Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
25 Апрель 2021, 19:42

"Китапхана төнө-2021" гөрләп үтте

"Китапхана төнө-2021" Бөтә Рәсәй акцияһы быйыл Юрий Гагариндың тәүге тапҡыр космосҡа осоуына 60 йыл тулыуға һәм Фән һәм технологиялар йылына арнап "Китаптар - йондоҙҙарға юл" девизы аҫтында ойошторолдо.

Сароала ҡатнашыусылар космос тураһында видеороликтар ҡараны, Советтар Союзы Геройы Юрий Гагариндың тормош юлы, ауыр бала сағы, йәшлек йылдары тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр тыңланы. Шулай уҡ космонавтар Валентина Терешкова, Алексей Леонов, Андриян Николаев тураһында сығыштар булды.
Викториналар, флешмобтар, фотозона ла китаптар күргәҙмәһе лә акцияны ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс итте. Сара тураһында мәҡәләне гәзит биттәрендә уҡырһығыҙ.
Читайте нас