Даирә
+23 °С
Ясно
Мәҙәниәт
26 Мая 2021, 10:33

Бишауыл-Уңғарҙа - яулыҡ байрамы

Яулыҡ ҡатын-ҡыҙҙар өсөн матурлыҡ функцияһын ғына үтәмәй. Элек-электән яулыҡты күҙ тейеүҙән, сир-зәхмәттәр һайлап тип һанағандар. Хатта ауырыған бабаларҙы ҡыҙыл төҫтәге яулыҡҡа төрөп өшкөргәндәр. Бишауыл-Уңғар ауылындағы үткән "Аллы-гөллө яулығым" байрамында ла ағинәйҙәр ошо хаҡта һөйләште. Сараға күрше Мөҡсин ауылы ағинәйҙәре лә саҡырыла. Бишауыл-Уңғар ауылы клубында эшләп килгән "Мираҫ" фольклор ансамбле, "Сатҡылар" балалалар халыҡ инструменталь коллективы сығыштары, "Илһам" әҙәбиәт түңәрәге ағзаларының шиғырҙары һәм башҡа концерт номерҙары һәр кемдең күңеленә хуш килә. Күрше Мөҡсин ауылы ағинәйҙәре лә буш килмәгән. Улар ҡуйған скетчтар, йыр-моң кәйефтәрҙе тағы ла күтәреп ебәрҙе, ти мәҙәни ойоштороусы Фәһимә Абдрафиҡова. сара тураһында мәҡәләне гәзиттең алдағы һандарының береһендә уҡырһығыҙ.

Читайте нас