Даирә
+33 °С
Ясно
Мәҙәниәт
6 Апреля 2021, 06:15

Зилдә Хәмиҙуллина БАҘҘА... ХИКӘЙӘ

Баҙға төшөргә ҡыймайыраҡ ҡарап торҙом да, төшөргә тәк төшөргә тип, күнәгемде баҙ эсенә ырғытып, артынан йырлай, йырлай үҙем дә төшөп киттем. Береһенән береһе эре, матур картуфтарҙы күнәгемә тултырып, баҙҙан сығып киләм. Бына бер ваҡыт, шартлап һынған таҡта тауышы менән ҡуша, мин ҡаҡ салҡанан, баҙ иҙәненә кире осоп төшәм. Ҡыуана, ҡыуана һайлап тултырған эре картуфтарым, тупыр - тупыр минең өҫтөмә ҡойолдо. Тос ҡына был массаж, һуңынан оҙаҡ ҡына үҙен һиҙҙерәсәк әле миңә. Ә буш күнәк, емерелгән баҫҡыстың тырпайып торған ҡаҙауына эләгеп, эленеп ҡалды алайҙа ғына. Юғиһә картуфтар артынан, миңә был тимер күнәк тә килеп эләкһә, яҡшы итмәҫ ине.

Киске ашҡа ит бешерергә ҡуйғанмын, һалма ҡырҡҡанмын, ғаиләмде тәмле, яратҡан ризыҡтары менән һыйламаҡмын. Әй әттәгенәһе картуф бөтөп ҡалған икән, күнәк тоттом да киттем, ике өй аша йәшәгән ҡәйнештәргә. Һөйөклөмдөң ике туған ҡустыһы менән килен: ”Картуфыбыҙ күп артып ҡалды быйыл, кемгә кәрәк, яңы картуфҡа тиклем алып ашағыҙ,”- тип ауыл халҡына әйтеп ҡуйғандар. Килһәм: килен киске һауынға, йәйләүгә һыйыр һауырға, эшкә китергә йөрөй, тракторы килеп көтөп тә тора инде, ҡәйнешең дә эштә, кискә һуңға ғына ҡайта ти ул. Мин картуф тип ауыҙымды асыуға, килен: “Ой еңгәй, картуфты баҙҙан үҙең төшөп алаһың инде ҡыйын булһа ла, мин эшкә киттем",- тип, ултырып китеп тә барҙы. Япа- яңғыҙ ҡалдым кешенең ишек алдында. Быға тиклем кеше баҙына түгел, үҙебеҙҙең баҙға ла төшөп ҡараған юҡ ине бит әле. Нимә эшләргә икән? Фобия булмаһа ла, тар, ҡыҫыҡ, ҡараңғы пространствонан, бигерәк тә баҙ һымаҡ ерҙәрҙән күңелдә ҡурҡыу хисе бар бит әле.
Баҙға төшөргә ҡыймайыраҡ ҡарап торҙом да, төшөргә тәк төшөргә тип, күнәгемде баҙ эсенә ырғытып, артынан йырлай, йырлай үҙем дә төшөп киттем. Береһенән береһе эре, матур картуфтарҙы күнәгемә тултырып, баҙҙан сығып киләм. Бына бер ваҡыт, шартлап һынған таҡта тауышы менән ҡуша, мин ҡаҡ салҡанан, баҙ иҙәненә кире осоп төшәм. Ҡыуана, ҡыуана һайлап тултырған эре картуфтарым, тупыр - тупыр минең өҫтөмә ҡойолдо. Тос ҡына был массаж, һуңынан оҙаҡ ҡына үҙен һиҙҙерәсәк әле миңә. Ә буш күнәк, емерелгән баҫҡыстың тырпайып торған ҡаҙауына эләгеп, эленеп ҡалды алайҙа ғына. Юғиһә картуфтар артынан, миңә был тимер күнәк тә килеп эләкһә, яҡшы итмәҫ ине.
Бына мин яңы ғына тап-таҙа булған баҙҙың иҙәнендә, һынған таҡталар, ағас ярсыҡтары, кәкре ҡаҙау, сәсрәп ятҡан картуф араһында, аунап ятам. Беренсе шок үткәндән һуң, мин уйларлыҡ хәлгә киләм. Ҡайһы ерем ауыртты икән? Имгәндемме әллә именменме? Ҡулдарымды, аяҡтарымды ҡуҙғатҡылап, бер күтәреп, бер төшөрөп, башымды, кәүҙәмде ҡапшап ҡарайым. Ятҡан ерҙән генә бөтәһе лә яҡшы икәненә ышанғас ҡына, ҡалҡып тороп ултырам. АЛЛАҺЫға шөкөр, именмен! Һыҙырылған, сыйылған, күгәргән ерем дә юҡ шикелле хатта, бик яҡшы.
Ҡапыл иҫемә төшә: емерек баҫҡыслы, 2,5-3 метр бейеклектәге был баҙ эсендә мин япа – яңғыҙ, ишек алдында ла бер кем дә юҡ. Ә тышта эңер төшөп килә бит. Нисек сығырға инде бынан хәҙер? Ҡысҡырыуҙан файҙа юҡ, ишетеүсе булмаясаҡ. Ошо баҙҙа йоҡлай алмайым да инде! Мин шашынған кеше һымаҡ һикереп торам да, бәләкәй генә баҙ эсендә өйөрөлөп – сөйөрөлөп, үрһәләнеп сығыу юлын эҙләйем. Баҙ ауыҙына аңҡайып, бер туҡтауһыҙ һөрәнләп ҡысҡыра – ҡысҡыра ярҙамға саҡырам. Кем булһа ла ишетеп, ярҙамға килер тигән өмөтөм, селпәрәмә килеп юҡҡа сыҡты. Тамағым ғына әптән ҡарлығып, тауышым сипылдап ҡалды. Нисек сығырға инде бынан хәҙер? Ҡысҡырыуҙан файҙа юҡ, ишетеүсе булмаясаҡ. Килендең балалары ла өйҙә юҡ бит исмаһам! Эшкә киткәндә ҡартаталарына ҡалдырып йөрөйҙәр. Ошо баҙҙа йоҡлай алмайым да инде! Бынан сыға алмай төнгөлөккә ҡалһам, мине теләһә ниндәй имәнес үрмәкестәр, тараҡандар, сысҡан, ҡомаҡтар уратып алған икән тип күҙ алдына килтереп, сирҡанысымдан сарбайлап ҡысҡырып ебәрәм. “Б-р-р-р!”- тип һелкенеп, ҡағынып, һуғынып алам. Үҙемә лә, емерелгән баҫҡысҡа ла йәнем көйөп, иң ахыры мин үкереп-үкереп илай башлайым.Үҙем илайым, үҙем: мине юғалтып, төнө буйы эҙләп хәлдән тайған һөйөклөмдө, балаларымды күҙ алдына килтереп, уларҙы йәлләп, әрнеп, йәнем өҙөлөп тағыла ныҡыраҡ һыҡтайым. Илай-илай һыным ҡатып, үҙемде ҡулға ала алмай, сараһыҙҙан бер төпһәгә ултырып, һеңгәҙәп шымып ҡалам. Шулай күпме ултырғанмындыр инде, белмәйем. Ниндәйҙер ҡыштырлаған тауышҡа һиҫкәнеп, ырғып торам. Ҡурҡышымдан һәләт кенә, нимә булһа ла эшләргә тотонам. Тик үҙем генә үҙемә ярҙам итә алам! Күҙем шәмәреп йәш түгеүҙән файҙа юҡ! “Етте, үҙеңде ҡулға ал да, ҡуҙғал! Ошо баҙҙан сығырға теләйһең икән, әйҙә алға! Нимә булһа ла уйлап тап! Эҙлә сығыу юлын! Быға тиклем бирешкәнең булманы бит, хәҙер ҙә бирешмә!”- тип бойорам үҙемә үҙем. Шунан инде үҙемде ҡотҡарыу эшен башлайым.
Тиҙ- тиҙ генә һынған таҡталарҙың оҙондарын арҡыс–торҡос һөйәп, ҡыҫҡаларын өҫтөнә һалып баҫҡыс

һымаҡ нәмә әтмәлләп алдым. Хәҙер инде бер күнәк картуфты алып сығырға ҡала, өҫтәүенә 112 килограмм ғына тартҡан кәүҙәмде, нисек кенә күтәреп сығарырға был баҙҙан. Нисек булһала, бик тиҙ арала сығырға кәрәк бынан, сығырға кәрәк...
Аунап ятҡан картуфтарҙы күнәккә кире тултырам, баҙ иҙәнендәге эре ҡыйҙы бер мөйөшкә өйәм, таҡта һынығы менән баҙҙың иҙәнен ҡырып таҙартам. Әгәр ҙә ҡабат осоп төшһәм, яраланыу, имгәнеү хәүефенән һаҡланыр өсөн эшләйем мин быларҙың барыһын да. Ике-өс тапҡыр осоп төшөп, картуфтарҙы кире туртырып, баҙ иҙәнен таҙартып, ҡыйҙы йыйып, ҡабат– ҡабат баҫҡыс әтмәлләп хитлана торғас, ни ғиллә менәндер мин баҙҙан килеп сығам. Әллә таҡталарҙы терәп ҡуя торғас, соҡорланып, мине күтәрерлек булып, нығынып киттеме инде баҫҡыс тигән нәмәм. Әллә Хоҙайым, минең ныҡышмаллығымды күреп, йәлләп сығыу юнен бирҙеме, нимә булһа ла мин баҙ тотҡонлоғонан ҡотолоп, иреккә, яҡты донъяға килеп сыҡтым. Бына мөғжизә! Ҡыуанысымдан, бер үҙем бер ишек алды булып, маймылдарҙың еңеү бейеүен бейейем, түшемә доңғырлатып һуғып, Кинг-Конгтың еңеү оранын ҡысҡыра-ҡысҡыра, ҡоторған кеше һымаҡ, бер килке ишек алды буйлап сабып бейеп йөрөйөм. Шул моментта мине ысын Кинг-Конг күрһә, ҡото осоп ҡасып китер ине... Ни тиклем ирек һөйөүсе йән эйәһе кеше тигәнең! Шул бәләкәй генә баҙ соҡоронда, бөтә донъя емерелгәндәй тойолдо миңә.
Шуға күрә лә иреккә сығыу ҡыуанысым ашып-ташып, шундай ҡырағай формала урғылып, ҡотороп бейеүгә әйләнә. Ниһәйәт мин тынысланам, яҡшы итеп баҙҙың ҡапҡасын ябам да, бер күнәк картуфты тотоп ҡайтып китәм. Киске ашты өлгөртә һалырға кәрәк бит!
Нисә тапҡыр осоп төшһәм дә, нисек кенә ыҙаланһам да күнәк менән картуфты ҡалдырмай, баҙҙан һөйрәп сығыуым, аҙаҡтан ғына иҫемә төшөп, мин бер йәнем көйөп, бер көлөп алдым
Боронғоларҙың һәр һүҙе дөрөҫ: “Тамаҡ тамуҡҡа төшөрә...”- тигәндәре, ошо булалыр инде!

P.S. Һуңға ғына кисләтеп, ауыл көтөүе ҡайтып, һыйырҙарҙы һауып, сепарат айыртып, киске эштәрҙе бөткәс, килендәргә барып килергә булдым. Баҙҙың баҫҡысы тураһында аңғартырға кәрәк бит инде. Килеп етеп тупһаларына баҫыуым булды, өҫкө тупһаның урта таҡтаһы шартлап һынып, минең бер аяғым тупһа аҫтына төшөп тә китте. Ай АЛЛАҺЫ ғынам, был ни ғәләмәт? Ниндәй көн булды был бөгөн? Нимәгә баҫһам да, нимә тотһам да емерелеп барасы!
Алайҙа үҙемә зыяны юҡ, имгәнгән, яраланған, һыҙырылған, күгәргән ерҙәрем дә юҡ, АЛЛАҺЫға шөкөр! Өйгә инеп, килен менән тиҙ-тиҙ генә һөйләшәм дә, ҡайтып китә һалам. Кешегә таңғы сәғәт 5-тән иртәнге һауынға эшкә, ял итә торған ҡәҙерле ваҡытын әрәмгә сарыф итергә ярамаҫ. Ҡабаланып, тупһаларын да һындыра баҫҡанымды, әйтергә онотоп сығып киткәнмен.
Иртәнсәк малды көтөүгә ҡыуғанда ҡәйнеш килгән: ”Еңгәй, хәлдәрең нисек? Именһеңме? Бер ереңдә ауыртманымы? Ғәфү ит инде зинһар! Өйҙә булманыҡ бит, баҙға һине төшөрмәҫ инек. Башҡа донъя төҙөп ятҡас, быныһын бағырға форсат юҡ шул. Ҡартатайҙарҙан ҡалған донъя ныҡ иҫкерҙе лә инде. Яңы өйгә күсеп сыҡһаҡ, барыбер емереп ташлайбыҙ тип, бер нимәлә төҙәтке лә килмәй бит әле.”- тине ул көйәләнеп. “Ярай, ярай ҡәйнеш барыла яҡшы, мин именмен, көймә юҡҡа. Иң мөһиме өйөгөҙҙө һалып бөтөп, ҡалған донъяғыҙҙы төҙөп сыҡһағыҙ тормош үҙенән үҙе яйға һалына ул АЛЛАҺЫ бирһә!”- тип ҡәйнеште тынысландырып ҡайтарып ебәрәм. Эй тормош тигәнең! Бер күнәк картуф алып ҡайтам тигәнсе мин, ниндәй генә мажараларға тарып бөтмәнем. Иҫ-аҡылың китер!
Һуңғараҡ, төш ваҡытында киленде магазинда осратып: “Кисә ҡабаланып, тупһағыҙҙы ла емерә баҫҡанымды әйтергә онотоп сығып киткәнмен. Ҡәйнеш нимә тине?”- тип һорайым.
Килен рәхәтләнеп көлә: “Ҡәйнешең эштән ҡайтып инде лә, мин нимә булһа ла өндәшеп өлгөргәнсе: "Зилдә еңгәй килгәйнеме әллә?” - тип һораны. Мин көлә-көлә һин тарыған хәлдәрҙе һөйләп бирҙем дә: “Еңгәй килгәнен ҡайҙан белдең? Баҙ ҡапҡасы ябыҡ та инде, етмәһә тышта ҡараңғы ла?”- тип һорайым. “Тупһа емерелгән бит!”- тип яуапланы ҡәйнешең...
Читайте нас