Ауылға был килеүемдә ураҙа байрамы хөрмәтенә әсәйем ҡатын-ҡыҙҙарҙы саҡырҙы. Мин аш бүлмәһендә булышып йөрөгәндә, доға уҡыусы ҡатындың һөйкөмлө, моңло тауышы ихтибарымды йәлеп итте. Ҡыҙыҡһыныуымды еңә алмай, алғы бүлмәгә күҙемде һалдым һәм шаҡ ҡаттым. Шундай моңло тауышлы ҡатындың шул хәтлем йөҙгә йәмһеҙ булыуы мине икеләтә шаңҡытты. Битендә ҡыҙыл тамғалар, күҙендә ҡара күҙлек, китап тотҡан ҡулында бер генә бармаҡ һерәйеп тора. Доғалар уҡылып бөтөп, сәй эскәс, ул башҡа ҡатындар кеүек һуҙылып ултырып, ауыл яңылыҡтары тураһында ла һөйләшмәйенсә, тиҙ генә генә йыйынды ла, аҡһай-аҡһай ауыл осондағы бәләкәй йортҡа йүнәлде. «Беҙҙең ауылдыҡы түгел, ниндәй сәйер ҡатын икән ул?”,- тигән уй тынғылыҡ бирмәне миңә, ураған һайын уның йөҙө күҙ алдыма килеп баҫты. Күңелем менән һиҙәм, ниндәйҙер ҡазаға тарыған бисара ҡатын, тиктән генә ундай аяныс хәлгә инмәгәндер. Етмәһә әсәйем дә, ҡатындарҙы оҙатам тип сығып китте лә юҡ булды. Шуға күрәлерме, әсәйем килеп инеү менән, ул ҡатын тураһында һорашмайынса булдыра алманым һәм ошо ғибрәтле хәбәрҙе ишеттем.
…Бөгөн Хәлиҙә кесе ҡыҙын кейәү йортона оҙата. Күптән түгел шундай матур туй яһап төпсөк ҡыҙын да башлы- күҙле иттеләр. Туй мәжлесе ял йорто ашханаһында бик матур үтте. Ҡоҙа- ҡоҙағыйҙары бик итәғәтле кешеләр булып сыҡты, кейәү ҙә ҡарап тороуға тыныс холоҡло күренде, тағы шуныһы оҡшаны Хәлиҙәгә, туй барышында кейәүе бер тапҡыр ҙа рюмкә күтәрмәне. Балаларҙың шат йөҙҙәренә ҡарап: “Бәхете генә булһын балаҡайымдың”, - тип ҡат-ҡат теләне Хәлиҙә. Ана оло апайҙары ниндәй һәйбәт донъя ҡорҙолар. Береһе Өфөлә, икенсеһе Себерҙә. Береһенән береһе матур өс бүләһе лә бар. Балалары әсәй тип өҙөлөп торалар. Тик бына ире… Ана бит күрмәгән арала шешәне алып, стаканға ҡойоп, эсеп тә ебәрҙе. Хәлиҙәнең : “Хисаметдин, етәр”,- тип әйтеүенә: “ Өйрәтмә!”, - тип теш араһынан ыҫылданы. Эстән генә көрһөндө лә Хәлиҙә, башҡа өндәшмәҫкә булды. Белә ул холҡон иренең, тағы бер һүҙ әйт, кеше-фәлән эргәлә бар тип тормаҫ, өс ҡатлынан һүгенер, тартынып тормаҫ, йоҙроғон да хутҡа ебәрер. Хисаметдине ике рюмкәне төп күтәрә эсте лә, диванда ултырған еренән йоҡлап та китте.
Ул арала ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар хушлаша ла башланы. Хәлиҙә һәр- береһенә алдан әҙерләп ҡуйған күстәнәстәрен тотторҙо. Ҡыҙының һандығын бер асып, бер ябып, биреп ебәрә торған әйберҙәрен теүәлләне. Ниһәйәт, килен оҙатыу йолаһын урын-еренә еткереп, кейәү бүләктәрен алып, ҡыҙ менән кейәүен машинаға ултыртып, хушлаштылар. Машина ҡуҙғалып, ауыл осона еткәс кенә, Хәлиҙә кесе ҡыҙының да бөтөнләйгә ата йортон ташлап, был өйгә хәҙер ҡунаҡ ҡына булып килерен аңлап, эсе бошоп китте, күңеле тулып, ирекһеҙҙән күҙ йәштәре тәгәрәне.
Ул арала йәш килен- киленсәктәр һауыт-һабаларҙы йыуып, өйҙө йыйыштырып, һәр- береһе йорттарына таралышты. Көнө буйы иртәндән шаулап торған өйҙә тынлыҡ урынлашты. Ара- тирә был тынлыҡты Хисаметдиндең генә йә тешен шығырҙатыуы, йә ғырылдауы боҙа ине. Хәлиҙә уның йоҡоһын боҙмайым тип, ипләп кенә һауыт-һабаны, ултырғыстарҙы урындарына ултыртты ла, мал-тыуарын ҡарарға тышҡа юнәлде. Тиҙ генә тауыҡ- ҡаҙҙарын ашатып, һарайға япты. Ул арала Алаҡайы ла көтөүҙән ҡайтып етте. Ипләп кенә өйгә инеп, түшәккә ятҡас ҡына, Хәлиҙә үҙенең ныҡ арығанлығын һиҙҙе. Аллаға шөкөр, барыһы ла яҡшы үтте тип, эстән генә белгән доғаһын уҡып, күҙҙәрен йомдо.
Инде генә йоҡоға киткәйне, “Хәлиҙә, һин ҡайҙа?”,- тигән әсе тауышҡа тертләп уянды. “ Кәнтәй, һыу бир!”,- тип екеренде Хисаметдин. “ Торорға, һыу бирергә кәрәк”, - тип уйланы Хәмиҙә, тик тәне генә үҙенә бойһонорға теләмәне, аяҡ-ҡулдарына гер таҡҡандармы ни, башын ғына ҡалҡыта алды. Ул арала булмай, ултырғыстарҙы гөрһөлдәтә тибеп, баш осонда ире пәйҙә булды.
- Нимә йәйрәп ятаһың, ишетмәйһеңме?,- тип ҡысҡырҙы.
- Хәҙер, хәҙер торам, - тип бышылданы Хәлиҙә.
- Иреңде хөрмәт итеүең шулмы?
Иренең тос йоҙроғо Хәлиҙәнең баш осонда уйнаны. Шул арала көслө ҡулдар Хәлиҙәнең күкрәген ялмап алды, карауаттан күтәреп алып, әллә ҡайҙарға осорҙо. Башы өҫтәл тояғына бәрелеүҙән күҙҙәренә уттар күренде.
- Хисаметдин, туҡта… мин хәҙер, - тип үтенде. Ләкин сығарынан-сыҡҡан иренең күҙҙәре томаланған ине. Бына ул ҡулына эләккән ултырғысты алып, өҫтәл яғына киҙәнде. “Үлтерә, биллаһи үлтерә, - тигән уй башын ярып үтте Хәлиҙәнең, бар көсөн йыйып, өҫтәл аҫтына тәгәрәне. Ултырғыс гөрһөлдәп өҫтәл өҫтөнә төштө, бер нисә һауыт-һаба шылтырап иҙәнгә ҡойолдо.
- Кәнтәй, һин ҡайҙа? Үлтерәм!,- тип ажғырып бүлмәнән бүлмәгә югергеләне Хисаметдин. Тик Хәлиҙә тауыш бирмәне, тағы ла нығыраҡ йомарланды. Бына ире аш бүлмәһенә инде, шешәме, стаканмы сыңлағаны ишетелде. Моғайын, шешә төбөндә ҡалған араҡыны эсәлер. Ана алғы бүлмәгә сыҡты, диван шиғырҙаған тауыш ишетелде. Бер аҙҙан өйҙә тынлыҡ урынлашты. “ Йоҡланы шикелле”,- тип бер аҙ тынысланды Хәлиҙә. Ипләп кенә өҫтәл аҫтынан башын сығарып ҡараны, иренең йоҡлап китеүенә тамам инанғас, еңел тын алды,тик кире урынына барып ятманы, аяҡ остарына ғына баҫып, ишек яғына атланы.
Тышта ҡараңғы төшкән ине. Бөтә ауыл йоҡоға сумған, арлы-бирле эттәр өргән тауыштар ғына ишетелеп ҡала. Хәлиҙә уйҙарға сумып, оҙаҡ ҡына тупһала ултырҙы. Хисаметдине менән бергә йәшәгәндәренә лә утыҙ дүрт йыл, йорт –ҡуралары ныҡ, мал-тыуары ла етерлек. Йәш саҡтарында емертеп колхозда эшләнеләр, Хисаметдин тракторист, ә үҙе һауынсы булып. Бына үҙгәреш тигән нәмәләре башланып, колхоз- совхоздар юҡҡа сыҡҡас, икеһе лә эшһеҙ ҡалды. Бар ҡарап торғандары кәртә-ҡуралағы мал. Ә бит өс баланы үҫтерер кәрәк, уларға ашау-эсеүҙән башҡа, белем дә бирәһе бар. Ярай әле элекке ферма мөдире Зәйнулла тырышып- тырмашып бер нисә баш һыйырҙы фермала ҡалдырып, кооператив асып ебәрҙе лә, Хәлиҙәне эшкә алды. Хисаметдине лә мал ҡараусы булып урынлашты. Аҡсаһы күп булмаһа ла, иш янына ҡуш инде. Ә бит ауылда хәҙер эшһеҙ ҡалғандар етерлек. Тик Хисаметдине генә бик үҙ итмәне был эшен, саҡ ҡына төшөрһә, трактор алырға һин генә миңә арҡыры төштөң тип, Хәлиҙәне битәрләне. Йыйған аҡсалары ла бар ине , тик уларҙы балалар уҡытыуға тотондолар. Насар кеше түгел дә ул ире. Айныҡ саҡта ауыҙынан һүҙе лә сыҡмай, ә бына ауыҙына иҫерткес эсемлек эләкһә… Шым ғына йөрөгән бесәйҙән арыҫланға әйләнә лә ҡуя. Йәшерәк саҡта, ярай,йәшлеге менән шулай ҡыланалыр тип уйланы. Бер нисә тапҡыр әсәһенә лә ҡайтып ҡараны. Тик ире айнығып алһа, ғәфү итеүен ялбара ине. Олоғая башлағас, аҡыл ултырыр тип, үҙ-үҙен йыуата килде, етмәһә, ҡорған донъялары ла йәл ине. Тик холоҡ тигәнең, үҙгәрмәй икән. Ниндәй шатлыҡлы көндөң йәмен ебәрҙе.
Йоҡа кейем менән сыҡҡанлыҡтан, сентябрҙың һалҡын төнө тәндәрен семетеп алды, Хәлиҙә инде өшөй ҙә башланы. Инергә кәрәк, һалҡын алдырыуым бар, тип уйлап, ипләп кенә ишек тотҡаһына тотондо. Ишекте асыуы булды, ире дивандан һикереп тороп:
- Ҡайҙа йөрөйһөң, кемгә барҙың?, - тип аҡырып, уға табан атланы. Хәлиҙә ҡурҡышынан ишекте япты ла, һарай яғына югерҙе . Тауыш-тын сығарырға ҡурҡып, һарай ишегенә һөйәлде. Оҙаҡ тороуҙан аяҡтары ойоп, тәне ҡалтырай башланы, тик ҡымшанманы, Хисаметдиндең өйгә инеүен көттө. Ә уныһы ҡуҙғалырға ла уйламай, тупһала тик ултырыуын белә.
Түҙемлеге бөттө Хәлиҙәнең, әкрен генә атлап, кәртә артына юнәлде, бына картуф баҡсаһы аша үтте һәм әхирәтенең йортона ла күп ҡалманы. Әхирәте Сәрбиямал һәйбәт ҡатын, хәҙер ишеген асыр, икәүләп йылы сәй эсерҙәр, ҡайғыларын бүлешерҙәр. Тик әхирәтенең ишеге алдында ултырған машинаны күреү менән, уның бөтә өмөттәре һүнде. Ҡыҙы менән кейәүе килгән. Хәҙер ҡайҙа барырға? Юл уртаһында ҡатып ҡалды Хәлиҙә, тештәре тешкә теймәй ҡалтыранды, тамам туңды. Шул саҡ офоҡ артында ниндәйҙер ут күренгәндәй булды. Бәй, был бит фермала ут яна. Күңеленә йылы инде Хәлиҙәнең, ни тиһәң дә шунда ғүмере уҙҙы,Ғәлекәй ағаһының сәйнүге лә ҡайнайҙыр. Шәп-шәп атлап ферма яғына юнәлде ул. Шатлығынан тәндәре лә йылынып киткәндәй булды. Фермаға етеп килгәндә, тағы бер ут күренде. “Ҡара, Ғәлекәй ҡарт фонарен тотоп сыҡҡан, ферманы байҡайҙыр”,- тип уйланы ул һәм аҙымдарын шәбәйтте, ә теге ут уға табан атлағандай булды. “ Ах, шилма Ғәлекәй ҡарт, әллә әбейен төн уртаһында ҡайтып күҙәтергә уйлай инде? Ирҙәр бит барыһы ла бер иш, ышан инде уларға?”,- тигән уй үтте башынан. “Туҡта әле, бер мәрәкә булһын, ҡурҡытайым әле мин уны”,- тип ағас артына йәшенде. Ғәлекәй ҡарт тигәне, ниҙер һиҙенгәндәй, туҡтаны һәм әҙерәк торғас, ипләп кенә Хәлиҙә йәшенгән ағас эргәһенә яҡынлай башланы. Ул арала булмай, Хәлиҙә “вах” тип ҡысҡырып, Ғәлекәй ҡарт ҡаршыһына килеп тә баҫты. Бәй, был бит… Хәлиҙәнең тәндәре эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Уның ҡаршыһында ике күҙен йылтыратып, тештәрен ыржайтып, бүре тора ине! “ Йә, Хоҙай! Бер үлемдән ҡотолам тип, икенсеһенә килеп юлыҡтым”,- тигән уй йәшен тиҙлегендә мейеһен телеп үтте, бүренең ут кеүек янған күҙҙәренә ҡарап ҡатып ҡалды. Бына бүре артҡы аяҡтарына ултырҙы, кем-кемде еңер тигән уй менәнме, Хәлиҙәнең түҙемлеген һынамаҡ булыпмы, уның күҙҙәренә текәлде. Ошо минутта оҙон ғүмер үткәндәй тойолдо Хәлиҙәгә, балалары, туғандары, дуҫтары менән бәхилләште, берҙән-бер белгән Фәтихә сүрәһен ҡат-ҡат уҡыны. Ниһәйәт, бүренең түҙемлеге бөтөп, Хәлиҙәгә ҡаршы атланы, бик әкрен, бесәй һымаҡ ҡына … һәм йәшен тиҙлегендә Хәлиҙәнең өҫтөнә һикерҙе.
Таң атыуға йоҡлап киткән Ғәлекәй ҡарт, ҡот осҡос тауыш ишетеп, һикереп торҙо. Тиҙ генә мылтығын эләктерҙе лә, тышҡа атылды. Айыу һыйырҙы йыҡтымы әллә, тигән уй менән кәртәгә йүнәлде. Шул саҡ уның күҙе ферманан егерме-егерме биш метр алыҫлығындағы юлға тәштә. Ниндәйҙер хайуандармы, әллә кешеләрме, унда көрмәкләшкәндәй тойолдо. Ҡулындағы мылтығын ҡорҙо ла, шул яҡҡа әкрен генә атланы. Йә, Хоҙай, Ғәлекәй ҡарттың тәндәре зымбырлап китте: бүре менән кеше алыша, оҙаҡ көрәшеүҙән икеһе лә хәлһеҙләнгән, хатта тауыштары ла сыҡмай. Бына бүре алғы аяғын ҡатындың муйынына батырҙы… Оҙаҡ мылтыҡ тотмаған ҡулдары ҡалтыранды ҡарттың, бер килке мылтығын тоҫҡай алмай аҙапланды. Бына уның бармаҡтары курокка баҫты. Мылтыҡ шартлаған тауышҡа , кәүҙәһен тота алмайынса, үҙе салҡан тәгәрәне .
Иртәнге һауынға килгән һауынсылар ҡот осҡос хәлгә дусар булдылар: юл уртаһында ҡанға туҙған Хәлиҙә, эргәһендә инә бүре, ә бер аҙ ситтәрәк Ғәлекәй ҡарт ята ине. Кешеләр ҡысҡырышҡан тауышҡа Ғәлекәй ҡарт иҫенә килеп, уларға хәлдең нисек булғанын аңлата. Әхирәттәре Хәлиҙәнең буштан-бушҡа төн уртаһында йөрөй торған кеше түгеллеген аңлап, быға бары сәбәпсе булған Хисаметдинде эттән алып эткә һүгәләр , уның эсеп алһа ни ҡыланғанын белмәүе арҡаһында ҡазаға дусар булған Хәлиҙәне йәлләп илайҙар. Күп ҡан юғалтҡан, тын да алмай ятҡан Хәлиҙәне үлгән тип уйлайҙар, етмәһә башы айнымаған мал духтыры Шафиҡ та уны ҡарап “ мал булырҙай түгел” тигәс, мал ҡарарға эшкә килгән көтөүсе Харрастың арбаһына һалып, йортона алып барырға булалар. Уның янына шаңҡыуҙан иҫәнгерәгән Ғәлекәй ҡартты ла ултырталар. Ғәлекәй ҡарт ошондай ваҡытта мәрхүмәнең хәлен еңәләйтергә теләп, ясин сүрәһен уҡый башлай. Ауылға етәрәк әллә арбаның яй ғына тирбәлеүенәме, әллә тилбер генә уҡылған доға тауышынамы Хәлиҙә күҙҙәрен аса. Баш өҫтөндә аяҙ күк, тирә яҡта бейек ағастар, ҡолағына сылтырап аҡҡан шишмәләй ниндәйҙер талғын моңло йыр ишетелгән һымаҡ. Кисәге ҡот осҡос хәлдәрҙән һуң Хәлиҙә үҙен йәннәт ишектәренә китеп барған кеүек хис итә. Донъя мәшәҡәттәренән арынып, мәңгелеккә теге донъяға киттем тигәндә генә, кемдеңдер: “Тере, тере!”,- тигән тауышына һиҫкәнеп, тертләп китә һәм тағы иҫен юғалта.
Бындай алышта йәтеш кенә кәүҙәле, сибек Хәлиҙәнең иҫән ҡалыуы күпте күргән врачтар өсөн дә шаҡ ҡатырлыҡ ваҡиға була. Үҙенә ташланған хайуандың телен ҡулы менән ялмап алыуы, Ғәлекәй ҡарттың ваҡытында ярҙамға килеүе генә Хәлиҙәне үлемдән ҡотҡарғандыр, тигән фекергә киләләр. Йыртҡыс йыртҡыс инде, шул арала тырнаҡтары менән Хәлиҙәнең битен сапсып, бер күҙен зәғифләгән, ирендәрен йыртҡан, үткер тештәре менән аяғының итен умырырып алған, уң ҡулының бармаҡтарын сәйнәп иҙгән. Өс көн иҫһеҙ ята ул больницала. Ә инде күҙҙәрен асҡанда ап-аҡ бүлмәлә бер үҙе , тик ҡайҙа ятҡанын ғына аңлай алмай. Ҡайҙандыр алыҫтан таныш моң ишетелгән һымаҡ, хәҙер инде ул аныҡ ишетә, кемдер доға уҡый: “ Бисмиллаһир- рахманир- рәхим, әл- хәмдү лилләһи раббилғәләмин…” Йә, Хоҙай, әллә ожмах тигәндәре ошо микән”,- тип уйларға ла өлгөрмәй, уның баш осонда ап-аҡ фәрештә уға ҡарап эйелеп , шундай матур йылмайып ниҙер һөйләй, бары уның “оҙаҡ йәшәрһегеҙ” тигән һүҙҙәрен ишетеп, иҫенә килгәндәй була. Шунда ғына Хәлиҙә үҙенең тере ҡалыуын аңлай. Бер килке ышанырға ла ышанмаҫҡа ла белмәй, күҙҙәренә тығылған йәштәре аша: “Йә,Хоҙай! Рәхмәт һиңә!”,- тип бышылдай.
Уны терелтер өсөн бар көстәрен һалған врачтарға көндә рәхмәттәр уҡыны Хәлиҙә, Балаларына ла сикһеҙ рәхмәтле булды, бар эштәрен ташлап, көн дә уның янына килделәр, нимә кәрәк тип кенә торҙолар. “Миңә бары Коръән китабы кәрәк”,- тигәс, уныһын да табып килтерҙеләр. Үҙ ғәйебен аңлап, Хисаметдине больницаға килеп ҡат-ҡат ғәфү үтенһә лә, ғүмерҙә лә эсмәҫкә тип анттар бирһә лә, уның холҡон белгән Хәлиҙә уға ышанманы, ошо хәлдән һуң күңеле уға ҡатты. Хайуанды аңларға була, уның аҡылы юҡ, ә кешеләрҙе аңлауы бик ауыр. Сөнки Алла Тәғәләһе уларҙы аңлы тип яралтҡан, барыһын да тигеҙ ярата, ләкин ул кешеләрҙең аңлы рәүештә гонаһ ҡылыуҙарын кисерә алмай. Ер йөҙөндәге бар хаталар, насар эштәр кешеләрҙең дөрөҫ юлдан тайпылып, насар ҡылыҡтарҙы үҙ итеүенән килеп сыға ла инде.
Больницала саҡ ҡына ваҡыты булһа, Коръән Кәрим китабын ҡулынан төшөрмәне, уны уҡыған һайын үҙе өсөн яңынан-яңы асыштар асты, элек башына ла инмәгән сүрәләр үҙенән-үҙе уның аңына һеңделәр. Бөтә тәненең, бар булмышының яңы һулыш алғанын тойҙо. Йөҙөндәге ҡурҡыныс яра эҙҙәре күңелен ҡырып торһа ла, доға уҡый башлаһа, уларҙың бик әһәмиәтле түгел икәнен күңеле менән тойҙо. Тән яралары уңалыр, тик күңел яралары ғына уңалмай, тип бушҡа ғына әйтмәгәндәрҙер. Үҙен үлем тырнағынан алып ҡалғанына көндә Алла Тәғәләгә рәхмәт уҡыны.
Ҡайтманы ул больницанан һуң үҙенең йортона, ҡыҙҙары саҡырһалар ҙа, уларға ла йәшәргә барманы. Күрше ауылда әсәһенән ҡалған бәләкәй өйҙә төпләнде. Рәхмәт, балаларына, йортто рәткә килтерҙеләр, хатта газ менән һыуын да үткәреп ҡуйҙылар. Ауыл кешеләре уны сәйерһенеп ҡаршы алһалар ҙа, хәҙер инде үҙ кеше булып китте. Кемдең балаһы тыуа,кемдер үлә, кемдер ата-әсәһе хөрмәтенә аят уҡыта, барыһы ла Хәлиҙәгә мөрәжәғәт итә. Шуныһы ҡыуаныслы, иман юлына баҫыусылар ауылда арта. Тик Хисаметдине генә шайтан ҡотҡоһынан ҡотола алмай, һаман эсеүен дауам итә, етмәһә үҙенең эсеүен ҡатыны ташлап китеүгә япһара.
-5 °С
Ҡар