- Бөгөн халҡыбыҙ тормошонда театр сәнғәтенең һәм һәүәҫкәр коллективтарҙың әһәмиәте күтәрелә бара. Район буйынса йәштәрҙең “Театр яҙы -2021” бәйгеһе үткәрелеүе осраҡлы хәл түгел, сөнки районыбыҙҙа театр традициялары көслө, һәм “Театр яҙы-2021” үҙенә тиңе булмаған ижади бәйге икәнлеген иҫбатланы. Был матур бәйгелә районыбыҙҙың барлыҡ мәҙәниәт усаҡтары ла әүҙем ҡатнашты. Барыһының да ижади яҡтан ныҡ үҫкәнлеге, етди әҙерләнгәндәре күренде. Төрлө жанрҙағы спектаклдең геройҙары беҙҙе илатты ла, көлдөрҙө лә һәм бер үк ваҡытта уйланырға ла мәжбүр итте.
Хөрмәтле тамашасылар! Сихри театр донъяһына рәхим итегеҙ!, - тип сараны башлап ебәрҙе алып барыусы Салауат Әйүпов.
Был көндө конкурста ҡатнашҡан 23 үҙешмәкәр театр коллективының һайлап алыу турын үткән ун бере үҙ оҫталыҡтарын һәм таланттарын сәхнәлә күрһәтте. Малай мәктәбенең “Хазина” (етәксеһе Миләүшә Ғәйфуллина, Илгизәр Диҡҡәттең «Башҡорт көсө»), Иҫке Бәпес ауыл Мәҙәниәт йортоноң “Шоңҡар” (Илдар Хәсәнов, Туфан Миңнуллиндың “Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр”), Прибельский мәҙәниәт йортоноң “Аҡ тирмә” (Фәнзиә Өмәтҡолова, Б. Васильев, С. Ростоцкийҙың “Ә таңдар бында тыныс”), Иҫке Муса мәҙәниәт йортоноң “Зәңгәр күл” (Рәфилә Ғәҙелшина, Рәшит Хөсәйеновтың “Изге ялған”), Ибраһим ауылының “Осҡон” (Динис Садиҡов, “Киләсәк мәктәбе” ) башҡорт театр коллективтары, Ҡабаҡ мәктәбе һәм Ҡабаҡ мәҙәниәт йортоноң “Кадеттар” (Альбина Кадрачева, Зәки Бикбаев, Айгөл Шепель, Леонид Быковтың “В бой идут одни старики” ), Ҡамышлы ауыл Мәҙәниәт йортоноң “Образ” (етәксеһе Наталья Шайдурова, “Старые байки”) рус театр коллективтары, мордва театр коллективының (Нәфисә Асабина, “Йәш белгес” ), Ефремкино ауыл Мәҙәниәт йортоноң “Мыскара” (етәксеһе Виктория Воронцова, С. Костиндың “Открылась душа”) сыуаш театр коллективы, Һәүәләй мәҙәниәт йортоноң “Хыял” (етәксеһе Эльвина Солтангилдина, Мостай Кәримдең “Ҡыҙ урлау”), Боҙаяҙ ауыл мәҙәниәт йортоноң “Серҙәш” (Диана Ҡанбәкова, Эвелина Пиженконың “Любви все возрасты...”) татар театр коллективтарының үҙешмәкәр артистарының уйыны профессиональ актерҙарҙың уйнауынан һис ҡалышманы. Спектаклдәрҙән күренештәрҙә һуғыш, әсә һәм бала, мөхәббәт һәм хәҙерге замандың актуаль темалары сағылдырылды. Спектаклдә уйнаусылар ниндәй йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, ролдәрҙе бик оҫта һәм күңелдәргә үтеп инерлек итеп башҡарҙылар.
Барлыҡ театр коллективтары уңышлы сығыш яһағандан һуң Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Флүрә Низамова театр етәкселәренә дипломдар һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы.
3 дәрәжә лауреат исемен Һәүәләй мәҙәниәт йортоноң “Хыял” йәштәр театры (етәксеһе Эльвина Солтангилдина), Боҙаяҙ ауыл мәҙәниәт йортоноң, Алмалыҡ ауыл клубының “Серҙәш” (Диана Ҡанбәкова һәм Мария Михеева); 2 дәрәжә лауреат исемен Ҡабаҡ мәктәбе һәм Ҡабаҡ мәҙәниәт йортоноң “Кадеттар” (Альбина Кадрачева, Зәки Бикбаев, Айгөл Шепель), Ефремкино ауыл Мәҙәниәт йортоноң “Мыскара” (етәксеһе Виктория Воронцова) сыуаш театр коллективы; 1 дәрәжә лауреат исемен Прибельский мәҙәниәт йортоноң “Аҡ тирмә” (Фәнзиә Өмәтҡолова) һәм Малай мәктәбенең “Хазина” (етәксеһе Миләүшә Ғайфуллина) башҡорт театр коллективтары яуланы.
Шулай уҡ һәр театр коллективы “Әҫәрҙәрҙе туған телдә әүҙем пропагандалаған өсөн”, “Йәштәр араһында театр сәнғәтен пропагандалаған өсөн” номинациялары буйынса еңеүсе Дипломдары менән бүләкләнде.
Шулай итеп, гала концерт тамамланды, ә тамашасылар артистарҙың күңел йылыһын үҙ йөрәктәрендә оҙағыраҡ һаҡлар, тип ышанғы килә. Ә инде ике сәғәт буйына беҙҙе көлдөргән дә, уйландырған да, моңландырған да, тормош мәктәбе, тамашалы һабаҡ та булған район театр коллективтарына яңынан-яңы ижади үрҙәр теләйбеҙ.
Гөлсәсәк Аласова.
Автор фотолары.