Белорет педагогия колледжы уҡытыусыһы Юлия Ломакина “Мөғжизәләр яланы” тапшырыуына саҡырыу ала. Унан Башҡортостандан милли үҙенсәлекте сағылдырған сығыш әҙерләп алып килергә ҡушҡандар. Ҡатын ярҙам һорап Белорет район хакимиәтенә шылтырата. Унда иһә райондың “Елмерҙәк” этно-төркөмөн тәҡдим иткәндәр. Шулай уҡ эште ойоштороуға Межгорье ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Вилмир Әүбәкировты лә йәлеп ителә.
– “Елмерҙәк” менән Межгорье ҡалаһының “Дәрт” этно-рок төркөмөн берләштереп алып барҙыҡ. Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина һүҙҙәренә һәм Артур Туҡтағолов көйөнә яҙылған “Үҙ илеңде яҡлар бул!” йырын башҡарҙыҡ. Ни өсөн был йырҙы, тип һорарҙар. Быйыл Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу сараһы уҙасаҡ, шуға ла халҡыбыҙҙың рухын күтәреүҙе маҡсат итеп ҡуйҙыҡ, – тип уртаҡлашты Вилмир Әүбәкиров.
Мәскәүгә барыу өсөн юл сығымдарын ҡаплауҙа Белорет район хакимиәте, Межгорье ҡалаһынан “30-сы төҙөлөш идаралығы”, “Уралпромстрой” предприятиелары, шулай уҡ бүләк алыуҙа Межгорье ҡала хакимиәте лә ҙур ярҙам күрһәткән.
“Шәп инде “1-се канал” федераль телевидениеһында сығыш яһау. Хәҙер “Елмерҙәк” һәм “Дәрт” төркөмдәрен бөтә Рәсәй күрәсәк”, – тип ҡыуана Вилмир Әүбәкиров.
Шулай итеп, Илгиз Сәғәҙәтов, Вилмир Әүбәкиров, Дмитрий Петров, Николай Сурин, Александр Грязных кеүек рухлы Иҙел башы егеттәре ҡатнашҡан "Мөғжизәләр яланы" тапшырыуын 21 майҙа ҡарай аласаҡбыҙ.
Фото: Вилмир Әүбәкировтың сәхифәһенән.