Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Май 2021, 12:44

Сирень сәскәләре

Тирә-яҡҡа хуш еҫтәрен таратып сирень сәскә ата. Әйҙәгеҙ, ностальгияға бирелеп, сирень тураһында йырҙар йырлап алайыҡ. Текстары сайтта:Сирень сәскәләрен бүләк итәм,Саф күңелдән ҡабул итһәгеҙ,Сирень сәскәһендәй гүзәл йәшлекБергә гөрләп үтһен, тиһәгеҙ.

Сирень сәскәләрен бүләк итәм,
Саф күңелдән ҡабул итһәгеҙ,
Сирень сәскәһендәй гүзәл йәшлек
Бергә гөрләп үтһен, тиһәгеҙ.
Зәңгәр күҙҙәреңдең төҫө итеп
Сирень сәскәләрен һайланым,
Тик был йәшлегемә тиң була алырлыҡ
Һинән матур (күркәм) сәскә тапманым.
Сирень сәскәләрен бүләк итәм,
Саф күңелдән ҡабул итегеҙ,
Безҙең данлы яшлек гөрләп үтер,
Бер теләктә булһаҡ икебеҙ.
Сирендәр
1.Яулыҡтарың әллә һинең,әллә һинең,әллә һинең,
Яулыҡтарың әллә һинең -сигелгән..

Юлдарыңа әллә сирен,әллә сирен ,әллә сирен
Юлдарыңа -һибелгән (2 тапҡыр)

2.
Һине күреп бар тәбиғәт,бар тәбиғәт,бар тәбиғәт.
Һине күреп бар тәбиғәт -һөйөнгән.

Әллә инде өҙөлгәнһең,өҙөлгәнһең,өҙөлгәнһең.
Өҙөлгәнһең -сирендәй...

3.
Йәшәй миндә һинең тауыш,һинең тауыш һинең тауыш,
Йәшәй миндә һинең тауыш-һинең һүҙ..

Мөмкинме һуң танышыуҙар,табышыуҙар,ҡауышыуҙар
Мөмкинме һуң - сиренһеҙ?
Читайте нас: