Даирә
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
26 Апрель 2021, 08:52

Гөлназ Асаеваға ире нимә бүләк иткән?

Башҡорт һәм татар эстрадаһының сағыу тауышлы йырсыһы Гөлназ Асаеваға ире Вилдан Шәмсетдинов бик "текә" көтөлмәгән бүләк яһаған.

Был хаҡта "Комсомольская правда-Өфө" баҫмаһы хәбәр итә. Вилли һөйгәненә "Киа Стингер" автомобиле бүләк иткән. Асыҡ ҡыҙыл төҫтәге өр-яңы сит ил автомобиле янында Гөлназ Асаева фотоға төшөп, үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә бик хисле яҙыу ҙа ҡалдырған.
"Рәхмәт, ҡәҙерлем бүләгең өсөн! Мин шаңҡып ҡалдым! Һин - иң яҡшыһы!"-тигән йырсы.
Әйткәндәй, "Киа Стингер" - брендлы моделле автомобилдәрҙең береһе, һатыуҙа уның хаҡы 2 миллион 400 меңдән башлана.
Йәш парҙың дуҫтары йырсының был ҡыуанысын уртаҡлашып, бик матур теләктәр яҙған һәм Гөлназға киләсәктә бындай бүләктәрҙе йыш алыуын теләгән.
Фото: Гөлназ Асаеваның "Инстаграм"ынан.

Автор: Карима Усманова.
Читайте нас