

Зәбирә Таһирҙы ҡыҙы менән таныштырырға өйөнә саҡырҙы.
Ҡыҙы Нәбирә Таһирҙы күргәс тә яратманы ғына түгел,хатта ҡабул итмәне.Әсәһенең:
-Ҡыҙым,таныш бул.Был Таһир исемле ағай.Ул беҙгә йәшәргә килә .Һиңә атай буласаҡ,-тип әйтеүе ҡыҙға уҡ булып ҡаҙалды.
-Нисек инде,атайым була?-тип ҡысҡырғанын үҙе лә һиҙмәй ҡалды.Шул арала иларға етешеп, йәш аралаш һораулы ҡарашын әсәһенә төбәне :
-Юҡ минең атайым, булғаны юҡ,булмаясаҡ та.Был кешеңде мин атай тип әйтмәйем, -тип ҡырт боролоп өйҙән сығып китте.
Былай булырын көтмәгәйне Зәбирә.Артынан эйәреп сығырға уйланы ла туҡтап ҡалды. Үҙе лә саҡ илап ебәреүҙән тыйылып ,Таһирға ҡалҡып ҡараны. Таһир сабыр ғына Зәбирәгә:
-Зәбирә,ашыҡтырмайыҡ баланы.Үҙе белә.Мин бит урамдан килеп ингән кеше.Әлбиттә ,әле ҡыйын уға.Һеҙ бит икәү генә йәшәп өйрәнгәнһегеҙ.Башта бер-беребеҙҙе өйрәнәйек.Унан күҙ күрер,-тип тыныс ҡына Зәбирәнең арҡаһынан ҡағып йыуатты.
Таһирҙы ауыр ҡабул итте Нәбирә.
-Нисек,инде ошоға тиклем булмаған атай?Ҡайҙан килеп сыҡҡан ул?Ҡайҙа булған мин тыуғанда?Мин үҫкәндә ҡайҙа йөрөгән?Ни эшләп балалар баҡсаһына етәкләп бармаған?Мәктәпкә лә әсәһе менән генә барҙы.
Юҡ,хәҙер уның кәрәге юҡ Нәбирәгә.Уға атай кәрәкмәй.Әсәһе булһа-шул еткән.Ошоға тиклем атайһыҙ йәшәнеләр бит.Артабан да йәшәрҙәр.Бәлки, ул ана Зифа инәһенең ире кеүек эсәлер. Шул эскесе атаһы арҡаһында Лизалар өс көндөң берендә кешелә йоҡлап көн күрә.Күберәген Нәбирәләргә киләләр.
Нәбирә үҙен белә -белгәндән әсәһе менән генә йәшәй.Иң яҡын берҙән –бер кешеһе лә әсәһе.Ҡыяматлыҡ Зифа инәһенән башҡа уларҙың яҡындары юҡ.
Әсәһе Зәбирә -ташландыҡ бала.Эйе,әсәһен тапҡас та өләсәһе уны балалар табыу йортонда ҡалдырып киткән. Зәбирә балалар йортонда үҫкән.
Балалар йортонан һуң ҡыҙ тегенсе һөнәренә уҡып сыға.Эшкә урынлаша.Дөйөм ятаҡта йәшәй.Ринат исемле егет менән таныша. Бер күреүҙән ғашиҡ йәндәрҙең мөхәббәте үкенескә була. Инде өйләнергә уйлап йөрөгән Ринат, ата-әсәһенә йөрөгән ҡыҙының детдом балаһы икәнен еткерә.Шунан башлана дауыл.Бик һауалы ата-әсә был никахҡа ҡаршы сыға. Аралар һыуына.Ринат эшен,ата-әсәһен,Зәбирәне ташлап ,ситкә сығып китә. Үҙе тураһында бер ни белгертмәй.
Был ваҡытта Зәбирә буйға уҙған була. Баланы таба. Морон төртөр урыны булмаһа ла балаһын ҡалдырыу тигән уй башына ла инеп сыҡмай.Юғиһә, больницала уҡ бер ҡатын теңкәһен ҡоротто:
–Үҙең бала ғынаһың,бер кемең юҡ.Нисек үҫтермәк булаһың?Бала менән тормошоңдо яңынан ҡороу ҙа ауырға тура килер.Бына мин ҡырҡты үтеп саҡ бала таптым.Ирем профессор.Бир миңә балаңды.Игеҙ булып үҫер ҙә китер.Минеке малай,һинеке ҡыҙ.Бер- береһенә иптәш булырҙар.Уйла әле,һеңлем.Беҙ һиңә аҡсаһын түләрбеҙ.Етеш йәшәйбеҙ,балаң бер мохтаж кисермәҫ,- тип артынан ҡалманы.Зәбирә түҙмәне,нәфрәт тулы ҡарашын, уҡтай ҡаҙап, теге ҡатынға:
-Юҡ,мин баламды бер кемгә лә бирмәйем.Ул минеке. Уны кемгәлер бирергә тип тапманым.Эсемә һыйған бала тышыма ла һыйыр.Мине өгөтләп маташмағыҙ.Беҙҙең ҡайтыр урыныбыҙ бар,-тип ҡаты итеп әйткәс кенә теге ҡатын башҡаса өндәшмәне.
Зәбирәне бала табыу йортонан ҡыяматлыҡ Зифа апаһы килеп алды. Үҙенең сыйырсыҡ ояһындай ғына өйөндә ике бала,эскән мыжыҡ ир янында ҡыйынлыҡ менән булһа ла балаһы менән Зәбирәгә лә урын табылды.Аллаһының рәхмәтендә булһын Зифа апаһы.Шул тиклем ярҙам итте Зәбирәгә.Юғиһә, балалар йортонан ғына сыҡҡан ҡыҙ тормош һынауҙарына яңғыҙы ғына ҡаршы тора алыр инеме икән? Икеле.
Апаһының әрһеҙлеге менән балаһының йәше тулыуға өйлө булдылар. Хөкүмәт етемдәр өсөн төҙөлгән өйҙән бер бүлмәле фатир бүлде.
Бына хәҙер ун йылдан ашыу инде ожмах күренгән ошо мөйөштәрендә әсәле-ҡыҙлы тыныс ҡына ғүмер итәләр.Зифа инәһенең ире Борхан олатай эсеп ҡаңғырһа, ҡыҙҙары менән инәһе килә йоҡларға.Бүтән сит- яттар уларҙың өйөндә ҡуна ҡалғаны юҡ.
Ер –һыу илап,теше-тырнағы менән Таһирҙың уларға йәшәргә килеүенә ҡаршы булһа ла ҡыҙ аҡрынлап баҫылды.Әсәһен йәлләне буғай.
-Әсәйемде лә аңларға кәрәктер.Әле ул йәш.Уның да һөйөп һөйөлгөһө,тулы ғаилә ҡорғоһо киләлер.Күптән ата-әсә наҙынан мәхрүм,минең арҡала һаман ирһеҙ ҙә ултырмаҫ,- тип уйлап,әсәһе хаҡына ризаһыҙлығын белдермәҫкә тырышты.
Былай ҡарап тороуға Таһир ағай тыныс,аҡыллы ғына күренә.Күп тә һөйләмәй.Әсәһе менән дә яғымлы,итәғәтле һөйләшә.Үҙе Нәбирәгә иғтибар итмәй,ҡыҙ уның өсөн бар ней, юҡ ней.Иң мөһиме -эсмәй,тартмай.Эш сәғәте бөтөү менән ҡайтып етә.Ана Зифа инәһенең ире эсеүҙән башы сыҡмай.Ҡыҙҙарына ла көн күрһәтмәй.Йүнле-башлы эшләмәй ҙә үҙе.
Таһир ағай хатта ғаилә лә ҡороп өлгөрмәгән. Нәбирә әсәһе аша Таһирҙың йыраҡ ҡына райондан икәнен белде.Ғаиләлә яңғыҙ ғына үҫкән. Ике йыл элек ҙур ҡайғы кисергән.Район үҙәгенә генә барып ҡайтабыҙ тип сыҡҡан ата-әсәһе, ҡурҡыныс аварияла һәләк була.Улдарын өйләндереп, туй яһарға ла насип булмай уларға.Башта ауыр ҡайғынан шаңҡып ҡала Таһир.Бер йыл ауылда яңғыҙ йәшәгәс, ата-әсә йортон һатып Нәбирәләр йәшәгән бәләкәй ҡалаға күсеп килә. Һөнәре буйынса электрик.Бер бүлмәле фатир алып
йәшәгәненә бер йыл ғына.Элемтә үҙәгенә эшкә урынлаша.Зәбирә менән теген цехына электр сымдарын яңыртып йөрөгәндә танышты.
Таһир ,телде йоторлоҡ итеп,хатта ашарға ла бешерә белә.Анда –һаяҡ ҡына ашарға саҡырыуын иҫәпкә алмағанда,Нәбирәгә артыҡ һүҙ ҡушып маҙаһыҙламай. Ҡайһы ваҡыт ҡына күҙҙәр осрашып китһә, үҙ итеп кенә йылмайып ҡуя.Шул саҡ барыбер ҙә Нәбирәләге эске тауыш:
- Нисек кенә йылмаймаһын ,ул сит кеше,ят,үгәй,һинең үҙ атайың түгел,- тип иҫкәртеп тора.
Ҡыуанысҡа күрә,Таһир менән әсәһе менән татыу ғына йәшәп киттеләр.Бер аҙ йәшәгәс, загсҡа барып яҙылыштылар.Икәүһенең берәр бүлмәле фатирҙарын ике бүлмәлегә алыштырҙылар.Ни тиһәң дә, тиҙҙән ғаилә ишәйәсәк, тип иҫәп тотто икеһе лә. Шулай булмай тағы.Тормоштоң бит мәғәнәһе шунда!
Фатирҙарын ҙурайтыу Нәбирә өсөн шатлыҡ ҡына булды.Хәҙер уның үҙенең мөйөшө бар.Дәрестән ҡайтып ашап алғас, үҙ бүлмәһенә инеп бикләнеп тә ҡуя.Дәресен әҙерләүгә лә йәтеш булды.Айырым бүлмәнең булыуы Таһирҙың күҙенә бик салынып бармаҫҡа ла яҡшы.
Ике бүлмәле фатирға күсеү менән Таһирға ла эш күбәйҙе.Эштән һуң өйҙә ремонт менән булды.Кухняға үҙ ҡулдары менән бик матур өҫтәл эшләп ултыртты.Әсәһе лә һуңғы ваҡытта балҡып киткән һымаҡ тойолдо Нәбирәгә.Таһир эштән ҡай саҡ әсәһен ҡаршы ала.Бер сәбәпһеҙ ҡыҙға ла,әсәһенә лә сәскәләр,торт тотоп ҡайтҡылай. Таһирҙың иғтибарын һаман да сит кеше итеп ҡабул итә Нәбирә.Таһир ҙа быны һиҙә,артыҡ әрһеҙләшмәй.
Һуңғы арала әсәһенең башы әйләнеп,берҙә юҡҡа уҡшып ҡоҫоуын Таһир ҙа,әсәһе лә ҙур ҡыуаныс итеп ҡабул итһә,ҡыҙ әле уны-быны аңламай ине.Зифа инәһенең ҡыҙҙары икәү булғас,их минең дә һеңлем булһын ине ,тип хыялланған сағы бар былай.Таһир, моғайын, малай тураһында хыялланалыр.Зәбирә үҙе генә кем булһа ла һау булһын тип теләйәҙер.Ата-менән әсә асыҡтан- асыҡ ҡыуандылар,шатлыҡтарын йәшермәнеләр.Әсәһе, бәлки, һиңә берәй туған да алып ҡайтырбыҙ тигәс, ҡыҙы үрле-ҡырлы һикерҙе.Нәбирә лә үтә шат ине был яңылыҡҡа,тик тышҡа сығарманы. Ни өсөндөр Таһирҙы ҡыуандырғыһы килмәне.
Зәбирә үҙенең йөклөлөгөн тикшертер өсөн ирен эйәртеп дауаханаға килде. Йөрәк өшөткөс хәбәрҙе иң тәүҙә врач Таһирҙың үҙенә әйтте.Торған еренән сайҡалып китте ир,күҙ алдары ҡараңғыланды.Тыны ҡурылды. Ҙур шатлыҡ ишетеп, ҡыуанырға килгән иргә врачтар ҡатынының башында яман шеш барлығын әйттеләр.Кисекмәҫтән операцияға яҙҙылар.
Үкенес,сир аҙған ине.Зәбирә һауыға алманы.Операциянан һуң ярты йыл тирәһе йәшәп, баҡый донъяға күсте. Ун ике йәшендә үкһеҙ етем тороп ҡалды Нәбирә.Илап ,шешенеп бөткән ҡыҙҙы Зифа инәһе ҡосағына алып йыуатҡан булды.Таһирҙың үҙе хәле үҙенә тигәндәй. Зәбирәне ҡуйғансы томан эсендә йөрөнө.
Әсәһе үлеп ,аҙна үтеүгә ,Нәбирә йоҡлап ятҡанда һөйләнә-һөйләнә илаған тауышҡа уянып китте.Аңлай алмай ятты бер килке.Аптырағас ,тороп кейенде
лә сығырға тип бүлмәһенең ишеген асты. Зифа инәһе менән Таһирҙың тауыштарын танып туҡтап ҡалды.
-Һуң,ҡалайтайым,Таһир,ала алмайым шул мин Нәбирәне үҙемә.Беләһең бит иремдең эскәнен.Өс көндөң берендә кешелә ҡунабыҙ.Юҡ,Борхандың эскәнен белһә,опека бирмәйәсәк тә миңә.Бер яҡынһыҙ тороп ҡалды бала. Шул детдом ҡала инде.
- Зәбирәне ҡуйғандың икенсе көнөндә үк опеканыҡылар килде .Мин бит берәй яҡынын эҙләп ҡарармын, тип бер аҙна ваҡыт биреүҙәрен һораным.Һеҙгә ышанғайным бит әле.Нәбирәне һис тә детдомға биргем килмәй минең .Әсәһе лә миңә рәнйеп ятыр төҫлө.
-Һуң улай биргең килмәгәс,Таһир,үҙеңә юллаһаң ней була.Зәбирә менән яҙылышҡанығыҙ.Йәшәр урының ,эшләгән эшең бар.Моғайын,ҡаршы килмәҫ ул опека. Детдом детдом була инде.
-Мин риза ла ул үҙемә алырға.Тик бына Нәбирә үҙе риза булмаҫ тейем.Ни өсөндөр мине әле булһа сит күргән кеүек. Берҙә генә ылыҡмай.
-Улай тимә әле,Таһир үҙеңдең уйыңда булғас,әйҙә ипләп кенә яйын тура килтереп һөйләш.Инде хәҙер уны-мыны аңларлыҡ бала бит .Бәлки,риза ла булыр.Күҙ алдында үҫкән баланы тота килеп детдомға ебәреүе миңә лә анһат түгел.Былай ней бергә-бергә көңгөр-ҡаңғыр йәшәр инек әле .
Көнө буйы эштә нисек һүҙ башларға план ҡороп йөрөгән Таһир, эштән ҡайтҡас ,әкрен генә Нәбирәнең бүлмәһен асып инде.Нәбирә дәрес әҙерләй ине.Ингәс тә бер һүҙҙе ике ҡабатлап һөйләшеүҙе нисек башларға белмәй ҡаңғырҙы.Аптырағас,ултырғыс алып ултырҙы.Тулҡынланыуын йәшерә алмай йонсоно ла ахыр ҙа:
-Нәбирә,һинең менән һөйләшергә ине. Саҡ ҡына ваҡытың булһа инде -,тип һүҙ башланы Таһир.Нәбирә уға ҡарамай ғына:
-Мин беләм нимәгә ингәнеңде.Детдомға барырға әйберҙәремде йыйырға ҡушаһың.Зифа инәй менән һөйләшәкәнегеҙҙе ишеттем.Ул мине үҙенә ала алмай.Хәҙер минең бер кемем дә юҡ.Шулай булғас, билдәле, детдом ҡала инде.Минең детдомға барғым килмәй.Әсәйем гел шул детдомды һөйләп илай торғайны.Юҡ,мин унда бармайым,-тип шәмәргән күҙҙәрен Таһирға төбәне.
-Юҡ шул,мин икенсе нәмә тураһында.Әгәр ҙә риза булһаң, минең менән йәшәргә ,мин һине детдомға бирмәйем тип уйлағайным. Риза булһаң инде.Беҙ бит әсәйең менән яҙылышҡанбыҙ,ни тиһәң дә мин һинең үгәй булһа ла атайың булам.Бөтәһе лә һинән тора.Ә мин берҙә генә һинән айырылғым килмәй.Минән шәп атай сығыуын сыҡмаҫ. Бик үк маҡтарлыҡ та кеше түгелмендер.Атай булып ҡарағаным да юҡ.Минең һине детдомға бирәһем килмәй.Әйҙә икәүләп йәшәп ҡарайыҡ әле .Һин бит инде хәҙер үҫкән ҡыҙ.Нисек уйлайһың Нәбирә?Ризамы ошо тәҡдимгә?Йә әйт инде,-Таһирҙың тауышы ҡалтыранды.Быға тиклем саҡ түҙгән Таһир күҙ йәштәрен тыя алманы. Сөбөрҙәп аҡты күҙ йәштәре.Таһирҙың илағанын күреп,Нәбирә иҫе китеп аптыраны.Ир кеше лә илаймы икән ни?Таһир бит әсәһе үлгәндә лә иламаны,таш һымаҡ ҡатып тик йөрөнө.Ҡара,хәҙер күҙ йәштәрен тыя алмай.Шул тиклем йәл булып китте Таһир Нәбирәгә.Ҡапыл һикереп тороп,
үгәй атаһын ҡосаҡлап алғанын һиҙмәй ҙә ҡалды.Күҙ йәштәренә мансылған ҡыҙ Таһирҙың муйынына һырылып, үҙе лә ҡушылып иланы.
Ете ят ,сит кешеләрҙе уртаҡ ҡайғы яҡынайтты бер-береһенә.Таһир үҙе лә ҡосаҡлап алды ҡыҙҙы.Ҡыҙҙың арҡаһынан яратты.
Илап баҫылғас, Нәбирә үгәй атаһының күҙ йәштәрен һөрттө. Таһир ҙа үҙен ҡулға алды.
-Нәбирә,әсәйең хаҡына бергә йәшәйек.Уның йәне лә ҡыуаныр беҙҙең бергә йәшәгәнгә.Тыныс йоҡлар.Юҡһа,әсәйең миңә үпкәләр төҫлө.Ҡыҙ Таһирҙың яурынына башын һалып, риза икәнен белдереп башын һелкте.
Таһир яҡшы атай булып сыҡты.Баштараҡ ашарға үҙе бешерһә,әкренләп Нәбирәне лә өйрәтте.Эштән ҡайтҡан ваҡыттарында Зифаның ҡыҙҙары менән Нәбирәгә киноға билет алып ҡыуандырҙы.Буш ваҡыттарында мәктәпкә йөрөнө,Нәбирәнең уҡыуы менән ҡыҙыҡһынды.Йыш ҡына Зифа инәһе инә-сыға йөрөнө.Борхан олатаһы эскән саҡта ҡунып та ҡалдылар.Әкренләп Нәбирә Таһирға ылыҡты.Шулай ҙа уны алдынан да ,артынан да атай тип әйтергә ашыҡманы.Бәлки, әйтер ҙә ине.Ҡайһы бер изгелекле йәндәр Таһирҙың ҡыҙға үгәй икәнен, Нәбирәнең уға бөтөнләй сит икәнен иҫкәртеп кенә торҙолар.
Ни генә тимәһендәр, Таһир иғтибарын,наҙын ҡыҙғанманы.Ҡыҙға дәресен дә әҙерләште,ата-әсәләр йыйылышына йөрөнө. Аҡсаһын да йәлләмәне,Нәбирәне матур итеп кейендерҙе,кәрәк- ярағына тип ҡулына ла аҡса тотторҙо.Бер ваҡытта ла нимәгә тотондоң,ҡайҙа иттең тип отчет талап итмәне.Ҡыҙ үҙе лә аҡыллы булып сыҡты,Таһирҙың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә тырышты.Әйткәнен тыңланы,кәңәштәренә ҡолаҡ һалды.
Мәктәптә лә үҙен тик ыңғай яҡтан күрһәтте. Тырыш,тәрбиәле уҡыусыны уҡытыусылар ҙа яратты.
Ваҡыт- дауа тейҙәр. Тормош уларҙы икәү йәшәргә,бер-береһе менән аралашырға өйрәтте .Бергә аш –һыу әҙерләп,ҡара –ҡаршы ашарға ултырҙылар,яңылыҡтарын бүлештеләр,әсәһен иҫкә алдылар.
Аҙ һүҙле,ипле Таһир тора -бара ҡыҙға яҡын тойола башланы. Әсәһе булғанда Таһирҙың эштән һуң ғына ҡайтыуын теләһә,хәҙер күҙ ҙә ҡаш Таһирҙы тәҙрәнән -тәҙрәгә йөрөп көтөп ала.Йыш ҡына Зифа инәләре килгеләй.Аныһын- быныһын өйрәтеп,хәлдәрен белеп китә.
Зәбирәнең үлеүенә бер йыл тигәндә мәсеттә аят уҡытып,зыяратҡа барып, ҡәберен тәрбиәләнеләр.Бер нисә тапҡыр Зифа инәһенең ҡыҙҙары менән Таһир Нәбирәне тәбиғәткә ял итергә алып сыҡты.Үҙ итте Нәбирә Таһирҙы, әммә атай тип әйтә алманы.
Ҡыҙға ун дүрт йәш тулғайны.Бер көн Таһир эштән иртәрәк ҡайтып инде лә йылмайып Нәбирәгә ҡараны. Ҡыҙ үҙ бүлмәһендә иркенләп дәресен ҡарай ине.
-Нәбирә,һинең менән миңә һөйләшеп алырға кәрәк ине,-тине Таһир яғымлы ғына.Һин асыуланма инде,мин бер ҡатын менән танышҡайным. Исеме-Ғәлиә.Ярты йыл тирәһе инде дуҫлашып йөрөгәнгә.Ул да мин эшләгән ерҙә эшләй.Әгәр мин шул апайға өйләнәм тиһәм, һин нисек ҡарайһың?
Был тиклемде үк көтмәгәндер Нәбирә.Шунда уҡ ҡыҙҙың йәшле күҙҙәре түбән эйелде.Ишетелер –ишетмәҫ кенә:
-Миңә детдомғамы,мин унда бармайым,һин китһәң, яңғыҙым йәшәйәсәкмен,-тине лә урынынан һикереп торҙо.Таһир Нәбирәне ҡосаҡлап алды.
-Юҡ,мин бер ҡайҙа ла китмәйем. Мин сығып китәм икән ,хәҙер опекундар килеп етәсәк,һинең барыу -бармауыңа ҡарамай,детдомға оҙатасаҡтар.Һин бит әле бәлиғ йәшкә етмәгәнһең.Әгәр ҡаршы булмаһаң, Ғәлиәне бында алып килер инем.Беҙ икәүләп уға бара алмайбыҙ,сөнки уның бәлкәй генә бер бүлмә,урын юҡ.Нисек уйлайһың,әгәр Ғәлиә килһә, бергә йәшәй алырбыҙмы? Ҡаршы түгелһеңме?
Ҡыҙ танауын мырш -мырш тартып, мин риза тигәнде аңлатып башын һелкте лә, түгелеп илап ебәрҙе.Берҙән-бер яҡын кешеһенә нисек ҡаршы килһен инде?Эй бала,иң ҡурҡҡаны детдом бит инде.Әсәһе әҙ илап һөйләнеме һуң?
Таһир Ғәлиә менән эшендә танышты. Йәмшек танаулы,нәҙек иренле, күк күҙле,оҙон ғына буйлы ҡатын ашханаға кассир булып килгәйне.Башта күҙгә лә салынмаған йәш ҡатын үҙенең әрһеҙлеге менән тора-бараТаһирҙың иғтибарын яулап алды. Бергә эшләгән дуҫы Марат:
-Ҡара егет,башыңды юғалтма,һаҡ бул. Һиңә дегәнәк кеүек йәбешергә самалай түгелме Ғәлиә,- тип көлөп тә алғайны.Дегәнәк булдымы,бөргәкме,иллә- мәгәр Таһирҙы ҡороҡланы. Үҙе тәүге иренән айырылған,балаһы юҡ. Йәш –елкенсәк түгел инде икеһе лә. Ҡарамаҡҡа бик күркәм булмаһа ла үтеп –сығып бара.Кешенең эсенә инә белә.Шул әрһеҙлеге ярҙам итте бит инде Таһирҙы ҡороҡларға. Кешене теле менән арбай. Моғайын, Нәбирәне лә үҙ итер.Үҙенең әле балаһы юҡ,шулай булғас ҡыҙҙы яратыр,ситкә типмәҫ тип өмөтләнде Таһир.Ни тиһәң дә Нәбирә ҡыҙ кеше,уға әсәй кәрәк.Етмәһә,ҡыҙ үҫмер йәшендә.Был йәштә ҡыҙҙар әсә наҙына,кәңәшенә мохтаж. Шуны уйлап, тәүәкәлләргә уйланы ир.