының Зөһрә апай тураһында һөйләгәнен ишеткәс, Бикбулат ауылы урамы буйлап, ике етем баланың хәйер һорап йөрөүҙәрен күҙ алдыма килтерҙем. Ирекһеҙҙән күҙҙәремдән ҡайнар йәштәр аға башланы. Яҙыр хәрефтәрем дә, күренмәй башлағас, компютр алдынан тороп киттем. Бер аҙ тынысланғандан һуң, тағы яҙырға ултырҙым…….
Шул уҡ хәл. Аптырап. тел аҫтыма валидол ҡаптым. Юҡ, дарыу ҙа ярҙам итмәне.
Шуның өсөн Зөһрә апайҙың яҙмаларын уҡып сыҡҡандан һуң ғына, килене Фирҙәүес, Кинйәбаева Разифа, Такаева Вәсилә, Сафина Хөснә һөйләгәндәрҙе бергә туплап , алыҫтан, уның атаһы Мәхмүт олатайҙан башлап яҙырға булдым.
Мәхмүт Иҫәнгилдин, бала сағынан уҡ,(уның ҡасан тыуғаны билгеһеҙ, 1880-1890-се йылдар булырға тейеш) бик тере, аҡыллы, булғанлығы менән ауылда башҡа балаларҙан айырылып торған була. Шуның өсөндөр инде , атаһы уны Оренбург ҡалаһына, Карауан һарай
мәҙрәсәһенә уҡырға ебәрә .Ауыл ерендә бер ни күрмәй үҫкән малайҙы
ҡалалағы өйҙәрҙең затлылығы, матурлығы хайранға ҡалдыра. Ауылға
ҡайтып, шундай матур өй һалып йәшәү теләге менән яна башлай.
Оҫта итеп, өй һалырға өйрәнеү өсөн, йәй көндәре, мәҙрәсә уҡыуҙарҙы туҡтап торған ваҡыттарҙа, Ырынбур балта оҫталарына бушҡа ярҙам итергә һөйләшеп, “Татар Ҡарғалыһы” тигән ауылға эшкә килә. Егәрле, эшкә оһолло, һәр ҡушҡан эште еренә еткереп эшләгән был башҡорт малайы, балта оҫталарына бик оҡшай.
Шулай итеп, бер – нисә йыл мәҙрәсәлә белем алған ауыл малайы, бейек, мыҡты кәүҙәле, сибәр егет булып үҫеп, буйға етә. Уҡыуын тамамлағас та, Оренбург балта оҫталары, үҙҙәре эшләгән ойошмаға эшкә
саҡыралар. Ләкин Мәхмүт риза булмай. Ул тиҙерәк ауылға ҡайтып,
үҙенең теләген тормошҡа ашырғыһы килә
Әсәһе Хәҙисә , улын ситкә ебәрмәҫ өсөн, Мәхмүтте тиҙерәк өйләндерергә була. Күп тә үтмәй, Һөйөш ауылынан Минямал исемле ҡыҙҙы һоратып, кәләшлеккә алып бирә.
Ауылда , Мәхмүттең әсәһе Хәҙисә “уҫал, һаран ҡатын”- тигән, исем алған була. Килендәрен дә, “сәнскеле бейәләй”ҙә генә тота. Уның һәр - бер әйткән һүҙе фарман булып, үтәлергә тейеш булаған.
Бына нимә һөйләп ҡалдырғандар Хәҙисә әбей тураһында, уның килендәре.
“Бер ваҡыт килендәр асыҡҡандар ҙа, бейемдәренең өйҙә юҡлығынан файҙаланып, тиҙ генә аласыҡ тәҙрәһен фуфайка менән ҡаплап, кистән
ҡалған ашты ашап алырға булалар. Ашай ғына башлағандар икән , бейемдәренең аласыҡҡа инеп килгәнен күреп ҡалалар. Ҡурҡыштарынан, аштарын ҡайҙа йәшерергә белмәйенсә ,ашлы суйынды, малға тип әҙерләгән ашлы һыуға тығып ҡуялар”
Халыҡ тарафынан, Мәхмүт үҙе, йомшаҡ күңелле , йомарт кеше булып
иҫкә алына. Иң беренсе, балталыҡ һөнәрен,ул энеһе Кинйәғәлигә өйрәтә. Егәрлелеге арҡаһында Мәхмүттең эштәре бик тиҙ алға китеп, ауылдың иң хәлле йәшәгән кешеләренең береһенә әйләнә.
Бер-бер артлы, Мәхмүттең ҡыҙы менән улы тыуып,
ҡыҙына Зөһрә. улына Әхтәм тип исем ҡушалар. Ләкин улар оҙаҡ бәхетле булып йәшәй алмайҙар. Сөнки ҡатыны Минямал тиф менән ауырып, кинәт кенә мәрхүм була.
Мәхмүттең әсәһе Хәҙисә, тирә-яҡта “балта оҫтаһы” тигән дан алған улына Өмөтбай ауылынан сибәрҙәрҙәндә сибәрерәк, Сәмсиямал исемле ҡыҙ менән йәрәштерә. Өйләнешкәндәренә бер йыл үтеүгә,
уларҙың мөхәббәт емеше, малайҙары тыуа. Уға Әхмәт тип исем
ҡушалар. Сәмсиә үгәй балаларын да, рәнйетмәй, матур итеп тәрбиәләй.
Мәхмүткә ҙур хужалыҡты алып барыуы ауыр булғанлыҡтан, ауыл кешеләре уға ялланып эшләр булғандар. Ләкин ул бер ваҡытта ла, ауылдаштарын алдамаған, тырышып эшләгәндәргә аҡсаны арттырып түләй торған булған.
. Мәхмүт Мораҡтан ,ата-әсәһе кинәт кенә һәләк булып, үкһеҙ етем ҡалған Минзаһирҙы тәрбиәгә алып ҡайта.
Был Башҡортосанда, көсләп коллективизацияға индергән ваҡытҡа тура килә.
Ауыл да ғына түгел, хатта илебеҙ буйлап таралған, ауыр замандарҙа, бер – береһен күрә алмаған кешеләр күп булған. Был хәл Бикбулат ауылын да урап үтмәгән.
Шулай, бер көндө, Мәхмүт, ниҙер һиҙенгән кеүек шомланып, төҫө ҡасып өйгә килеп инә. «Нишләптер йөрәгем сәнсә!”-тип иҫке тунын ябынып урындыҡҡа барып ята. Шул ваҡытта Мораҡтан НКВД кешеләре килеп уны ҡулға алалар. Мәхмүт, ябынып ятҡан иҫке тунын кейә лә, ҡурҡышып ултырған балаларын һөйөп сыға. Усаҡ эргәһендә илап ултырған ҡатыны Сәмсиямалға ҡарап, «Мин үҙемдең бер ғәйебемде лә һиҙмәйем, илама Сәмсиямал, ҡайтарырҙар, балаларҙы яҡшы ҡара!» –тип әйтә. Мәхмүтте алып киткән көндә үк, уның мал тыуарын, өй йыһаздарын тейәп район үҙәге, Мораҡҡа оҙаталар. Аҙаҡ, өйөн боҙоп алып, Мәҡсүт ауылына алып китәләр. Өс бала менән бер нәмәһеҙ, ас -яланғас, урамда ҡалған Сәмсиямал кешегә өйҙәш инеп йәшәй башлай. Аҙаҡ, Мәхмүттәнҡалған мунсаны, Мәхмүттең энеһе Кинйәғәли бәләкәй генә өй итеп, икенсе Бикбулат осона һалып бирә.
Ир ҡыйырһытҡанды мир ҡыйырһыта тиһәләр ҙә, Сәмсиямалды ире
ҡыйырһытмаһа ла, ауыл халҡы, ире “халыҡ дошманы” булғаны өсөн, улар менән ҡатнашып йәшәргә ҡурҡалар.
Һуғыш алдынан Мәхмүтте, халыҡ дошманы мөһөрөн тағып, атып үлтерәләр. Сәмсиямал бер төндә, тәне аҡлы-ҡаралы булып, «ветерелео» ауырыуына әйләнә.
Ике етем бала, Зөһрә менән Әхнәф, ауыл буйлап етәкләшеп, өйҙән өйгә йөрөп, хәйер һорашып көн күрәләр. Зөһрә апай, «Ауыл халҡының күптәре, әле үҙебеҙгә лә юҡ ашарға!-тип буш сығаралар ине! Мәсәлим ағай,(минең атайым) бер буш сығармай, әсе ҡатыҡ булһа ла эсерә ине.»-тип һөйләр булған.
Һуғыш алдынан үҫеп, яңы ғына ҡыҙ ҡорона инә башлаған Зөһрәне туғандары димләп, Наҙы ауылына кейәүгә бирәләр. Һуғыш сығыу менән уның ирен һуғышҡа алалар.
Зөһөрәнең энеһе, ,Әхнәф тә, ун ете йәше генә тулһа ла, «Ун һигеҙ йәш,» - тип, һуғышҡа китергә ғариза яҙа.
Һуғыш ауырлыҡтары Зөһрәне урап үтмәй! Уны ФЗО - эшенә алып китеп, Белорет-Магнитогорск яҡтарына, урман ҡырҡырға ебәрәләр.
Ирҙәр һуғышта булыу арҡалы, урман эшендә ҡатын-ҡыҙ, бала-саға ғына эшләгән. Аяҡтарында тишек сабата, ҡулдарында сепрәктән тегелгән
йоҡа бейәләй менән йыуан–йыуан ағастарҙы ҡатын-ҡыҙ йыҡһа ,балалар ағас ботаҡтарын ботағандар. Боталған бүрәнәләрҙе күтәреп тимер юл станцияһына ташый торған булғандар. Шул ваҡытта вагондарға тейәлеп һуғышҡа киткән һалдаттарға, Зөһрә: ”Күрһәгеҙ Әхнәф энемә сәләм әйтегеҙ!”-тип ҡысҡырып ҡала торған булған. Сәләм әйтеп ебәргәндән һуң, һис шикһеҙ уның сәләмдәре энеһе Әхнәфкә барып етер ҙә, апаһының иҫән –һау икәнен белеп ҡыуаныр тип уйлаған. Ошо ҡыуанысы уға йығылмаҫҡа көс биргән. Сөнки, көн һайын аслыҡтан, ауыр эштән, туңып үлгән кешеләрҙе, ҡаты туң ерҙе балта менән соҡоп, ҡатын –ҡыҙҙар үҙҙәре күмер булған. Бигерәктә балалар ҡырылған. Төш ваҡытында, ҡыҫһаң һыуы сығып торған 100гр. арыш икмәк, кис ике бәләкәй генә картуф йөҙөп йөрөгән йылы һыуҙы аш итеп биргәндәр.
Эш бөткәс, йоҡлаған барактарын, тимер мейескә яғып йылытыр өсөн, урмандан ағас ботаҡтары күтәреп ҡайта торған булғандар. Ләкин туң ағас ботаҡтары ғына, көнө буйы һыуып торған барактарҙы йылыта алмаған. Улар кейеп йөрөгән иҫке фуфайкаларын ябынып, бер-береһенә һырынып, туңып ирегән аяҡ бармаҡтарының һыҙлағанын да һиҙмәй,
йоҡлап китә торған булғандар .Ҡайһы берҙә, үтеп киткән поезд вагондарынан картуф ҡабығы, кәбеҫтә тыштарын ташлағандар.
Шуларҙы йыйып алып ҡайтып, төнөн һурып ятыр булғандар.
Ҡарҙар иреп, яҙ етә башлағас, бер – нисә ҡыҙ һөйләшеп, ФЗО-нан
ҡасырға булалар .Бер ваҡыт , иртә таңдан, ары-бире кейемдәрен алып, ипле генә баҫып барактан сығалар ҙа урманға ҡарай юнәләләр. Моҡсай күтәреп, сығып барған ҡыҙҙарҙы ҡарауылсы күреп ҡалып ,
“Төрмәлә башығыҙҙы серетәһегеҙ киләме?”-тип асыуланып, кире бора. Ошо хәлдән һуң, күптә үтмәй, бергә ҡасырға һөйләшкән Зилә исемле ҡыҙҙы ағас баҫып үлтерә. Уның ҡәберлегенә исемен яҙыу түгел, кәфенгә лә төрмәйенсә, ары-бире соҡор ҡаҙып, ырғытҡас,.ҡыҙҙарҙың ҡасыу теләге тағы ла нығыраҡ уяна..
” Барыбер үләбеҙ! Алыҫҡараҡ ҡасып китеп, берәй ауылға инербеҙ ҙә, ғариза яҙып, һуғышҡа китербеҙ. Үлһәктә һуғышта батыр булып үлербеҙ!”-тип һөйләшәләр һәм төшкө аҙыҡ ашағас, өс ҡыҙ, ҡуйы ҡара урман араһына инеп юғалалар. Ҡараңғы төшкәнсе, урман эсенә төпкәрәк кереп йәшенер өсөн, хәлдән тайып йығылғансы югерәләр улар. Ниндәйҙер бәләкәй генә, шулай булһа ла ташҡыны ҡайтып бөтмәгән йылғаны кисеп сығалар. Бара биргәс, ташландыҡ айыу өңөнә тап булып, шунда төн үткәрәләр. Айыу килеп инмәһен өсөн, өңдөң тишеген коро ағас ботаҡтары йыйып ҡаплайҙар.Таң атыу менән, айыу өңөнә ҡайтмағанына ҡыуанып, тағы ла төпкәрәк, ҡара урман эсенә югерәләр.
Бер аҙ барғас, айыуға тап булалар.
“ Айыу яңы ғына йоҡоһонан уянып, өңөнән сыҡҡас, асыҡҡандыр! Беҙҙе ашар инде!” – тип, һөйләшәләр икән ҡасҡалаҡ ҡыҙҙар. Ә үҙҙәре ҡуҙғалырға ҡурҡып, ҡосаҡлашып айыуға ҡарап тора башлағандар. Айыу ҙа, үрә баҫып, ҡыҙҙарҙы күҙәтә. Бер аҙ шулай ҡарашып торғас, Зөһрә телгә килә.
“ Олатай, беҙҙе ебәр инде, беҙ һинең башҡа ояңа инмәйбеҙ! Беҙҙең
итебеҙ ҙә тәмһеҙ, ФЗО ла һаҫып бөттөк инде. Башыбыҙ ҙа бетле!”-тигән. Айыу аңлаған кеүек, артына йығылып кире яҡҡа сабып китә. Зөһрәнең .әхирәттәре:
-Ҡара әле, һине айыу аңланы бит!-тип аптырайҙар.
-Ул бит, беҙҙе йәлләне!-тип яуап биргән Зөһрә. Урман эсендә ағас
ҡайыры кимереп, яңы сығып килгән үлән тамырҙарын, имән әкәләһен ашай-ашай, аҙна буйы урманда йөрөйҙәр.
Көндөҙ йылы булһа ла, кис һыуыта. Улар кис менән ҡыуыш ҡороп, кипкән япраҡтарҙы йыйып, шуға күмелеп йоҡлай торған булғандар.
Бер ваҡыт, шулай йөрөй торғас, ниндәйҙер урыҫ ауылына юлығалар.
Оста, бер үҙе йәшәгән марья әбейгә, ҡурҡып ҡына, килеп инәләр. Марья әбейе уларҙы картуф, тоҙло кәбеҫтә ашатып, ҡайҙа барырға юлды өйрәтеп, оҙатып ҡала. Тамаҡтары туйған ҡыҙҙар ҡыуана-ҡыуана, һаман да һуғышҡа китеү уйы менән, ашыға, ашыға район үҙәгенә килеп етәләр. Ләкин уларҙы , был ауылда милиция көтөп торған була.
Ҡыҙҙарҙы ҡулға алалар. Шул төн Зөһрә, икенсе дуҫ ҡыҙын юғалта. Зөһрә апай: “ Ул ҡыҙ шул хәтлем һылыу ине!” тип иҫкә ала.
"Шул һылыулығы ғына башына етте! Ул ҡыҙҙы төнө буйы иҫерек ике ир көсләне. Уның “Ярҙам итегеҙ!”-тип ҡысҡырғаны, иҫрек ирҙәрҙең хахылдап көлөүен ишетеп, дер ҡалтырап ултырҙыҡ.Үлтерһәләр үлтерһендәр, беҙ уларҙың бер еренә генә тибәйек!-тип, һөйләшеп ҡуйҙыҡ!-тип иҫкә алып яҙған Зөһрә апай. Шулай, керфек тә ҡаҡмайынса, үҙҙәренең сиратын көтөп, төн үткәрәләр.Таң алдынан иптәш ҡыҙҙарының тауышы тынғас ҡына, йоҡлап китәләр…..
Иртәгеһен тышҡа сыҡһалар, алама һарайҙа әхирәтенең аҫылынып торғанын күрәләр. Ҡыҙҙы күмеп тә тормайҙар, теге ирҙәр һыуға ырғыталар.
Шул көндөң иртәгеһенә үк, уларҙы “Дизиртер”-исеме тағып, һигеҙәр йыл биреп, төрмәгә ултырталар.
Бер йылдан һуң һуғыш бөтә. Һуғыштан һуң, Зөһрә апайҙы төрмәнән сығаралар……
Ире һуғышта үлеп ҡалһа ла, Наҙы ауылына ҡайта. Йәй буйына утын
әҙерләй,бесән саба. Ҡайны менән ҡәйнәһенә ярарға тырыша. Ләкин уға кәмһетеп, артыҡ тамаҡ итеп ҡарайҙар. Ул кире Бикбулатҡа ҡайта.
Энеһе Әхнәфтең һуғышта юғалып ҡалыуын ишетеп, “Бәлки ҡайтыр әле!"-тигән өмөт менән оҙаҡ йылдар көтөп йәшәй.
Рәхимә Вәлиуллина.
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас