+3 °С
Облачно


«Мине бына нимә борсой. Инстаграмда ҡатынығыҙҙың ҡайҙалыр күсеп китеү өсөн әйберҙәр йыйыуы хаҡында уҡыным. Ҡазанда ла, Өфөлә лә йәшәүегеҙ менән килештем инде. Ләкин өсөнсө ҡаланы һайламайһығыҙҙыр бит?», — тип ҡыҙыҡһынды Радий Хәбиров.
«Беҙ республикала», — тип яуапланы Радик.
Бөгөн иһә артистың ваҡытлыса Рәсәйҙән ситкә күсенеүе билдәле булды. Элвин Грейҙың продюсеры Александр Слюсаренко хәбәр итеүенсә, ул ҡатыны Инзилә менән ай ярым Таиландта йәшәргә йыйына. Сит илдә ул яңы альбом өҫтөндә эшләргә ниәтләй.