Даирә
+25 °С
Облачно
Мәҙәниәт
25 Апреля 2021, 06:55

Мәҙәниәт усағы – ауылдың йөрәге

"Клубыбыҙҙа уҙғарылған сараларҙың уртаһында ҡайнаусы ауылдаштарыма рәхмәт һүҙҙәре сикһеҙ. Тәнзилә Әхмәтшина, Гөләмдәр Юлмөхәмәтова, Земфира Абакачева,ТәскирәӘминева,РәйләИсхаҡова, Гөлназ һәм Камилла Батыршиналар, клубыбыҙҙа техник хеҙмәткәрҙәр булып эшләүсе Земфира һәм Ильяс Хөсәйеновтарбер концерттан да ситтә ҡалмайҙар", - ти Ҡарлыман ауылы мәҙәни ойоштороусыһы Зөлфиә Ишембаева.Мәҙәниәт йорто эшмәкәрлеге тураһында сайтта уҡығыҙ:

Ауылдыңмәҙәни ойоштороусыһы Зөлфиә Ишембаева был өлкәлә 2017 йылдан алып эшләй. Халыҡты мәҙәниәткә йәлеп итеүҙе, ауылдаштарҙыңялынойоштороуҙы
бар күңелен һалып башҡара Зөлфиә Риян ҡыҙы.Мәҙәниәтусағында“Ҡыҙҙар”вокаль һәм“Сылтыр шишмә” фольклор ансамбл
дәре эшләпкилә.
- Клубыбыҙҙа уҙғарылған сараларҙың уртаһында ҡайнаусы ауылдаштарыма рәх мәт һүҙҙәре сикһеҙ. Тәнзилә Әхмәтшина, Гөләмдәр Юлмөхәмәтова, Земфира Абакачева,Тәскирә Әминева,Рәйлә Исхаҡова, Гөлназ һәм Камилла Батыршиналар, клубыбыҙҙа техник хеҙмәткәрҙәр булып эшләүсеЗемфираһәмИльясХөсәйеновтар
бер концерттан да ситтә ҡалмайҙар. Улар ҡатнашлығындағы программа менән районыбыҙҙың бер нисә ауылына, шулай уҡ Архангел районының Көмәрле ауылына
барҙыҡ. Ҡарлыман халҡы талантлы. Йыр-моңға оҫталар арабыҙҙа бик күп. Улар ҙа беҙҙең сафтарҙы тулыландырһын ине.
Клубыбыҙ ҙур,матур,яҡты,йылы,кистәрен буш ваҡыттарҙы йәмле,йәнле итеп уҙғарыр
өсөн бар шарттар ҙа бар, - ти Зөлфиә Риян
ҡыҙы.
Ысынлап та, мәҙәниәт йорто бик күркәм.Йыл һайын ремонтэшләнептора,уҙған йылда йылытыу системаһы төҙөкләндерелгән, хәҙер бында элекке кеүек һыуыҡ
түгел. Мәҙәни ойоштороусы әйтеүенсә, Ҡырмыҫҡалы ауыл Советы ла, район мәҙәниәт бүлеге лә һәр башланғысыбыҙҙы хуплап, ярҙам итеп тора. Шулай уҡ сараларҙы уҙғарыуҙа иғәнә ярҙамын күрһәтеүсе шәхси эшҡыуарҙар Ринат Ғәҙелшинға,ОлегВасильевҡарәхмәтлеул.
Эйе, мәҙәниәт йорто - әүҙем йәшәү рәүешен үҙ иткән ауылдаштарҙың яратҡан урыны.Бындаҡулэшенәмаһирҙароҫталыҡ
дәрестәре уҙғара, мәҫәлән, Гөлфиә Юнысова изолондан сәскәләр, милли биҙәүестәряһарғаөйрәтһә,РәүфәЮнысова
сигеү буйынса оҫталыҡтары менән уртаҡлаша. “Бергәләшеп клубҡа йыйылып, репетициялар уҙғарыу, йырҙар, бейеүҙәр өйрәнеү, аралашыу, сәйҙәр эсеп, серләшеү
– күңеллемиҙгелдәр. Бының өсөн Зөлфиә Риян ҡыҙына рәхмәт”, – ти ансамбль ағзалары. Киләсәктә башҡорт милли күлдәктәрен тектерергә хыяллана улар. Уларҙың был теләктәре тормошҡа ашып, киләсәктә ауыл халҡын матур-матурсығыштары менән һөйөндөрһөндәр, типтеләйбеҙ.
Йыр-моң элек-электән тормошобоҙҙо оҙатып барған. Атай-әсәйҙәребеҙ, олатай-өләсәйҙәребеҙ ауыр эштән һуң да киске уйындарға йыйылышып, туҙан туҙҙырып
бейеп күңел асҡан, берҙәм булған. Әле лә мәҙәниәт йорттары ауылдаштарҙы туплаусы, уларҙың тормошона сағыулыҡ өҫтәүсе усаҡ булһын ине.
Читайте нас