Карина әлеге көндә баш ҡаланың Башҡорт иҡтисад-юридик колледжының хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеге факультетының 1-се курсында белем ала. Шулай булһа ла, ул яратҡан ансамблендә бейеүен ташламаған, репетицияларға алдан ҡайтып әҙерләнеп, һәр байрам сараһында сығыш яһай. Бейеүҙе ихлас яратҡан кеше генә сәхнәнән айырыла алмайҙыр, тип уйлайым. Уның зифа буй-һыны, тән һығылмалылығы, хәрәкәттәрҙе дөрөҫ итеп башҡарыуы, сәхнәлә ихлас йылмайып йөрөүе профессиональ бейеүселәрҙекенән һис айырылмай.
Каринанан мәртәбәле бәйгелә еңеү яулаған “Башҡорт сувениры” бейеүе һәм тәьҫораттары хаҡында һөйләүен һорайым.
- Беҙ был бейеүҙе ун егет һәм ун ҡыҙ башҡарҙыҡ. Бик оҙаҡ өйрәнергә тура килде. Бер нисә тапҡыр элементтарын да үҙгәрттек, Өфөнән дә хореографтар килде. Бейеүҙең төп мәғәнәһенә башҡорттарҙың боронғо шөғөлө - ҡымыҙ эшләү һалынған. Бейеү һалғанда ҡатмарлыҡтар һәр ваҡыт була, барыһы ла идеаль килеп сыҡһын өсөн улар өҫтөндә ныҡышмалы эшләргә кәрәк.
Миңә ансамблдәге егет һәм ҡыҙҙарҙың берҙәмлеге, татыулығы һәм тырышлығы оҡшай. Һәр ҙур сығыш алдынан булған тулҡынланыуҙар һәм борсолоуҙарҙы ла беҙ бергәләп еңәбеҙ.
Еңеү яулауыбыҙ беҙҙең өсөн ҙур ҡыуаныс. Тәьҫораттар ҙа әйтеп бирә алмаҫлыҡ ҙур.
Әлбиттә, кесе йәштән үк миндә бейеүгә һөйөү уятҡан етәкселәрем Альбина һәм Артур Юлыевтарға, шулай уҡ мине гел аңлап һәм ярҙам ҡулы һуҙып торған атай-әсәйемә ҙур рәхмәт. Етәкселәрем мине физик һәм рухи яҡтан әҙерләнеләр, көслө һәм ныҡышмалы булырға, һәр ваҡыт еңеүгә ынтылырға өйрәттеләр.
Кесе йәштәге малай һәм ҡыҙҙарға бейер өсөн бейеүҙе яратыуҙарын, үҙ өҫтөңдә күп эшләүҙәрен, килеп сыҡмағанда ла артҡа сигенмәүҙәрен теләр инем, - ти Карина.
Каринаның әсәһе Фирүзә Әкрәм ҡыҙы әйтеүенсә, баланың бейергә һәләте барлығын тояһығыҙ, уны күрә һалып, үҫтерергә кәрәк. “Беҙҙә “Йондоҙ” һәм “Далан” кеүек бейеү ансамблдәренең булыуы бының өсөн шәп мөмкинлек. Был ансамблдәрҙә балалары бейегән атай-әсәйҙәр ул һәм ҡыҙҙары менән бергә бейегәндәй итеп бәйгеләргә әҙерләнә. Балаларҙы төрлө сараларға теләктәр теләп оҙатып, йылы итеп ҡаршы алып торабыҙ”, - ти ул.
Бейеү көнө алдынан ҙур еңеү яулап ҡайтыусы “Далан” өлгөлө ансамбленең етәксеһе Артур Юлыевтың да тәьҫораттары сикһеҙ.
– Байрамыбыҙ алдынан беҙҙең өсөн был ҙур бүләк булды. Республикабыҙҙың төрлө мөйөштәренән ҡатнашҡан 22 коллектив араһында Гран-при яулауыбыҙ, беҙгә киләһе йылда билдәләнәсәк Фәйзи Ғәскәровтың 110 йыллыҡ юбилей сараһында бөйөк ансамбль бейеүселәре менән бер сәхнәлә бейеү мөмкинлеген бирәсәк. Был, әлбиттә, ҙур мәртәбә. Егет-ҡыҙҙарға һәм беҙгә ҙур терәк булыусы ата-әсәләренә рәхмәт һүҙҙәрен белдерәбеҙ, - ти Артур Хөснетдин улы.
Ғөмүмән, сәхнәлә күбәләктәй өйөрөлөп, оҫта итеп бейегән кешеләр һәр ваҡыт һоҡланыу тойғолары уята. Бейеү ҡарағанда бер мәлгә онотолоп, көндәлек мәшәҡәттәрҙән дә арынаһың, ул тәнгә генә түгел, йәнгә лә дауа! Бөтә бейеүселәрҙе һәм бейеү ҡарарға яратыусыларҙы ла бейеү көнө менән!