Даирә
+24 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
2 Апрель 2021, 05:11

Алайғыр ауылында ла ҡышты шаулап-гөрләп оҙаттылар

Йолаға ингәнсә, күп ауылдарҙа Науруз байрамдары үтте. Ҡарасҡы эшләп, яндырып Ҡышты оҙаттылар. Был сарала мәҙәни ойоштороусылар ауыл халҡын йәлеп итеп бик матур байрам ойоштора.

Йылдың башы уң булһын,
Ризығы мул булһын.
Игендәр шашып уңһын,
Ҡаҙандар ташып торһон.
Бир хоҙай көндөң һилен,
Донъялар булһын имен.

Алайғыр ауылында үткән Науруз байрамы ла йыр-бейеүгә, тәбиғәт һынамыштарына изге теләктәргә, уйын-ярыштарға, тәмле-татлы аш-һыуҙарға, бүләктәргә бай булды. Бер-нисә йыл рәттән ойошторолған күркәм сара йолаға әүерелеп бара. Яҙғы көн менән төн тигеҙләшкән осорға тап килә был байрам. Сарала йәше лә, ҡарты ла теләп ҡатнашты. Хуш киләһең, ЯҘһылыу! Төклө аяғың менән!


Читайте нас